Рысҡужа

Рысҡужа (рус. Рыскужино) — Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районындағы ауыл. Амангилде ауыл советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 453 кеше булған[2]. Почта индексы — 453625, ОКАТО коды — 80201807004.

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Асҡар): 20 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Амангилде): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Магнитогорск): 72 км

Рысҡужа ауылы Оло Ҡыҙыл йылғаһы буйында, район үҙәге Асҡар ауылынан көнбайышҡа табан 20 километр һәм Магнитогорск (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 72 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Тарихы

Рыҫҡужа (Субан) ауылына XVIII быуаттың икенсе яртыһында Нуғай даруғаһы Тамъян улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Ауыл 1740 йылдан билдәле була. Сотник Рысҡужа Ҡырмаев исеме менән аталған. 1778 йылда унда йәшәүсе Мырҙағол Йомағужин Өфө сауҙагәре Подьячевтан аҡса һәм тауар ала (МИБ. Т. 5. С. 78.). Атамаларҙы антропонимдар тип кенә әйтергә мөмкин. Беҙҙә аныҡлаусы мәғлүмәт юҡ.

1834 йылда ауылда 269 кеше йәшәгән, 1859 йылда — 380, 1920 йылда — 480 кеше. Исхаҡ Ихсанғолов 1814 йылдың мартында Парижды алыуҙа ҡатнаша.

Ауыл халҡы күсеп йөрөү өсөн ҡаҙмаштар йәшәгән урындарға (Ҡолаҡашҡа, Кәркәбәр, Ҡаҙмаш йылғалары) барған. Тимәк, Ҡаҙмаштан рыҫҡужалылар айырылған. 279 кешенең 300 аты, 226 һыйыры, 20 һарығы, 50 кәзәһе эйә була. Ауыл хужалығы өсөн 28 сутый ер үҙләштерелә. 1842 йылда 8 бот ужым һәм 328 бот яҙғы бойҙай сәселә. Алтынбай Хәлитов ҡына 120 бот сәскән[4]. 1866 йылда 45 йорт хужалығында 329 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. 1900 йылда мәсет булған[5].

Халыҡ һаны

Халҡы иҫәбе
1968[6]2002[7]2009[7]2010[1]
370466513453
Милли составы

2002 йылғы иҫәп алыуға ярашлы, башҡорттар йәшәй (100 %).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) 413
1920 йыл 26 август 481
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 368
1959 йыл 15 ғинуар 347
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 370
2002 йыл 9 октябрь 466
2010 йыл 14 октябрь 453 225 228 49,7 50,3

Әлеге ваҡытта Рысҡужа ауылында башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар[3].

Билдәле шәхестәре

  • Асҡаров Насирйән Шаһишәриф улы — «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, «Совет сауҙаһы отличнигы», «Социалистик ярыш еңеүсеһе», «5 йыллыҡ ударнигы», «Коммунистик хеҙмәт ударнигы» билдәләре менән бүләкләнеүсе.
  • Басиров Сәрүәр Харис улы — Октябрь Революцияһы ордены кавалеры (1971), «Фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн», «9-сы биш йыллыҡ ударнигы» билдәләре менән бүләкләнеүсе.
  • Мортазина Сания Яхъя ҡыҙы — уҡытыусы, Почёт ордены кавалеры (1999).
  • Басиров Рафаэль Абдрахман улы — механизатор. Октябрь Революцияһы (1987) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) ордендары кавалеры.
  • Ғиләжев Зәйнетдин Низаметдин улы — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971), «За доблестный труд» миҙалы (1970) һәм «Социалистик ярыш алдынғыһы» билдәһе (1973) менән бүләкләнеүсе.

Урамдары

  • Еңеүҙең 40 йыллығы урамы (рус.  40 лет Победы (улица)
  • Тыныслыҡ урамы (рус.  Мира (улица)
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодёжная (улица)
  • Салауат Юлаев урамы (рус.  Салавата Юлаева (улица)
  • Төньяҡ урам (рус.  Северная (улица)
  • Сура батыр урамы (рус.  Сура батыра (улица)
  • Ырғайҙы урамы (рус.  Ыргайды (улица)
  • Көньяҡ урам (рус.  Южная (улица)[8]

Матбуғатта

Видеояҙмалар

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. 1 2 Рысҡужа // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Рысҡужа // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  6. Башкирская АССР : административно-территориальное деление на 1 января 1969 года : [справочник / ред. А. И. Захаров. — Изд. 5-е. — Уфа : Башкирское книжное издательство, 1969. — 429, [2] с. : табл. преим. — Алф. указ.: с. 348-430.]
  7. 1 2 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  8. Улицы

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә