Ҡужан

Ҡужан (рус. Кужаново) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 256 кеше[2]. Почта индексы — 453601, ОКАТО коды — 80201837006.

Халыҡ һаны

Халҡы иҫәбе
1968[3]2002[4]2009[4]2010[5]
331297287256
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар 99 % тәшкил итә[6].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1900 йыл 280
1920 йыл 26 август 261
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 269
1959 йыл 15 ғинуар 247
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 298
2002 йыл 9 октябрь 297
2010 йыл 14 октябрь 256 116 140 45,3 54,7

Урамдары

  • Тау урамы (рус. Горная (улица))
  • Йылға аръяғы урамы (рус. Заречная (улица))
  • Ишмырҙа Һиҙиәтов урамы (рус. Ишмурзы Хидиятова (улица))
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица))
  • Нәғим Солтанов урамы (рус. Нагима Султанова (улица))
  • Шәһит Хоҙайбирҙин урамы (рус. Шагита Худайбердина (улица))

[7]

Тарихы

Яңы Хоҙайбирҙе (Башай) бөгөнгө көндә Ҡужан тип атала. 1847 йылда Дәүләт ауылынан 12 ғаилә күсеп килгән. Ауылдың һуңғы исеме Ҡужан Хоҙайбирҙе улы Мәүлиғолов (1802—1845) исеменән. Бер документта уны Ҡужабирҙе тип атайҙар. Өлкән улы Мөхәммәтшәриф (уның улы Фәхретдин). Уның башҡа улдарын да һанап китәйек: Мөхәмәтсәлих, Мөхәмәтҡаҙы, Мөхәмәтйән, Мөхәмәтсафа, Мөхәмәтша, Аҫылбай, Аҙнабай. Балалары менән бында Хоҙайбиргән Муллағолов, Арыҫланғәле Килдеғужин күсеп килгән. Нигеҙ һалынғандан алып XX быуаттың 30-сы йылдарына тиклем ауыл Ҡужандың атаһы Хоҙайбирҙе исемен йөрөтә.

Күсәр ауылынан бында 5 ғаилә күсеп килгән. Улар араһында Тимер Бишаковтың ғаиләһе (уның балалары Сәйетғафар, Сәйетборхан, Абдулнафиҡ, Абдулсаттар, Фәйзулла) бар. Ҡусҡарҙан 5 ғаилә (Ғәйнулла, Фазулла Әбделвәхитовтар, Ишмырҙа, Баймырҙа, Байғол Хужағоловтар, Ташбулат Йәнбәков, Фәттәхетдин Йомағолов) күсеп килгән.

1847 йылда ауыл 22 хужалыҡтан тора, унда 130 кеше йәшәй. X ревизия мәғлүмәттәре буйынса, 35 ихатала 180 кеше йәшәгән. 1920 йылда ауылда 261 кеше һәм 49 йорт хужалығы була.

Яңы Хоҙайбирҙе — Ҡужан да, Башай тип тә аталған. Эш шунда: XVIII быуатта тап шул исем аҫтында ауыл булған. Башай ауылы 1795 йылда 37 ихатанан тора, унда 294 кеше йәшәй. Һуңғараҡ ул ревизия яҙмаларында телгә алынмай, әммә уның ҡарауы Башай башҡа ауылдарҙың икенсе исеме булып китә. Уларға, мәҫәлән, Һәйетҡол (Башай) инә.

1 июндән 15 авгусҡа тиклем халыҡ Абыҙҡасҡан, Маяғашлы, Ҡутырлы йылғалары үҙәндәрендә йәйләп йөрөгән[8].

Күренекле кешеләре

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Асҡар): 13 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Михайловка): 10 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Магнитогорск): 42 км

Рәсемдәр

Матбуғатта

Аудио

Тәбиғәт ҡомартҡылары

  • Ҡужан ҡарағастары[10]
  • Кужановские лиственницы[11]
  • Ҡужан ҡарағастары (фото)[12]

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Башкирская АССР : административно-территориальное деление на 1 января 1969 года : [справочник / ред. А. И. Захаров. — Изд. 5-е. — Уфа : Башкирское книжное издательство, 1969. — 429, [2] с. : табл. преим. — Алф. указ.: с. 348-430.]
  4. 1 2 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  5. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  6. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған..
  7. Улицы
  8. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с., страница 40
  9. https://kurultai.ru/ba/content/1556-unikalnye-kuzhanovskie-listvenniczy--bogatstvo-bashkortostana/
  10. https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡужан_ҡарағастары
  11. Кужановские лиственницы
  12. [1](недоступная ссылка)

Тема буйынса өҫтәмә