Күсем руднигы

Күсем руднигы (рус. Кусимовский Рудник) — Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районындағы ауыл. Ташбулат ауыл советы составына инә[1].

Географик урыны

Ауыл Яҡтыкүл һәм Сабаҡты күлдәре араһында район үҙәге Асҡарҙан төньяҡҡа табан 31 км[1], республика баш ҡалаһы Өфөнән көньяҡ-көнсығышҡа табан 215 км, Белореттан көньяҡ-көнсығышҡа табан 55 км Һәм Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 30 км алыҫлыҡта урынлашҡан[2].

Ауыл аша урындағы әһәмиәтле АсҡарӘбйәлилТашбулат юлы үтә (Өфө — Белорет — Магнитогорск автомобиль юлына сыға). Яҡындағы Ташбулат тимер юл станцияһы (рус.)баш. (Өфө — Белорет — Магнитогорск линияһы) Үләнде ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 10 км алыҫлыҡта ята[1].

Тарихы

Күсем руднигы ҡасабаһына XX быуаттың 30-сы йылдары аҙағында марганец мәғдәне ятҡылығын эшкәртеү менән бәйле нигеҙ һалына.

Башҡортостан Республикаһының 2005 йылдың 20 июлендәге «Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона үҙгәрештәр индереү тураһында» 211-з Ҡанунына ярашлы, 2005 йылда ҡасаба «ауыл» статусын ала[1][3].

Октябрь революцияһына тиклем үк урындағы халыҡҡа Яҡтыкүл ярҙарында ҡара һәм ауыр металл тураһында билдәле була. Ҡайһы бер кешеләр, иң ауыр таштарҙы аттарҙа Белорет ҡалаһына алып барып, сауҙагәрҙәргә һата[4].

30-сы йылдарҙан бында Күсем руднигы (рус.)баш. эшләй, уның атамаһы яҡындағы ауыл исеменән алынған. Рудник Свердловск ҡалаһында урынлашҡан «Востокруда» тресының Белорет марганец руда идаралығы составына инә[4].

Мәғдән сығарыу аҙ етештереүсәнле асыҡ ысул менән алып барыла. Артабан Башҡортостан геология-разведка идаралығы ентекле разведка үткәрә. 1934 йылда, мәғдән запастары раҫланғандан һуң, ер аҫты эштәре башлана. Ошо уҡ осорҙа производство һәм торлаҡ төҙөлөшө йәйелдерелә. Күсем һәм башҡа рудниктарҙан бөтә мәғдән Магнитогорск металлургия комбинатына автомобилдәрҙә ташыла. 1935 йылда Белорет руда идаралығы «Востокруда»нан Магнитогорск комбинатына тапшырыла[4].

Бөтә разведкаланған запастар эшкәртелеү һөҙөмтәһендә, СССР Ҡара металлургия министрлығы бойороғона ярашлы, 1957 йылдың майында рудник ябыла[4].

Халыҡ һаны

Халҡы иҫәбе
1968[5]2002[6]2009[6]2010[7]
1226352316342

Халыҡтың тарихи иҫәбе: 1939 йылда — 811 кеше; 1959—1296 кеше; 1989—735 кеше (Иҫкәрмә: 1939—1994 йылдарҙа халыҡ иҫәбе Зелёная Поляна ауылы халҡын үҙ эсенә ала, 1960—1994 йылдарҙа шулай уҡ Геологоразведка ауылы халҡы ла инә)[8].

Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар 39 %, урыҫтар 57 % тәшкил итә.

undefined

Характеристикаһы

  • Ауылда 1935 йылда башланғыс мәктәп булараҡ нигеҙ һалынған мәктәп һәм фельдшер-аккушерлыҡ пункты эшләй[1].
  • Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында эшләгән һәм һөнәри ауырыуҙарҙан вафат булған Күсем марганец руднигы шахтерҙарына һәйкәл ҡуйылған[4].
  • Яҡтыкүл һәм Сабаҡты популяр туристик зона (рус.)баш. булып тора, уға тау саңғыһы үҙәге, шифаханалар, ял йорттары инә.
  • Ауыл эргәһендә Яҡтыкүл археологик комплексы урынлашҡан.

Урамдары

  • Алексей Павлов урамы (рус. Алексея Павлова (улица))
  • Әхмәт Зәки Вәлиди урамы (рус. Ахмет Заки Валиди (улица))
  • Тимер юл урамы (рус. Железнодорожная (улица))
  • Матросов урамы (рус. Матросова (улица))
  • Яр буйы урамы (рус. Набережная (улица))
  • Еңеү урамы (рус. Победы (улица))
  • Рәүеф Дәүләтов урамы (рус. Рауфа Давлетова (улица))
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 Кусимовского рудника село. Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан» (16 март 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 сентябрь 2025. (рус.)
  2. Кусимовский рудник. Курорт Банное, путеводитель. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 сентябрь 2025. (рус.)
  3. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. — ISBN 978-5-87691-038-7.  (Тикшерелеү көнө: 9 сентябрь 2025) (рус.)
  4. 1 2 3 4 5 Надежда Здрогова. Краткая история Кусимовского рудника. Страница в ОК (19 март 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 сентябрь 2025. (рус.)
  5. Башкирская АССР : административно-территориальное деление на 1 января 1969 года : [справочник / ред. А. И. Захаров. — Изд. 5-е. — Уфа : Башкирское книжное издательство, 1969. — 429, [2] с. : табл. преим. — Алф. указ.: с. 348-430.]
  6. 1 2 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  7. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  8. Абзелиловская энциклопедия / гл. ред. Р. С. Сынгизов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — 624 с. — ISBN 978-5-88185-255-9. (Тикшерелеү көнө: 9 сентябрь 2025) (рус.)

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

  • Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». Кусимовского рудника село  (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 сентябрь 2025)
  • Абзелиловская энциклопедия / гл. ред. Р. С. Сынгизов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — 624 с. — ISBN 978-5-88185-255-9.  (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 сентябрь 2025)
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. — ISBN 978-5-87691-038-7.  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 8 сентябрь 2025)
  • Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4.  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 8 сентябрь 2025)

Тема буйынса өҫтәмә