Яҡтыкүл (тау саңғыһы үҙәге)

«Яҡтыкүл» тау саңғыһы үҙәге (икенсе атамаһы «Металлург-Магнитогорск» тау саңғыһы үҙәге) — Әбйәлил районының Зелёная Поляна ауылынан алыҫ түгел асылған тау саңғыһы комплексы[1].

undefined

Тарихы

2003 йылдың 5 декабрендә Яҡтыкүл шифаханаһынан алыҫ түгел, тау саңғыһы үҙәге асыла[1].

Объектты Магнитогорск металлургия комбинаты төҙөй. Асылған ваҡытында ул сәғәтенә 2800 кешене хеҙмәтләндерә алған гондоль төрөндәге тиҙ йөрөшлө күтәргес менән йыһазландырылған Рәсәйҙәге беренсе үҙәк була. Аҫылмалы кабиналар ете минут эсендә диңгеҙ кимәленән 942 метр бейеклектә булған Яманҡай тауына мендереп еткерә.

Тау саңғыһы үҙәге күп тапҡырҙар Урал һәм Рәсәйҙең тау саңғыһы үҙәге, шулай уҡ туризм өсөн иң яҡшы спорт объекты тип таныла.

Бында тау саңғыһы, сноуборд, маутинбайк, шул иҫәптән FIS категорияһы, буйынса төрлө кимәлдәге ярыштар үтә. Атап әйткәндә, 2015 йылғы Ҡышҡы XVIII Сурдолимпия уйындарының тау саңғыһы буйынса этаптары һәм 2019, 2021 йылдарҙа Сноуборд буйынса донъя кубогы этаптары үтә[2].

Трассалар

Үҙәктә дөйөм оҙонлоғо 10 070 метр булған 9 тау саңғыһы трассаһы бар. Уларҙың төп өлөшө — бейеклеге 450 метрға тиклем еткән киң трассалар[3].

  • Ике ҡыҙыл трасса (2450 һәм 2300 метр), бейеклеге 450 метрға тиклем.
  • Мке ҡара трасса (2150 һәм 2000 метр), бейеклеге 450 метрға тиклем.
  • Өс йәшел трасса (380, 350 һәм 300 метр), бейеклеге 42 метрға тиклем.
  • Бейеклеге 4 метрға еткән 70 метрлыҡ ике трасса.

Шулай уҡ тюбинг өсөн бейеклеге 10 метрға еткән 150, 130 һәм 120 метр оҙонлоҡта өс трасса бар[4].

Күнекмә

Балалрҙы һәм ололарҙы тау саңғыһында шыуырға өйрәтеү өсөн үҙәктә 2007 йылдан «Медвежонок» саңғы клубы эшләй. Өйрәнсектәр өсөн айырым зона («Кесе комплекс») бугель күтәргестәре һәм ике таҫмалы траволатор (74 м һәм 154 м) менән йыһазландырылған.

Күтәргестәр һәм магнит карточкалар

Яҡтыкүл күлен Урал тауҙары урап алған:

  • Ҡушай (бейеклеге 1049 м).
  • Ҡотоҡай (660 м).
  • Караңғылыҡ (620 м).

Улар барыһы ла Яманҡай һыртына ҡарай.

Үҙәктәйыл әйләнәһенә эшләгән биш күтәргес, шул иҫәптән гондола канат юлы бар. Ул теләүселәрҙе 942 метр беейклеккә алып менә. 1650 метрлыҡ ара биш минутта үтелә. Юл һигеҙ кешелек кабинкалар менән йыһазландырылған һәм сәғәтенә 2800 самаһы кешене хеҙмәтләндерерә ала.

Урынлашыуы

Тау саңғыһы үҙәге Магнитогорск ҡалаһынан — 40, «Юбилей» шифаханаһынан — өс, «Абзаҡ» тау саңғыһы комплексынан 25 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Үҙәккә яҡын аэропорт һәм эре тимер юл станцияһы Магнитогорскиҙа урынлашҡан.

Тау саңғыһы үҙәгенә тимер юл вокзалынан йөрөп торған маршрут таксиҙарында килергә була[5]. «Юбилейный» шифаханаһынан көн һайын бушлай автобус йөрөй.

Автомобилдә:

  • Өфөнән — Р-240 трассаһы буйынса 300 км самаһы,
  • Силәбенән — Р-360 йәиһә М-5 трассаһы буйынса 320 км.

Һауа торошо

Тау саңғыһы миҙгеле ноябрь башында асыла. Төбәктә ҡыш аҙ ҡарлы һәм йылы һауа торошо менән ҡылыҡһырлана. Декабрь-февралдә термометр −15 °C, ә ноябрҙә һәм мартта — −5-7 °C күрһәтә.

Инфраструктура һәм күңел асыу

Тау саңғыһы һәм тюбингтан тыш, үҙәктә һырғалаҡта шыуыу, атта йөрөү һәм балыҡ тотоу ҡаралған. Йәйгеһен маунтинбайк трассалары, пикник аҡландары, картинг, балалар майҙансығы һәм асыҡ һауала аттракциондар асыла, дартс, бампербол уйнарға, йылғалар буйлап ағып төшөргә мөмкин[6]. Шулай уҡ «Хаски-город» паркы ла эшләй.

"Шүлгәнташ ҡурсаулығына һәм Шүлгәнташ мәмерйәһенә, "Әбей ташы"на, "Таш йорт-музейы"на (Фершанпенуаз ҡасабаһы) һәм башҡа урындарға экскурсиялар ойошторола.

942 метр бейеклегендә тау башында ресторан эшләй[7].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 История озера Банного, Якты-Куль (Абзелиловский район) - Курорт Банное Башкортостан. 3 декабрь 2024 тикшерелгән.
  2. «Нам есть что вспомнить!» (билдәһеҙ). Магнитогорский Металл. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 декабрь 2024.
  3. Горнолыжные курорты России: «Абзаково», «Банное» и «Мраткино». mag.russpass.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 декабрь 2024.
  4. ГЛЦ Банное. «Юбилейный» официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 декабрь 2024.
  5. Металлург-Магнитогорск (Озеро Банное) / Bannoye Lake - горнолыжные курорты и склоны России. www.ski.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 декабрь 2024.
  6. Горнолыжный курорт Металлург-Магнитогорск — расписание, цены, погода, ски-пассы 2024-2025 | Rider Skill (билдәһеҙ). Rider Skill. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 декабрь 2024.
  7. Где в Башкирии покататься на горных лыжах? www.bashinform.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 декабрь 2024.