Әүмеш (Әбйәлил районы)

Әүмеш  — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл, Таштимер ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны — 121 кеше[2]. Почта индексы — 453622, ОКАТО коды — 80201837003.

Халыҡ һаны

Халҡы иҫәбе
1968[3]2002[4]2009[4]2010[5]
313113121107
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар 100 % тәшкил итә[6].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 107 50 57 46,7 53,3

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Асҡар): 29 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Таштимер): 6 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Магнитогорск): 32 км

Урамдары

  • Алсынбай урамы (рус. улица Алсынбая)
  • Тау урамы (рус. улица Горная)
  • Таһир Кусимов урамы (рус. улица Тагира Кусимова)
  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)[7]

Тарихы

Әүмештең тағы бер исеме бар — Алсынбай. Тәүге исеме антропоним — ауылға нигеҙ һалыусы һәм гидроним — Әүмеш шишмәһе исеменән, икенсеһе — тәүге төпләнеүсенең улы Алсынбай Әүмешев исеменән (уның балалары Вәлит, Ҡәйепҡол, Кинйәғол —уның улдары Хәмит, Хәлит, Сабит) алынған. Алсынбай 1740—1819 йылдарҙа йәшәгән.

1795 йылда ауылда 20 хужалыҡ була, унда 102 кеше йәшәй. X ревизия мәғлүмәттәре буйынса, 366 кеше 58 йортта йәшәгән һәм 1920 йылда 100 йорттан торған. Ауылда йәшәүселәр араһынан Амангилде (балалары Ғайса, Лоҡман), Аҙнагилде, Яугилде Татлыбаев, Сибай Тауымбаев XIX быуаттың беренсе яртыһында тирмә һәм кантон идаралығында хеҙмәт итеүҙәре менән айырылып тора.

14-се башҡорт полкы яугиры, ике көмөш миҙал кавалеры Әбделвәхит Әбделсәләмов Парижда үҙенең хәрби юлын тамамлай.

258 кеше йәшәгән 33 йорттоң 25-е йәйләүгә сыҡҡан. Кесе Ҡыҙыл һәм Оло Йылға йылғалары үҙәндәре буйлап күсеп йөрөйҙәр. Уларҙың 315 аты, 270 һыйыры, 185 һарығы һәм 6 кәзәһе була. 33 йортҡа 608 бот яҙғы иген сәселгән, шул иҫәптән Аҙнабай Искәндәров — 100 бот[8].

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
  3. Башкирская АССР : административно-территориальное деление на 1 января 1969 года : [справочник / ред. А. И. Захаров. — Изд. 5-е. — Уфа : Башкирское книжное издательство, 1969. — 429, [2] с. : табл. преим. — Алф. указ.: с. 348-430.]
  4. 1 2 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  5. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  6. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған..
  7. Улицы деревни Аумышево
  8. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с., страница 40
  9. Камалов А. А. Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001.— 504—505-се биттәр.

Һылтанмалар

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан. — Справочник. Уфа: ГУП РБ "Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. :илл. ISBN 978-5-87691-038-7

Тема буйынса өҫтәмә