Дәүләтша (Әбйәлил районы)

Дәүләтша (рус. Давлетшино) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 168 кеше[2]. Почта индексы — 453626, ОКАТО коды — 80201831002.

Халыҡ һаны

Халҡы иҫәбе
1968[3]2002[4]2009[4]2010[5]
169156173168
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар (99 %)[6].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1900 йыл 275
1920 йыл 26 август 448
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 181
1959 йыл 15 ғинуар 129
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 113
2002 йыл 9 октябрь 156
2010 йыл 14 октябрь 168 88 80 52,4 47,6

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Асҡар): 20 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ишҡол): 7 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Магнитогорск): 77 км

Тарихы

1834 йылда Дәүләтша ауылына Ҡусҡарҙан 114 кеше нигеҙ һалған. Улар 25 ғаилә тәшкил иткән. 1920 йылда 86 йортта 448 кеше йәшәгән.

Ауыл Дәүләтша Илбахты улы Сәғитовтың (уның балалары Яманғол, Ҡужәхмәт, Ҡадир, Рәхмәтулла, Теләкбирҙе) исемен йөрөтә. Бында Ҡусҡарҙың улдары Исмәғил менән Исхаҡ, Абдулманнаф Йәмилевтың ейәне килгән.

114 кешегә 70 ат, 100 һыйыр, 50 һарыҡ, 15 кәзә тура килгән. Йыл һайын 25 ихатанан 20 ылыу Атауҙы күле, Яманйылға, Тараталды йылғалары буйына йәйләүгә сыҡҡан. Халыҡ ужым икмәген сәсмәгән. 1842 йылда 88 бот яҙғы иген сәселгән[7].

Урамдары

  • 1 май урамы (рус. 1 мая (улица))
  • Тау урамы (рус. Горная (улица))
  • Үҙәк урам (рус. Центральная (улица))
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))[8]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Башкирская АССР : административно-территориальное деление на 1 января 1969 года : [справочник / ред. А. И. Захаров. — Изд. 5-е. — Уфа : Башкирское книжное издательство, 1969. — 429, [2] с. : табл. преим. — Алф. указ.: с. 348-430.]
  4. 1 2 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  5. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  6. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған..
  7. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 35. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  8. Улицы

Тема буйынса өҫтәмә