Яңы Балапан

Яңы Балапан (рус. Новобалапаново) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 417 кеше[2]. Почта индексы — 453611, ОКАТО коды — 80201813006.

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Асҡар): 76 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Байым): 9 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мораҡай): 5 км

Тарихы

Тәүге булып килеп ултырған 17321812 йылдарҙа йәшәгән Балапан Матисов исеме менән аталған Балапан ауылына Нуғай даруғаһы Күбәләк улусы башҡорттары нигеҙ һалған. 1776 йылдан бирле билдәле.

V рәүиз мәғлүмәттәрендә күренеүенсә, 1795 йылда Балапанда 28 ихатала 206 кеше йәшәгән, күбәләк ырыуының сағыштырмаса ҙур тораҡ пункттарынан һаналған. 1813 йылда 7 ғаилә — Абҙаҡ, 2 ғаилә — Байым, 7 ғаилә — Туйыш, 1 ғаилә Мәскәү һәм Аслай ауылдарына күсерелә.

XIX быуат уртаһында Яңы Балапан барлыҡҡа килгәс, 1850 йылдан алып, төп ауыл Иҫке Балапан тип атала.

1859 йылда 79 йортта 414 кеше, 1866 йылда 79 хужалыҡта 427 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. 1920 йылға ҡарата унда 338 кеше һәм 72 ихата булған. Яңы Балапан ауылына нигеҙ һалғанда, бында Балапандың ейәндәре — Мырҙаҡай, Баязит, Иҡсан, Хисаметдин Мәһәҙиевтар, Балапан һәм Йәнекәй ауылдарынан 19 ғаилә, күсеп килә. 9 йыл үтеүгә, һуңғыһында 200 кеше йәшәгән 19 ихата булған.

342 кеше йәшәгән 48 хужалыҡтан йыл һайын йәйләүгә 40-ы сыҡҡан. Урҙа, Һарбай йылға, Ҡыҙыл һәм Батҡыл йылғалары буйлап күсеп йөрөгәндәр. Яңы Балапан ауылы халҡы бының өсөн Нияз, Ҡараһаҙ, Кесе Ҡыҙыл йылғалары бассейндарын һайлаған. 1840-сы йылдарҙа Балапан ауылы хужалыҡтарында 250 ат, 200 һыйыр, 400 һарыҡ, 50 кәзә булған. Ауылдың төп өлөшө 725-әр бот яҙғы иген сәскән, шул иҫәптән Әбдрәхим Боҫтанов, Яҡуп Ҡудашев, Йәнсәйет Дуланов 100-әр бот сәскән[3][4].

Башҡорттар йәшәй (2002). 1900 йылда 135 кеше, 1920 й. - 205, 1939 й. - 188, 1959 й. - 220, 1969 й. - 363, 1979 й. - 322, 1989 й. - 290, 2002 й. - 384, 2010 й. - 417 кеше иҫәпләнгән.

1954 йылдан Шайморатов исемендәге колхоз булған. 1992 йылдан – Крәҫтиән хужалыҡтары ассоциацияһы (АКХ), 2004 йылдан – «Ҡыҙыл» ауыл хужалығы етештереү кооперативы (СПК).

Ишмөхәмәт сәсән Мырҙаҡаев исемендәге урта мәктәп (1930 йылда башланғыс мәктәп булараҡ барлыҡҡа килгән), фельдшер-акушер пункты, клуб, китапхана эшләй[5].

Халҡы

Халыҡ һаны
1968200220092010[6]2020[7]
277384442417392
100
200
300
400
500
2020
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса, 417 кеше йәшәй йәки башҡорттар 100 % тәшкил итә[8].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 417 197 220 47,2 52,8

Урамдары

  • Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев урамы (рус. Ишмухамета Мырдакаева (улица))
  • Ҡайынлы урамы (рус. Каенлы (улица))
  • Ҡужанбәтов урамы (рус. Кужанбетова (улица))
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица))
  • Муса Мортазин урамы (рус. Мусы Муртазина (улица))
  • Салауат Юлаев урамы (рус. Салавата Юлаева (улица))
  • Саңдүҙәк урамы (рус. Сандузяк (улица))
  • Солтан Боҫҡонов урам (рус. Султана Бускунова (улица))
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))[9]

Билдәле кешеләре

  • Биктимер Муллаев 1806—1807 йылдарҙа урыҫ-прус-француз һуғышында ҡатнашҡан.
  • Байғужа Иштанов, Ғәли Иманғолов, Ҡолҡас Сарин, Таймас Иҫәнбаев, Яҡшыгилде Ҡолоев 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан[10].

Сайттарҙа

Матбуғатта

Аралар

Видеояҙмалар

  1. YouTube сайтында Видео Бессмертный полк деревни Новобалапаново

Халыҡ ижады

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Әҙәбиәт

  • Малыбаев Р., Малыбаева С. Балапан ауылы тарихы: тарихи-документаль очерк. У.б., 2009.
  • Балапан[12]

Һылтанмалар

  • БЭ. Новобалапаново
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Тема буйынса өҫтәмә