Мурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙы
Флүрә Ишбулат ҡыҙы Мурзина (Флүрә Ишбулат ҡыҙы Мурзина-Зидиханова; рус. Флюра Ишбулатовна Мурзина; 1960 йылдың 16 майы, Түбәнге Үтәш, Башҡорт АССР-ы) — совет, Рәсәй тележурналисы, телевидение дикторы, 1993 йылдан «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы дикторы, башҡорт телендәге «Хәбәрҙәр» мәғлүмәт программаһы алып барыусыһы[1][2].
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2017), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2002), Салауат Юлаев ордены кавалеры, Балаҡатай районының почётлы гражданы (2009)[1][2][3].
Биографияһы
1960 йылдың 16 майында Башҡорт АССР-ының Балаҡатай районы Түбәнге Үтәш ауылында тыуған[1][2].
Түбәнге Үтәш мәктәбендә, һуңынан Өфөләге 1-се мәктәп-интернатта уҡый, уны алтын миҙалға тамамлай. 1977—1982 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының химия факультетында белем ала[1][2]. Һуңғы курста СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова етәкселегендәге дикторҙар мәктәбендә шөғөлләнә[4].
Башҡортостан телевидениеһы менән хеҙмәттәшлек итеүҙе мәктәп-интернатта уҡыған йылдарында уҡ башлай, уны «Йәйғор» балалар тапшырыуын алып барырға саҡыралар[2]. Университетты тамамлағандан һуң Балаҡатай районы Майғаҙы урта мәктәбенә химия уҡытыусыһы итеп ебәрелә[1][2].
1983 йылдан Башҡорт АССР-ының Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетында эшләй: башта режиссёр ассистенты, артабан сығарылыш бүлегенең мөхәррире, шул уҡ ваҡытта «Һеҙҙең хаттар буйынса» һәм «Йәйғор» әҙәби-музыкаль тапшырыуҙарының алып барыусыһы була[2][5]. 1991 йылда Д. Исламовтың шул исемдәге повесы буйынса төшөрөлгән «Мадам Баттерфляй» башҡорт телендәге фильмында төшә[2][6].
1993 йылдан — ГТРК «Башҡортостан» телестудияһы дикторы, башҡорт телендәге «Хәбәрҙәр» мәғлүмәт программаһы алып барыусыһы[1][2]. «БСТ» телеканалының йөҙө булып тора[7].
Ижади эшмәкәрлеге
2023 йылдың октябрендә рэпер Томас Мраз менән берлектә «Яндекс Карталар» сервисы өсөн Өфө буйынса башҡорт телендә тауышлы күрһәтмәләр — яҡынса 200 йүнәлеш фразаһы яҙҙыра[8]. 2023 йылдың ноябрендә Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, ҡурайсы Рәсүл Ҡарабулатов менән берлектә «Йомғаҡ» һәм «Әбйәлил» халыҡ әкиәттәренең башҡорт телендәге аудиоверсияларын яҙҙыра[9].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
2025 йылда Өфө фән һәм технологиялар университеты һәм уның филиалдары майҙансыҡтарында үткән XI Халыҡ-ара башҡорт теле диктантының диктаторы була[10]. «Башҡортостан» дәүләт концерт залының Кесе залында үткән «Донъя киңлеге — балалар күңелендә» республика уҡыусылар фестиваль-конкурсы жюрийы составына инә[11].
«Атайсал» проекты сиктәрендә Балаҡатай районында йәмәғәтселек хәйриә концерттарын ойоштороусыларҙың береһе, был сараларҙан йыйылған аҡса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларына ярҙамға йүнәлтелә[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2017)[1];
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2002)[1];
- Салауат Юлаев ордены[3];
- «Башҡортостан Республикаһының йөҙ йыллығы» иҫтәлек миҙалы (2019)[1];
- Балаҡатай районының почётлы гражданы (2009)[2];
- 2025 йылда «ТОП 30. Өфөнөң иң билдәле кешеләре» премияһының «Ҡала һайлауы» номинацияһында лауреаттар исемлегенә инә[12].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 Флюра Мурзина. ГТРК «Башкортостан». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 август 2026.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 Мурзина-Зидиханова Флюра Ишбулатовна. Администрация муниципального района Белокатайский район Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 август 2026.
- ↑ 1 2 3 Колинченко А. Жители Белокатайского района Башкортостана провели благотворительный концерт. ГТРК «Башкортостан» (20 апрель 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 август 2026.
- ↑ Легенда башкирского телевидения Флюра Мурзина — о любимых местах в Уфе. Собака.ru (22 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 август 2026.
- ↑ Флюра Мурзина отмечает свой юбилей. Bash.News (16 май 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 август 2026.
- ↑ Мирокиянц К. Флюра Мурзина отмечает юбилей: как отзываются о дикторе башкирского ТВ коллеги и друзья? ГТРК «Башкортостан» (16 май 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 август 2026.
- ↑ Путешествие по звёздному пути Флюры Мурзиной. Отдел культуры Администрации муниципального района Белокатайский район (24 ноябрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 август 2026.
- ↑ Флюра Мурзина и Томас Мраз озвучили голосовые подсказки на Яндекс Картах по Уфе. Башинформ (23 октябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 август 2026.
- ↑ Лидер группы «Агата Кристи» озвучил башкирскую народную сказку. Башинформ (21 ноябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 август 2026.
- ↑ Международный диктант по башкирскому языку на площадках УУНиТ написали 1 000 человек. Уфимский университет науки и технологий (28 апрель 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 август 2026.
- ↑ На Республиканском детском фестивале-конкурсе чтецов. ГБУК РБ ГКЗ «Башкортостан». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 август 2026.
- ↑ Лауреаты премии «ТОП 30. Самые знаменитые люди Уфы» — 2025. Собака.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 август 2026.