Шара Буллет
Шарабутдин Магомедович Магомедов (1994 йылдың 16 майы, Махачҡала) — Рәсәйҙең ҡатнаш алыш көрәшсеһе[1]. 2017 йылда профессионалдар араһында тай боксы буйынса Рәсәй чемпионы[2]. «AMC Fight Nights Global» ойошмаһында сығыш яһаған[3]. 2022 йылда UFC менән контракт төҙөй[4]. «Шара Буллет» ҡушаматы менән нығыраҡ билдәле[5][6].
2025 йылдың ғинуарына ҡарата уртаса ауырлыҡта UFC рәсми рейтингында 14-се урынды биләй. Майкл Пейдждан карьераһындағы тәүге еңелеүенән һуң рейтингтың топ-15-енән төшөп ҡала[7].
Биографияһы
Шарабутдин Магомедов 1994 йылдың 16 майында Махачкалала тыуған[8][9]. Милләте — авар. Йәш сағынан спорт менән шөғөлләнә. Футболдан башлай, Буйнакск ҡалаһы йыйылма командаһы өсөн уйнай[10]. Матчтарҙың береһендә күпләп һуғышыуҙан һуң футбол карьераһы тамамлана[11]. Артабан спорттың башҡа төрҙәре менән[12], атап әйткәндә, Махачкаланың 8-се мәктәбендә бокс менән шөғөлләнә башлай. Ике дәрестән һуң тренер[13] уға ҡала чемпионатында сығыш яһарға тәҡдим итә, унда Магомедов призлы (рус.)баш. урын ала[14][15]. Мәскәү янындағы Богословский аграр колледжына, РУДН филиалына уҡырға ингәс[16] һәм Кашира ҡалаһында бокс секцияһына яҙылып, бокс карьераһын дауам итә[17]. Урындағы турнирҙарҙа призлы урындар ала[18], С. Н. Навозный исемендәге халыҡ-ара турнирҙа еңеү яулай[19]. Колледж ябылғас, 11 йыллыҡ уҡыуын тамамлау өсөн[20] Магомедов Буйнакск ҡалаһына ҡайта[21] 2-се СДЮСШОР-ҙа бокс һәм кикбоксинг менән шөғөлләнеүен дауам итә. 2011 йылда РАНХИГС-ҡа уҡырға инә[22]. Тай боксы секцияһында шөғөлләнә башлай[23].
Һәүәҫкәр карьераһы
Артабанғы бер нисә йыл дауамында өс тапҡыр Мәскәү чемпионаты[24], ике тапҡыр Мәскәү Кубогы еңеүсеһе була, «Альфа Кубогы» Бөтә Рәсәй мастерҙар турнирында еңеү яулай[25]. Тай боксы буйынса спорт мастеры. К-1 (кикбоксинг) буйынса ике тапҡыр Мәскәү чемпионы. Кикбоксинг буйынса спорт мастеры исемен ала. Тай боксы буйынса Рәсәй чемпионатында финалға тиклем барып етә[26]. Skl Кубогы халыҡ-ара турнирында (рус.)баш. нокаут менән ике еңеү яулай[27]. Иң яҡшы техника өсөн махсус приз алып, чемпион була[28].
Профессиональ карьераһы
Шара Буллеттың ММА-ла профессиональ карьераһы 2017 йылдың декабрендә Ухандә Chin Woo Men турнирында башлана. Рәсәй спортсыһы Ҡытай вәкиле Иньцан Баоны еңә. Ярыш уртаса ауырлыҡ категорияһында үтә.
2019 йылда Гора Азизян етәкселегендәге «GOR MMA» клубына ҡушыла.
Икенсе йылда шул уҡ промоушенда ул тағы өс алышта ҡатнаша, бөтәһендә лә еңеү яулай. 2021 йылдың июлендә Шара урта ауырлыҡ дивизионына күсә, уның буйынса Сочиҙа AMC Fight Nights 103 турнирында сығыш яһай, унда техник нокаут (рус.)баш. менән яҡташы Якуб Кедиевты еңә[29].
2022 йылдың февралендә ярым ауыр үлсәмдә Бразилиянан Родриго Карлосты еңеп, Аrena Global чемпион билбауына эйә була[29].
2022 йылдың 13 авгусында уртаса ауырлыҡ категорияһына ҡайта. RCC Intro 22 турнирында судьяларҙың бер тауыштан ҡабул иткән ҡарары менән Сергей Мартыновты еңә. Шул уҡ йылдың ҡышында Екатеринбургта RCC 13 турнирында Михаил Рагозинды еңеп сыға[30] . Бер нисә көндән Патонгҡа юллана, унда беренсе раундта Һиндостан спортсыһы Кушала Виасаны нокаутта тота һәм уртаса ауырлыҡ категорияһында Thailand Fighting Championship чемпионы билбауын яулай[31].
Шулай уҡ 2021 йылдан 2022 йылға тиклем «Беҙҙең Эш» ойошмаһында сығыш яһай, уның финалында Павел Берлуцкийҙы техник нокаут менән еңеп, Гран-при чемпионы була.
UFC-ла алыштар
2022 йылдың декабрендә UFC менән контракт төҙөй[32].
2023 йылдың 21 октябрендә Шарабутдин Абу-Дабиҙа үткән UFC 294 турнирында дебют яһай. Рәсәй спортсыһы Бразилия вәкиле Бруно Силва менән осраша. Ярыш бөтә раундтарға ла һуҙыла, судьяларҙың бер тауыштан ҡабул иткән ҡарары менән Магомедовҡа еңеү бирелә һәм ул ММА-ла үҙенең еңелеүһеҙ серияһын дауам итә[33].
2024 йылдың 22 июнендә UFC on ABC 6 туринирында Магомедов өсөнсө раундта (рус.)баш. нокаут менән Бразилиянан Антонио Троколиҙы еңә[34].
2024 йылдың 3 авгусында Абу-Дабиҙағы киләһе UFC on ABC 7 турнирында Михаль Олексейчук менән алышта судьяларҙың бер тауыштан ҡабул иткән ҡарары менән еңә.
2024 йылдың 26 октябрендә UFC 308-ҙә Армен Петросянды нокаутта ота[35].
2025 йылдың 1 февралендә UFC Fight Night 250 турнирында Майкл Пэйдж менән осраша[36] һәм судьяларҙың бер тауыштан ҡабул иткән ҡарары менән еңелә. Был Шара Буллет өсөн профессиональ карьераһында беренсе еңелеү була[37].
2025 йылдың 26 июлендә UFC on ABC 9-ҙа судьялар ҡарары менән Марк-Андре Баррьоны еңә[38].
Өҫтәмә мәғлүмәт
Ҡытайҙа сығыш яһаған осоронда популяр әҙәби персонаж менән оҡшашлығы арҡаһында көрәшсе Сунь Укун — «Маймылдар Короле» тигән ҡушамат йөрөтә[39]. Әммә һуңынан уға бала сағында бирелгән ҡушаматына кире ҡайта. Был хаҡта ул интервьюларының береһендә һөйләй:
Бында мине барыһы ла Шара Буллет тип атай. Урамда мине шулай тип йөрөттөләр, шулай уҡ дуҫтарым, туғандарым да. Шара Пуля. Ваҡыт үтте, мин бер аҙ инглиз телен үҙләштерә башланым һәм пуляның инглиз теленә тәржемәлә bullet икәнен аңланым. «Одноклассники» селтәрендә минең ник Шара Пуля ине. Икенсе социаль селтәрҙә «Шара Пуля»ны «Шара Буллет» итеп үҙгәртергә булдым. Шулай китте лә.
2016 йылда күҙен йәрәхәтләй, һөҙөмтәлә табиптар күҙҙең селтәрсә ҡатламының айырылыуын күҙаллай. Магомедовҡа һигеҙ операция (рус.)баш. яһала, ә дауалау йыл ярымға яҡын дауам итә. Спортсы иҫке йәрәхәт алышҡа тәьҫир итмәй тип ышандыра:
Мин уң күҙем менән күрәм, был алыштарға ҡамасауламай. Бынан да насарыраҡ булмаясаҡ. Мин барыһын да асыҡ күрәм, борсолмағыҙ. Көндәштәр уң яҡтан һуғырға тырыша, әммә был уларға ярҙам итмәй.
Шәхси тормошо
Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре
- Ярым ауырлыҡ категорияһында Arena Global чемпионы.
- Уртаса ауырлыҡ категорияһында Thailand Fighting Championship чемпионы.
- «Беҙҙең эш» һәүәҫкәр көрәш промоушенының гран-при еңеүсеһе.
- Профессионалдар араһында 76,2 кг тиклем ауырлыҡта тай боксы буйынса Рәсәй чемпионы.
- Тай боксы буйынса Мәскәү чемпионатында өс тапҡыр еңеүсе.
Титулдары һәм ҡаҙаныштары
Ҡатнаш көрәш
Arena Global
Thailand Fighting Championship
Тай боксы
76,2 кг тиклем ауырлыҡ категорияһында профессионалдар араһында Тай боксы Буйынса Рәсәй чемпионы[43].
Профессиональ ММА статистикаһы
Sherdog мәғлүмәттәре буйынса:
| Профессиональ көрәшсе карьераһы (һөҙөмтә) | ||
| Алыш 17 | Еңеүҙәр 16 | Еңелеүҙәр 1 |
| Нокаут | 12 | 0 |
| Бирелеү | 0 | 0 |
| Ҡарар менән | 4 | 1 |
| Һөҙөмтә | Рекорд | Дөғүәсеһе | Алым | Турнир | Дата | Раунд | Ваҡыт | Урын | Иҫкәрмәләр |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Еңеү | 16-1 | Ҡарар | UFC on ABC 9 | 26 июль 2025 | 3 | 5:00 | |||
| Еңелеү | 15-1 | Ҡарар | UFC Fight Night 250 | 1 февраль 2025 | 3 | 5:00 | |||
| Еңеү | 15-0 | Нокаут | UFC 308 | 26 октябрь 2024 | 2 | 4:52 | «Кис сығышы» (2) | ||
| Еңеү | 14-0 | Ҡарар | UFC on ABC 7 | 3 август 2024 | 3 | 5:00 | «Кис алышы» (1) | ||
| Еңеү | 13-0 | Нокаут | UFC on ABC 6 | 22 июнь 2024 | 3 | 2:27 | «Кис сығышы» (1) | ||
| Еңеү | 12-0 | Ҡарар | UFC 294 | 21 октябрь 2023 | 3 | 5:00 | UFC-ла дебют]] | ||
| Еңеү | 11-0 | Нокаут | Thailand FC 10 | 11 декабрь 2022 | 1 | 0:08 | Урта ауырлыҡта Thailand Fighting Championship чемпионы билбауын яулай | ||
| Еңеү | 10-0 | Ҡарар | RCC 13 | 03 декабрь 2022 | 3 | 5:00 | |||
| Еңеү | 9-0 | Нокаут | RCC Intro 22 | 13 август 2022 | 3 | 2:34 | Урта ауырлыҡҡа ҡайтыу | ||
| Еңеү | 8-0 | Нокаут | Arena Global 17 | 26 февраль 2022 | 1 | 4:33 | Ярым урта ауырлыҡта Arena Global чемпионының буш билбауын яулай | ||
| Еңеү | 7-0 | Нокаут | AMC Fight Nights 106 | 27 ноябрь 2021 | 2 | 0:13 | |||
| Еңеү | 6-0 | Нокаут | AMC Fight Nights 105 | 16 октябрь 2021 | 1 | 4:41 | |||
| Еңеү | 5-0 | Нокаут | AMC Fight Nights 103 | 15 июль 2021 | 1 | 2:35 | Урта ауырлыҡта дебют | ||
| Еңеү | 4-0 | Улан Мухемайтихали | Нокаут | Chin Woo Men: Stage 6 | 11 март 2018 | 1 | 0:56 | Гуанчжоу, Ҡытай | |
| Еңеү | 3-0 | Ешан Ерсен | Нокаут | The King Fighting Championship | 19 февраль 2018 | 1 | б/н | Тэнчун, Ҡытай | |
| Еңеү | 2-0 | Чжаиди Аили | Нокаут | Chin Woo Men: Stage 4 | 21 ғинуар 2018 | 2 | 2:22 | Аньхой, Ҡытай | |
| Еңеү | 1-0 | Иньцан Бао | Нокаут | Chin Woo Men: Stage 2 | 10 декабрь 2017 | 1 | 0:43 | Ухань, Ҡытай | ММА-ла ярым урта ауырлыҡта дебют |
Һәүәҫкәр ММА статистикаһы
Sherdog мәғлүмәттәре буйынса:
| Һөҙөмтә | Рекорд | Дөғүәсеһе | Алым | Турнир | Дата | Раунд | Ваҡыт | Урын | Иҫкәрмәләр |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Еңеү | 5-0 | Нокаут | Беҙҙең эш 54 | 11 апрель 2022 | 1 | 1:55 | «Беҙҙең эш» финалында гран-при | ||
| Еңеү | 4-0 | Нокаут | Беҙҙең эш 40 | 22 сентябрь 2021 | 1 | 3:00 | «Беҙҙең эш» ярым финалында гран-при | ||
| Еңеү | 3-0 | Ҡарар | Беҙҙең эш 35 | 04 август 2021 | 3 | 3:00 | «Беҙҙең эш» сирек финалында гран-при | ||
| Еңеү | 2-0 | Ҡарар | Беҙҙең эш 23 | 13 апрель 2021 | 3 | 3:00 | |||
| Еңеү | 1-0 | Нокаут | Беҙҙең эш 18 | 02 февраль 2021 | 3 | 1:06 |
Иҫкәрмәләр
- ↑ Кубок России: результаты 19 марта. Федерация тайского бокса-муайтай России (19 март 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 сентябрь 2025. Архивировано 1 декабрь 2021 года.
- ↑ GPRO 23: Москвич Шарабутдин Магомедов завоевал титул лиги GPRO. Федерация тайского бокса-муайтай России (31 май 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 сентябрь 2025. Архивировано 1 декабрь 2021 года.
- ↑ Чемпионат России 2013. Состав пар на 20 августа. Федерация тайского бокса-муайтай России (19 август 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 сентябрь 2025. Архивировано 1 декабрь 2021 года.
- ↑ Российский боец Шара Буллет подписал контракт с UFC. Ведомости.Спорт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 сентябрь 2025.
- ↑ Александр Фролов. «Он разнесёт вашего Минеева». Шара Буллет нокаутировал бразильца ударом пятки в голову. www.championat.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 сентябрь 2025. Архивировано 30 ноябрь 2021 года.
- ↑ Шара Буллет в Екатеринбурге победил Михаила Рагозина. matchtv (3 декабрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 сентябрь 2025.
- ↑ Иван Витченко. Шара Буллет покинул рейтинг лучших бойцов UFC после первого поражения (4 февраль 2025). 3 сентябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ http://rmtf.ru/persons/21600. Федерация тайского бокса-муайтай России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 сентябрь 2025. Архивировано 1 декабрь 2021 года.
- ↑ Александр Фролов. «Он разнесёт вашего Минеева». Шара Буллет нокаутировал бразильца ударом пятки в голову. www.championat.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 сентябрь 2025. Архивировано 30 ноябрь 2021 года.
- ↑ Результаты поединков 18 августа. Федерация тайского бокса-муайтай России (18 август 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 сентябрь 2025. Архивировано 1 декабрь 2021 года.
- ↑ Москвич Шарабутдин Магомедов завоевал титул лиги GPRO. www.vremyan.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 сентябрь 2025. Архивировано 30 ноябрь 2021 года.
- ↑ Дневник Чемпионата России 2013. Утро 18 августа. Федерация тайского бокса-муайтай России (18 август 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 сентябрь 2025. Архивировано 1 декабрь 2021 года.
- ↑ Шара Буллет: интервью, новая звезда российских ММА о своем прозвище, UFC и Дацике. m.sport-express.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 сентябрь 2025.
- ↑ Битва за квартиру. Где смотреть финал гран-при «Наше Дело». Советский спорт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 сентябрь 2025. Архивировано 3 апрель 2022 года.
- ↑ Евгений Нарижный. Боец ММА нокаутировал незнакомца в Махачкале. Но прекратите винить Шару Буллета. www.championat.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 сентябрь 2025. Архивировано 12 июнь 2022 года.
- ↑ Author Nastja. Филиал РУДН — STALKER. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 сентябрь 2025. Архивировано 10 ноябрь 2021 года.
- ↑ Шара Буллет впервые в профессиональной карьере довел поединок до решения судей. mma.metaratings.ru (3 декабрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 сентябрь 2025.
- ↑ AMC Fight Nights. Шара Буллет нокаутировал Жоэля Тайгера — Комментарии. news.sportbox.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 сентябрь 2025. Архивировано 8 апрель 2022 года.
- ↑ Шара Буллет: Планирую победить и переехать в Москву. Советский спорт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 сентябрь 2025. Архивировано 20 апрель 2022 года.
- ↑ Россиянин Шарабутдин Магомедов проведет бой против узбека Хасана Бозорова на чемпионате мира "Бои по правилам TNA". sport-express.ru (19 февраль 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 сентябрь 2025. Архивировано 30 ноябрь 2021 года.
- ↑ Пуля навылет. Какие бойцы стали открытиями в 2021 году. ММА - Смешанные единоборства. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 сентябрь 2025.
- ↑ Шара Буллет: «Считаю себя чемпионом RCC, хоть и нет пояса. В скором времени появится» - 3 декабря 2022 - Sport24. sport24.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 сентябрь 2025.
- ↑ Шара Буллет: Планирую победить и переехать в Москву. Советский спорт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 сентябрь 2025. Архивировано 20 апрель 2022 года.
- ↑ «Я вышел и вырубил соперника за 40 секунд». Шара Буллет о проблемах с глазом, бирманском боксе и Бархударяне. mma.metaratings.ru (29 декабрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 сентябрь 2025. Архивировано 29 декабрь 2021 года.
- ↑ Пуля навылет. Какие бойцы стали открытиями в 2021 году. ММА - Смешанные единоборства. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 сентябрь 2025.
- ↑ Результаты Кубка России по тайскому боксу 2014. www.namt-boxing.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 сентябрь 2025. Архивировано 11 ноябрь 2021 года.
- ↑ GPRO 23: Москвич Шарабутдин Магомедов завоевал титул лиги GPRO. Федерация тайского бокса-муайтай России (31 май 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 сентябрь 2025. Архивировано 1 декабрь 2021 года.
- ↑ Москвич выиграл международный турнир по тайскому боксу. m24.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 сентябрь 2025. Архивировано 11 ноябрь 2021 года.
- ↑ 1 2 Шара Буллет: путь бойца в UFC и его история (18 октябрь 2023). 3 сентябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Из поп-MMA в UFC – на что способен Шара Буллет? (4 октябрь 2023). 3 сентябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Бой Шарабутдин Магомедов — Кушал Виас: видео, новости. 3 сентябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Российский боец Шара Буллет подписал контракт с UFC (29 декабрь 2022). 3 сентябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Романчук, Владислав. Шара Буллет в ярком бою победил Бруно Силву, успешно дебютировав в UFC (21 октябрь 2024). 3 сентябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Россиянин Шара Буллет победил бразильца Троколи на турнире UFC (22 июнь 2024). 3 сентябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Шара Буллет победил Петросяна нокаутом на турнире UFC 308 (26 октябрь 2024). 3 сентябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ UFC анонсировал бой Шары Буллета (14 декабрь 2024). 3 сентябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Гасанов, Яхья. Веном оказался не по зубам. Шара Буллет проиграл впервые в карьере (1 февраль 2025). 1 февраль 2025 тикшерелгән.
- ↑ Шара Буллет одержал победу на турнире UFC в Абу-Даби (26 июль 2025). 3 сентябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Шара Буллет рассказал, откуда появился его образ: «Мне там дали прозвище «Король обезьян» (4 сентябрь 2023). 3 сентябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Шара Буллет рассказал, откуда у него такое прозвище (30 ноябрь 2022). 3 сентябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Шара Буллет чуть не потерял глаз и два года жил за счет родителей – перенес восемь операций (21 октябрь 2023). 3 сентябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Сергей Баюшкин. Шара Буллет: путь бойца в UFC и его история. Спорт-Экспресс (18 октябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 сентябрь 2025.
- ↑ Турнир GPRO 23 закончился сенсацией: чемпионский пояс забрал Магомедов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 сентябрь 2025. Архивировано 30 ноябрь 2021 года.
Һылтанмалар
- Шары Буллета профиле инглиз телендә Чемпионаттың рәсми (инг.) Ultimate Fighting Championship.com сайтында
- Шары Буллета профиле (рус.) Ultimate Fighting Championship чемпионаттының рус телендәге рәсми сайтында
- Профиль Шары Буллета (рус.) — статистика бойца на сайте FightTime.ru
- Профиль Шары Буллета на сайте Tapology