Ханов Рәфил Лотфулла улы
Ханов Рәфил Лотфулла улы (16 май 1946 йыл) — совет спортсыһы һәм ауыр атлетика буйынса тренер; СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1972), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1993)[3]
Биографияһы
Рәфил Лотфулла улы Ханов 1946 йылдың 16 майында Башҡорт АССР-ының Саҡмағош районындағы Йәмәй ауылында тыуған.
«Локомотив» (тренеры Б. М. Мосиевич) һәм «Хеҙмәт» (тренеры Г. Л. Аферин) спорт йәмғиәттәре тәрбиәләнеүсеһе.
1970—1972 йылдарҙа СССР ауыр атлетика йыйылма командаһы ағзаһы. РСФСР чемпионы була (1969), СССР кубогының (1971) һәм РСФСР чемпионатының (1970) көмөш призеры, шулай уҡ СССР (1972) һәм РСФСР (1971—1972) чемпионаттарының бронза призеры.
1980 йылдан алып Ханов Рәфил тренерлыҡ эше менән шөғөлләнә. «Башстрой» территориаль берекмәһенең 3-сө төҙөлөш тресы «Өфөлө» спорт клубы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә, 2005 йылдан — «Уфимец» олимпия резервы спорт мәктәбендә (Өфө ҡалаһы, Башҡортостан Республикаһы) тренер-уҡытыусы булып эшләй. Юғары квалификация категориялы тренер[4].
Ғаиләһе
Хановтар ғаиләһе Өфөнөң спорт биографияһында үҙенсәлекле ғаилә булып тора. Был ауыр атлеттар ғаилә командаһында — ике халыҡ-ара класлы спорт мастеры, спорт мастеры һәм мастерлыҡҡа кандидат. Рәфил Хановтың улы — Рафаэль[5], шулай уҡ спротсы-ауыр атлет булып китә. Уның ейәнсәре Эльвина 1992 йылғы һәм унан кесерәк спортсылар араһында ауыр атлетика буйынса Рәсәй беренселегенең көмөш призеры була. Ошо уҡ ярыштарҙа Эльвинаның һеңлеһе — Гүзәл ҡатнаша һәм спорт мастерлығына кандидат нормативтарын раҫлай[6]
Иҫкәрмәләр
- ↑ Мосиевич Борис Михайлович
- ↑ АФЕРИН Гавриил Лукьянович
- ↑ Указ Президиума ВС РБ от 13.05.1993 № 6-2/189г О присвоении почетного звания «Заслуженный работник физической культуры Республики Башкортостан» Ханову Р. Л.
- ↑ Тренерский состав — СШОР Уфимец 2017 йылдың 24 ноябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Ханов Рафаэль Рафилович 2017 йылдың 17 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Железный аргумент Эльвины 2018 йылдың 27 февраль көнөндә архивланған.
Һылтанмалар
- Ханов Рәфил Лотфулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 14 май 2021)
- Состоялось открытое первенство по тяжелой атлетике, посвященное 70-летию Рафиля Ханова
- БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ АУЫР АТЛЕТИКА ФЕДЕРАЦИЯҺЫ 2017 йылдың 18 сентябрь көнөндә архивланған.