Мосиевич Борис Михайлович

Мосиевич Борис Михайлович (21 май 1921 йыл28 март 1981 йыл) — СССР тренеры һәм спорт эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Бөтә Союз категорияһындағы судья (1956), РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1961)[1].

Биографияһы

Борис Михайлович Мосиевич 1921 йылдың 21 майында Украина ССР-ының Коростендә тыуа .

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Ҡара диңгеҙ флотының «Непорочное» эскадра миноносецында моряк булып хеҙмәт итә[2], «Одесса оборонаһы өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән(24.07.1943).

Демобилизациянан һуң Башҡорт АССР-ына килә. Мосиевич, Өфөлә йәшәй. 1947 йылда Башҡорт АССР-ының Физик культура һәм спорт эштәре буйынса комитетының уҡыу-спорт бүлегендә өлкән инспектор булып эшләй. 1952 йылдан алып — «Спартак» ДСО-һының Башҡортостан өлкә советы тренеры , 19631964 йылдарҙа — ДСО «Локомотив» тренеры (барыһы ла — Өфө). 1947 йылдан алып бер үк ваҡытта Башҡорт АССР-ы Юғары спорт оҫталығы мәктәбендә тренер була. Борис Мосиевич 1965 йылдан алып Башҡорт АССР-ының ауыр атлетика федерацияһы рәйесе була.

Үҙенең тренер эшмәкәрлеге осоронда байтаҡ билдәле спортсылар тәрбиәләй[3] — В Чикишев, М. Шабаев, В Агибалов[4], Г Аферин[5], Владимир Вагин, Е. Гирко[6], Рәфил Ханов. Уларҙың ҡайһы берҙәре — донъя рекордсмены.

1981 йылдың 28 мартында Мәскәү өлкәһе Калининград (хәҙер Королев) ҡалаһында вафат була. Өфө ҡалаһының Көньяҡ христиан зыяратында ерләнә.

Әҙәбиәт

  • В Русев батыр Остазы. / Башҡортостанда спорт. Өфө, 1971.

Иҫкәрмәләр