Ханов Рәфил Лотфулла улы

Рәфил Лотфулла улы Ханов (рус. Рафил Лотфуллинович Ханов; 1946 йылдың 16 майы, Йәмәй, Башҡорт АССР-ы) — совет ауыр атлеты, совет һәм Рәсәй ауыр атлетика тренеры[1]. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1972), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1993)[1].

Биографияһы

1946 йылдың 16 майында Башҡорт АССР-ының (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы) Саҡмағош районы Йәмәй ауылында тыуған[1].

Спорт менән ирекле спорт йәмғиәттәрендә шөғөлләнә башлай. «Локомотив» (тренеры Борис Мосиевич) һәм «Труд» Дирекле спорт йәмғиәттәре (тренеры Гавриил Аферин) тәрбиәләнеүсеһе була[1].

1970—1972 йылдарҙа СССР-ҙың ауыр атлетика буйынса йыйылма командаһы составына инә[1].

Спорт ҡаҙаныштары

  • 1 РСФСР чемпионы (1969)[1];
  • 2 СССР Кубогының көмөш призёры (1971)[1];
  • 2 РСФСР чемпионатының көмөш призёры (1970)[1];
  • 1 СССР чемпионатының бронза призёры (1972)[1];
  • 1 РСФСР чемпионаттарының бронза призёры (1971, 1972)[1].

Педагогик эшмәкәрлеге

1980 йылдан алып тренер-уҡытыусылыҡ эшенә күсә. «Башстрой» территориаль берекмәһенең 3-сө төҙөлөш тресы «Уфимец» спорт клубының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер-уҡытыусы булып эшләй[1].

2005 йылдан алып Өфө ҡалаһындағы «Уфимец» Олимпия резервы спорт мәктәбендә тренер-уҡытыусы булып эшләүен дауам итә[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1972)[1];
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1993)[1].

Ғаиләһе

  • Улы — Рафаэль Рафилович Ханов (1973 йылдың 24 мартында тыуған), ауыр атлет, Рәсәйҙең халыҡ-ара класслы спорт мастеры (1995), Рәсәй Кубогы эйәһе (1996)[2].
  • Ейәнсәре — Эльвина, 1992 йылғы һәм унан бәләкәй спортсылар араһында ауыр атлетика буйынса Рәсәй беренселегенең көмөш призёры;
  • Ейәнсәре — Гүзәл, спорт мастерлығына кандидат[3].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 Ханов Рафил Лутфуллинович. ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия» (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 август 2026.
  2. Ханов Рафаэль Рафилович. ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия» (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 август 2026.
  3. Эльвинаның тимер аргументы. web.archive.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 сентябрь 2017.

Әҙәбиәт

Тема буйынса өҫтәмә