Дәүләтов Бәкер Рәхим улы
Дәүләтов Бәкер Рәхим улы | |
---|---|
Тыуған көнө | 23 май 1915 |
Тыуған урыны | Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Иҫке Әмир ауылы[1] |
Вафат булған көнө | 31 март 1982 (66 йәш) |
Вафат булған урыны | Тажик ССР-ы Турсунзаде |
Хеҙмәт иткән урыны |
![]() |
Ғәскәр төрө | кавалерия |
Хеҙмәт итеү йылдары | 1937—1939; 1941—1945 |
Хәрби звание | |
Часть | 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы |
Хәрби алыш/һуғыштар |
|
Награда һәм премиялар |
Дәүләтов Бәкер Рәхим улы (23 май 1915 йыл — 31 март 1982 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, гвардия өлкән сержанты. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының пулемёт расчеты командиры, Советтар Союзы Геройы (1944). 1943 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы[2][3].
Биографияһы
1915 йылдың 23 майында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе, хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Благовар районына ҡараған Иҫке Әмир ауылында тыуған[2][3].
Тулы булмаған урта белем ала. 15 йәшенән СССР-ҙың төрлө төҙөлөштәрендә эшләй[3][4].
1936 йылдан Тажик ССР-ының Регар ҡалаһында йәшәй, Шегар районының «Беренсе Май» колхозында эшләй[3].
1937—1940 йылдарҙа Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһында хеҙмәт итә. Демобилизацияланғандан һуң колхоз рәйесе урынбаҫары булып эшләй[3][4].
1941 йылдың ноябрендә ҡабаттан армияға саҡырыла. 1942 йылдың октябренән Бөйөк Ватан һуғышының Көньяҡ-Көнбайыш, Сталинград, Үҙәк, Белоруссия, 2-се һәм 1-се Белоруссия фронттарында алғы һыҙыҡта алыша[2].
1943 йылдың сентябренә гвардия өлкән сержанты Бәкер Дәүләтов Үҙәк фронттың 61-се армияһы 7-се гвардия кавалерия корпусы 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкы 4-се эскадронының станок пулемет расчетының беренсе номеры була. Днепр өсөн алыштарҙа батырлыҡ күрһәтә[4].
Днепр плацдармындағы алыштарҙа өс кешенән торған төркөм составында дошман тылында төнгө разведкала ҡатнаша, уның барышында немец йөк машинаһы шоферы ҡулға алына. Икенсе көндө Березново районында алышта батырлыҡ күрһәтә — Немец контратакаһын кире ҡағыу барышында Дәүләтовтың пулемет расчеты дошмандың 20-нән ашыу һалдатын юҡ итә һәм совет позицияларына һөжүм иткән немец самолеттарына ут аса[3].
1943 йылдың 28 сентябрендә Белорус ССР-ы Гомель өлкәһе Брагин районы Вялье ауылы районында Дәүләтов үҙенең расчеты менән эскадронда беренселәрҙән булып Днепр аша сыға. Пулемет уты менән ул дошмандың ут нөктәһен юҡ итә, эскадронға уңышлы алға барыу өсөн юл аса. 1943 йылдың 29 сентябрендә Галки ауылы өсөн алышта Дәүләтов, пулемет менән алға сығып, дошман һалдаттары төркөмөн юҡ итә, ауылды азат итеүҙе тәьмин итә. Алышта уның пулеметы сафтан сыға, Давлятов винтовкаһынан туҡтауһыҙ ут яуҙыра[4].
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы «Ҡыҙыл Армияның генералдарына, офицерҙарына, сержант һәм рядовой составына Советтар Союзы Геройы исемен биреү тураһында» указы менән «немец илбаҫарҙарына ҡаршы көрәш фронтында командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне, шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн» гвардия өлкән сержанты Бакир Дәүләтовҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла[4][5].
1944 йылдың 8 ғинуарында Мозырь ҡалаһы янындағы алышта Дәүләтов ҡаты яралана һәм ике аяғын да юғалта[3].
Оҙаҡ дауаланғандан һуң инвалидлыҡ буйынса армиянан демобилизациялана[4].
Тажик ССР-ы Регар ҡалаһында йәшәй Һәм Регар социаль тәьминәт бүлеге мөдире булып эшләй[3].
1982 йылдың 31 мартында вафат була, Турсунзада ҡалаһында ерләнә[4].
Наградалары
- Советтар Союзы Геройы
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (15.01.1944)[6]
- Ленин ордены (15.01.1944)
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (06.10.1943)[7]
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (12.12.1942)[8]
- юбилей миҙалдары
Хәтер
- Турсунзада ҡалаһының 98-се урта мәктәпкә Герой исеме бирелгән[4].
- 2015 йылдың 2 майында Турсунзада ҡалаһының 98-се урта мәктәбендә Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын байрам итеү сиктәрендә тантаналы саралар үткәрелә һәм Советтар Союзы Геройы Бакир Дәүләтов иҫтәлегенә бюст ҡуйыла.
- Благовар районының Языков ауылының Геройҙар аллеяһында бюст ҡуйылған[2].
- Иҫке Әмир ауылындағы урамға Герой исеме бирелгән.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы, Благовар районы.
- ↑ 1 2 3 4 А.Н.Пинтсон, тәржемәсе Д.К.Үзбәков. Дәүләтов Бәкер Рәхим улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 Ш. З. Ракипов. Доверие (пер. с татарского И. Ракипова) // Хранить вечно. Казань, Татарское кни. изд-во, 1980. стр. 207—210.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 Дәүләтов Бәкер Рәхим улы . «Герои страны» сайты.
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 ғинуар (№ 4 (264)). — С. 1. Архивировано 24 сентябрь 2021 года.
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
Әҙәбиәт
- Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). — Уфа: Башкнигоиздат, 1965—1985. — Т. в 5 кн..
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
- Сечкина Л. П. Твои Герои, Таджикистан. Душанбе, 1985.
Һылтанмалар
- Дәүләтов Бәкер Рәхим улы . «Герои страны» сайты.
- А.Н.Пинтсон, тәржемәсе Д.К.Үзбәков. Дәүләтов Бәкер Рәхим улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Дәүләтов Бәкер Рәхим улы . Республика Хәрби Дан музейы. Дата обращения: 28 ғинуар 2025.
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Благовар районында тыуғандар
- 23 майҙа тыуғандар
- 1915 йылда тыуғандар
- 31 мартта вафат булғандар
- 1982 йылда вафат булғандар
- Тажикстанда вафат булғандар
- СССР сержанттары һәм старшиналары
- Советтар Союзы Геройҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Совет гвардияһы
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- Днепр өсөн алышта ҡатнашыусылар
- Советтар Союзы Геройҙары (Башҡортостан)
- Советтар Союзы Геройҙары:Благовар районы
- Советтар Союзы Геройҙары:112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы
- КПСС ағзалары