16-сы гвардия кавалерия дивизияһы
16-сы гвардия кавалерия дивизияһы — Көньяҡ-Көнбайыш, Үҙәк, Белоруссия, 1-се һәм 2-се белорус фронттары составында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының хәрби берләшмәһе. Өфөлә 112-се кавалерия дивизияһы булараҡ ойошторола (1941 йылдың декабре — 1942 йылдың апреле). 1943 йылдың 14 февралендә 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы тип үҙгәртелә.
Тарихы
16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 1943 йылдың 14 февралендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы частарынан ойошторола. 275-се, 294-се, 313-сө кавалерия полктары 58-се, 60-сы һәм 62-се гвардия кавалерия полктары тип үҙгәртелә.
1943 йылдың 12 февраленән 23 февраленә тиклем дивизия Көньяҡ-Көнбайыш фронтта 8-се кавалерия корпусы составында Ворошиловград ҡалаһы районында дошман тылында әүҙем һуғыша.
23 февралдә рейдтан сыҡҡанда дивизия командиры генерал-майор М. М. Шайморатов һәләк була. Ул һәләк булғандан һуң, дивизияны полковник Г. А. Белов етәкләй.
1943 йылдың 15 апреленән 1943 йылдың 30 авгусына тиклем дивизия Баш командование ставкаһына ҡарай.
1943 йылдың 13 майынан 1943 йылдың 12 июленә тиклем Воронеж өлкәһе Павловск ҡалаһында дивизияның сафтары, шул иҫәптән 4-се кавалерия корпусының 16-сы һәм 81-се кавалерия дивизияларының личный составы менән, тулыландырыла [1].
1943 йылдың көҙөндә дивизия Чернигов-Припять операцияһында ҡатнаша. 1943 йылдың 21 сентябрендә Черниговты азат итеү буйынса алыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн дивизияға «Чернигов» тигән маҡтаулы исем бирелә.
25 сентябрҙә дивизия частары Днепр йылғаһына барып етә. Днепр өсөн алышта ҡатнашҡаны өсөн дивизияның 1,4 меңдән ашыу яугиры һәм командиры хөкүмәт наградалары менән билдәләнә; 54 кеше Советтар Союзы Геройы исемен ала, улар иҫәбендә дивизия командиры генерал-майор Г. А. Белов, 58-се гвардия кавалерия полкы командиры полковник Т. Т. Кусимов, Ҡ. Х. Әхмәтшин, Т. Ғ. Халиҡов һ.б. була.
1943 йылдың ноябрендә дивизия Гомель-Речица операцияһы барышында Белоруссия ҡалаларын һәм ауылдарын азат итеүҙә ҡатнаша.
1944 йылдың 8 ғинуарынан 14-енә тиклем 7-се гвардия кавалерия корпусы составында Мозырь рейдында ҡатнаша, Мозырь һәм Сарна ҡалаларын азат итешә. Батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
1944 йылдың мартында Владимир-Волынскийға һөжүм башлайҙар.
1944 йылдың 18 июленән 2 авгусына тиклем дивизия Люблин-Брест операцияһында Украина, Белоруссия, Польша ҡалаларын һәм ауылдарын азат итеүҙә ҡатнаша. Калиш һәм Люблин ҡалаларын алған өсөн II дәрәжә Суворов ордены менән бүләкләнә; 58-се һәм 62-се гвардия кавалерия полктары һәм 148-се гвардия артиллерия-миномет полкы Ҡыҙыл Байраҡ ордендары менән наградлана.
1944 йылдың авгусынан 1945 йылдың 9 ғинуарына тиклем Висланың көнсығыш ярында оборонала тора. Томашув-Мазовецки ҡалаһын алған өсөн 60-сы гвардия кавалерия полкы Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә; 58-се гвардия кавалерия полкы һәм 148-се гвардия артиллерия-миномет полкы «Томашув» атамаһына лайыҡ була.
1945 йылдың 10 февраленән 4 апреленә тиклем дивизия Көнсығыш-Померания операцияһында ҡатнаша.
1945 йылдың 19 апреленән 5 майына тиклем — Берлин стратегик операцияһында. II дәрәжә Кутузов ордены менән бүләкләнә.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында дивизия Дондан Эльбаға тиклем 4000 километрҙан ашыу юл үтә. Юғары Баш командующий бойороҡтарында алыштарҙа батырлыҡ күрһәткән тип 15 тапҡыр билдәләнә.
Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре
«Гвардия» — маҡтаулы исем СССР оборона халыҡ комиссарының 1943 йылдың 14 февралендәге 78-се бойороғо менән немец илбаҫарҙары менән алышта күрһәткән батырлығы, сыҙамлығы, ҡаһарманлығы, ойошҡанлығы, шәхси составының геройлығы өсөн бирелә;- «Чернигов» маҡтаулы исеме — Юғары Баш командующийҙың 1943 йылдың 21 сентябрендәге бойороғо менән яуланған еңеүҙе һәм Черниговты азат иткәндә немец илбаҫарҙарына ҡаршы күрһәткән батырлығын билдәләп бирелә;
Ҡыҙыл Байраҡ ордены — СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы Указы менән немец илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм шул ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн бүләкләнә[2];
II дәрәжә Суворов ордены — СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 9 авгусындағы Указы менән немец илбаҫарҙарына ҡаршы алышта командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне, Люблин ҡалаһын яулап алыуы һәм шул ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн бүләкләнә[3];
Ленин ордены — СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 19 февралендәге Указы менән немец илбаҫарҙарына ҡаршы алышта командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне, Сохачев, Скерневице, Лович ҡалаларын яулауы һәм шул ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн бүләкләнә[4];
II дәрәжә Кутузов ордены — СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 28 майындағы Указы менән Бранденбург ҡалаһын яулағанда немец илбаҫарҙарына ҡаршы алышта командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм шул ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн бүләкләнә[5].
- 58-се гвардия кавалерия Томашов[6] Ҡыҙыл Байраҡлы[7] Суворов орденлы[8] полк;
- 60-сы гвардия кавалерия Померания[9] Ҡыҙыл Байраҡлы[7] Суворов орденлы[10] полк;
- 62-се гвардия кавалерия Ҡыҙыл Байраҡлы[7] Кутузов[10] һәм Александр Невский орденлы[8] полк;
- 32-се айырым танк Томашов Ҡыҙыл Байраҡлы[7] полк;
- 148-се гвардия артиллерия-миномёт Томашов Ҡыҙыл Байраҡлы[7] Кутузов[11] һәм Богдан Хмельницкий орденлы[8] (II дәрәжә) полк;
- 14-се айырым гвардия сапер Александр Невский[8] һәм Ҡыҙыл Йондоҙ орденлы[10] батальон;
- 15-се айырым гвардия Александр Невский[8] һәм Ҡыҙыл Йондоҙ орденлы[10] элемтә эскадроны.
Составы
- 58-се гвардия кавалерия полкы (элекке 275-се кп., 112-се кд);
- 60-сы гвардия кавалерия полкы (элекке 294-се кп., 112-се кд);
- 62-се гвардия кавалерия полкы (элекке 313-сө кп., 112-се кд);
- 32-се айырым танк полкы (1944 йылдың 14 майынан);
- 148-се гвардия артиллерия-миномёт полкы (элекке 101-се айырым атлы-артиллерия дивизионы);
- 20-се айырым гвардия һауа һөжүменән һаҡланыу дивизионы (зенит батареяһы);
- 148-се гвардия артиллерия паркы;
- 112-се айырым разведка дивизионы (эскадрон);
- 14-се айырым гвардия сапёр эскадроны;
- 15-се айырым гвардия элемтә эскадроны (83-сө элемтә ярымэскадроны);
- 19-сы айырым медицина-санитар эскадроны (элекке 80-се мсэ);
- 21-се айырым гвардия химик һаҡлау взводы (элекке 112-се айырым химик һаҡлау эскадроны);
- 18-се аҙыҡ-түлек транспорты;
- 13-сө яғыулыҡ-майлау материалдары килтереү взводы;
- еп-йышыу һәм эйәр оҫтаханаһы;
- ???? (379-сы ветеринар лазарет);
- 1927-се ялан почта станцияһы;
- 1030-сы СССР-ҙың Дәүләт банкы ялан кассаһы.
Исемлек № 6: Кавалерийские, танковые, воздушно-десантные дивизии и управления артиллерийских, зенитно-артиллерийских, минометных, авиационных и истребительных дивизий, входивших в состав действующей армии в годы Великой Отечественной войны 1941—1945 гг. / Покровский А. П. — М.: Министерство обороны, 1965. — 77 с.
Ғәмәлдәге армия составына ингән осорҙары
- 1943 йылдың 14 феврале — 1943 йылдың 29 апреле
- 1943 йылдың 10 сентябре — 1945 йылдың 9 майы
Исемлек № 6: Кавалерийские, танковые, воздушно-десантные дивизии и управления артиллерийских, зенитно-артиллерийских, минометных, авиационных и истребительных дивизий, входивших в состав действующей армии в годы Великой Отечественной войны 1941—1945 гг. / Покровский А. П. — М.: Министерство обороны, 1965. — 77 с.
Буйһоноуы[12]
Командирҙары
- Шайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улы, гвардия генералы-майоры, (1943 йылдың феврале)
- Белов Григорий Андреевич, гвардия генерал-майоры, (1943 йылдың феврале — 1945 йылдың майы)
Дивизияның батырлыҡ күрһәткән яугирҙары
- Азалов Ҡлычнияз, гвардия рядовойы, 58-се гвардия кавалерия полкы ҡылыссыһы. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы.
- Азовкин Юрий Петрович, гвардия өлкән лейтенанты, 148-се гвардия артиллерия-миномет полкының идаралыҡ взводы командиры. СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 31 майындағы указы.
- Әминов Халлаҡ, гвардия ҡыҙылармеецы, 60-сы гвардия кавалерия полкының 1-се эскадрон бүлексәһе командиры. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы.
- Антошин Яков Фёдорович, гвардия рядовойы, 58-се гвардия кавалерия полкы пулеметсыһы. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы.
- Арсенюк Александр Николаевич, гвардия рядовойы, 58-се гвардия кавалерия полкы снайперы. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы.
- Әхмәров Ғәбит Абдулла улы, гвардия өлкән сержанты, 62-се гвардия кавалерия полкының 45 мм орудиелар батареяһының ут взводы командиры ярҙамсыһы. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 9 февралендәге указы.
- Әхмәтшин Ҡәйүм Хәбибрахман улы, гвардия старшинаһы, 58-се гвардия кавалерия полкының ҡылыс взводы командиры ярҙамсыһы. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы. Исем үлгәндән һуң бирелә.
- Байрамов Мүлке, гвардия өлкән лейтенанты, 60-сы гвардия кавалерия полкының 2-се эскадроны командиры. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы.
- Безуглов Григорий Викторович, гвардия капитаны, 60-сы гвардия кавалерия полкының штаб начальнигы. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы.
- Белов Григорий Андреевич, гвардия генерал-майоры, дивизия командиры. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы.
- Биктимеров Сәлмән Ғәлиәхмәт улы, гвардия өлкән сержанты, 60-сы гвардия кавалерия полкының 2-се эскадроны бүлексәһе командиры. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы.
- Бояркин Василий Илларионович, гвардия өлкән сержанты, 60-сы гвардия кавалерия полкының 4-се эскадроны пулемет расчеты командиры. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы.
- Булатов Хоҙат Сәлимйән улы, гвардия сержанты, 58-се гвардия кавалерия полкының танкыға ҡаршы орудие расчеты командиры. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 9 февралендәге указы.
- Буторин Виктор Васильевич, гвардия өлкән сержанты, 62-се гвардия кавалерия полкының ҡылыс взводы командиры. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы.
- Васильев Михаил Павлович, гвардия старшинаһы, 148-се гвардия артиллерия-миномет полкының 2-се батареяһы орудие расчеты командиры. СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 31 майындағы указы.
- Велисов Григорий Никитович, гвардия старшинаһы, 60-сы гвардия кавалерия полкының 76 мм батареяһы орудие расчеты командиры. СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 31 майындағы указы.
- Вишневецкий Владимир Михайлович, гвардия өлкән сержанты, 60-сы гвардия кавалерия полкының 45 мм артиллерия батареяһының орудие расчеты командиры. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 9 февралендәге указы.
- Воронин Андрей Фёдорович, гвардия сержанты, 60-сы гвардия кавалерия полкының 1-се эскадроны бүлексәһе командиры. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы.
- Ғәбдрәшитов Фазулла Ғабдулла улы, гвардия рядовойы, 60-сы гвардия кавалерия полкының 2-се эскадроны пулеметсыһы. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы.
- Галкин Владимир Александрович, подполковник, 32-се танк полкы командиры. СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 24 мартындағы указы.
- Ғәтиәтуллин Шакир Йосоп улы, гвардия өлкән сержанты, 58-се гвардия кавалерия полкының ҡылыс взводы командиры ярҙамсыһы. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы.
- Ғиззәтуллин Абдулла Ғөбәйҙулла улы, гвардия сержанты, 60-сы гвардия кавалерия полкының бүлексә командиры. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы. 1945 йылдың 15 мартындағы алышта һәләк була.
- Гречушкин Дмитрий Фёдорович, гвардия лейтенанты, 60-сы гвардия кавалерия полкының 4-се эскадроны танкыға ҡаршы мылтыҡтар взводы командиры. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы.
- Грицынин Константин Данилович, гвардия ефрейторы, 60-сы гвардия кавалерия полкының элемтә взводы телефонсыһы. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы. 1943 йылдың 12 октябрендә яраларҙан вафат була.
- Дәүләтов Әбдрәүеф Ғәни улы, гвардия лейтенанты, 58-се гвардия кавалерия полкының пулемет взводы командиры. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы. 1943 йылдың 27 октябрендәге алышта һәләк була.
- Дәүләтов Бәкер Рәхим улы, гвардия өлкән сержанты, 60-сы гвардия кавалерия полкының 4-се эскадроны станок пулемет расчетының 1-се номеры. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы.
- Данильянц Еремей Иванович, гвардия өлкән сержанты, 60-сы гвардия кавалерия полкының 4-се эскадроны пулемет расчеты командиры. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы. Үлгәндән һуң бүләкләнә.
- Дауытов Искәндәр Садиҡ улы, гвардия рядовойы, 58-се гвардия кавалерия полкының пулемет взводы тоҫҡаусыһы. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы. 1943 йылдың 27 сентябрендәге алышта һәләк була.
- Дачиев Хансолтан Сапай улы, гвардия ҡыҙылармеецы, 58-се гвардия кавалерия полкы разведчигы. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы.
- Двадненко Иван Карпович, гвардия кесе лейтенанты, 60-сы гвардия кавалерия полкының 45 мм батареяһы командиры. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 9 февралендәге указы.
- Давлетжанов Бердымурад, гвардия ҡыҙылармеецы, 62-се гвардия кавалерия полкының ҡылыссыһы. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы.
- Калинич Николай Денисович, гвардия өлкән сержанты, 60-сы гвардия кавалерия полкының 2-се эскадроны взводы командиры ярҙамсыһы. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы.
- Карпов Михаил Павлович, гвардия өлкән сержанты, 60-сы гвардия кавалерия полкының 4-се эскадроны пулемет расчеты командиры. СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 31 майындағы указы.
- Кенжебаев Түле Таскентбай улы, гвардия рядовойы, 60-сы гвардия кавалерия полкының 4-се эскадроны ҡылыссыһы. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы.
- Коржов Даниил Трофимович, гвардия ҡыҙылармеецы, 60-сы гвардия кавалерия полкы ҡылыссыһы. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы.
- Корсун Николай Нестерович, гвардия өлкән лейтенанты, 58-се гвардия кавалерия полкының эскадрон командиры. СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 31 майындағы указы.
- Красиков Александр Васильевич, гвардия капитаны, 62-се гвардия кавалерия полкының штаб начальнигы. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы.
- Ҡужаҡов Морат Ғәлләм улы, гвардия өлкән сержанты, 58-се гвардия кавалерия полкының ҡылыс бүлексәһе командиры. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы.
- Күсимов Таһир Тайып улы, гвардия подполковнигы, 58-се гвардия кавалерия полкы командиры. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы. 1945 йылда Еңеү Парадында ҡатнаша.
- Лунин Яков Михайлович, гвардия рядовойы, 58-се гвардия кавалерия полкының танкыға ҡаршы мылтыҡ тоҫҡаусыһы. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы.
- Манахов Евгений Фёдорович, гвардия лейтенанты, 58-се гвардия кавалерия полкының ҡылыс взводы командиры. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы.
- Меньшиков Пётр Михайлович, гвардия өлкән сержанты, 58-се гвардия кавалерия полкының взвод командиры ярҙамсыһы. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы.
- Миңлеғолов Тәфтизән Таһир улы, гвардия сержанты, 62-се гвардия кавалерия полкының миномет расчеты командиры. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы.
- Михайлюк Емельян Иосифович, гвардия лейтенанты, 62-се гвардия кавалерия полкының 1-се эскадроны командиры. СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 24 мартындағы указы.
- Мухаммед-Мирзоев Һауаджи, гвардия өлкән сержанты, 60-сы гвардия кавалерия полкының 3-сө эскадроны взводы командиры ярҙамсыһы. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы. Үлгәндән һуң бүләкләнә.
- Нәбиев Вәли Нәби улы, гвардия старшинаһы, 60-сы гвардия кавалерия полкының ҡылыс взводы командиры ярҙамсыһы. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы.
- Нагорный Михаил Петрович, гвардия өлкән сержанты, 58-се гвардия кавалерия полкының ҡылыс взводы командиры ярҙамсыһы. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы.
- Никифоров Алексей Фёдорович, гвардия өлкән сержанты, 58-се гвардия кавалерия полкының сапер взводы бүлексәһе командиры. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы.
- Николаенко Иван Дементьевич, гвардия өлкән сержанты, 60-сы гвардия кавалерия полкының взвод командиры ярҙамсыһы. СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 6 апрелендәге указы.
- Ниязмамедов Тачмамед, гвардия өлкән сержанты, 60-сы гвардия кавалерия полкының пулемет взводы командиры ярҙамсыһы. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы.
- Новосельцев Михаил Иванович, гвардия ефрейторы, 62-се гвардия кавалерия полкының 3-сө эскадроны станок пулемет расчеты командиры. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы.
- Панов Александр Семёнович, гвардия ҡыҙылармеецы, 60-сы гвардия кавалерия полкының 3-сө эскадроны ҡылыссыһы. СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 31 майындағы указы.
- Папышев Иван Петрович, гвардия старшинаһы, 60-сы гвардия кавалерия полкының разведка взводы командиры. СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 27 февралендәге указы.
- Петлюк Иосиф Матвеевич, медицина хеҙмәтенең гвардия старшинаһы, 62-се гвардия кавалерия полкы эскадронының санитар инструкторы. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы.
- Платонов Георгий Фёдорович, гвардия капитаны, 62-се гвардия кавалерия полкының эскадрон командиры. СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 24 мартындағы указы.
- Подлузский Сергей Владимирович, гвардия өлкән сержанты, 60-сы гвардия кавалерия полкының ҡылыс взводы командиры. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы.
- Попов Пётр Дмитриевич, гвардия сержанты, 62-се гвардия кавалерия полкының атлы йомошсоһы. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы.
- Разволяев Иван Павлович, гвардия капитаны, 60-сы гвардия кавалерия полкының 2-се эскадроны командиры. СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 27 февралендәге указы.
- Рудой Анатолий Михайлович, гвардия өлкән лейтенанты, 58-се гвардия кавалерия полкының 4-се эскадроны командиры. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы.
- Свеженцев Илья Фёдорович, гвардия өлкән сержанты, 60-сы гвардия кавалерия полкының 2-се эскадроны взводы командиры ярҙамсыһы. СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 6 апрелендәге указы.
- Симанов Александр Михайлович, гвардия лейтенанты, 60-сы гвардия кавалерия полкының 4-се эскадроны пулемет взводы командиры. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы.
- Соловьёв Гавриил Иванович, гвардия лейтенанты, 60-сы гвардия кавалерия полкы 3-сө эскадронының 3-сө взводы командиры. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы.
- Степанов Никита Андреевич, гвардия өлкән сержанты, 58-се гвардия кавалерия полкының ҡылыс взводы командиры ярҙамсыһы. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы.
- Титов Андрей Алексеевич, гвардия ефрейторы, 60-сы гвардия кавалерия полкының 4-се эскадронының танкыға ҡаршы мылтыҡ тоҫҡаусы 1-се номеры. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы.
- Тихонов Григорий Матвеевич, гвардия лейтенанты, 60-сы гвардия кавалерия полкының 3-сө ҡылыс эскадроны командиры. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы.
- Узаков Аблакул Уразбай улы, гвардия сержанты, 62-се гвардия кавалерия полкының 1-се эскадроны бүлексәһе командиры. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы.
- Федотов Пётр Иванович, гвардия лейтенанты, 58-се гвардия кавалерия полкының пулемет взводы командиры. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы.
- Хәйбуллин Ҡотләхмәт Ҡотлоғәлләм улы, гвардия сержанты, 58-се гвардия кавалерия полкының танкыға ҡаршы мылтыҡтар бүлексәһе командиры. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы.
- Хәйҙәров Әмирйән Сөләймән улы, гвардия өлкән сержанты, 60-сы гвардия кавалерия полкының пулемет взводы командиры ярҙамсыһы. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы.
- Халиҡов Тимербулат Ғәләүетдин улы, гвардия өлкән сержанты, 60-сы гвардия кавалерия полкының 1-се эскадроны пулемет расчеты командиры. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы.
- Хәсәнов Сафа Хөзәм улы, гвардия кесе лейтенанты, 58-се гвардия кавалерия полкының миномет взводы командиры. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы.
- Чайковский Иосиф Ефимович, гвардия капитаны, 60-сы гвардия кавалерия полкының 76 мм орудиелар батареяһы командиры. СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 31 майындағы указы.
- Черненко Николай Власович, гвардия өлкән сержанты, 60-сы гвардия кавалерия полкының 3-сө эскадроны пулемет расчеты командиры. СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 31 майындағы указы.
- Чернухин Иван Фомич, гвардия старшинаһы, 60-сы гвардия кавалерия полкының 4-се эскадроны ҡылыс взводы командиры ярҙамсыһы. СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 6 апрелендәге указы.
- Шаһиев Абдулла Фәйзрахман улы, гвардия сержанты, 58-се гвардия кавалерия полкының пулемет расчеты командиры. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы.
- Яҡупов Николай Яҡуп улы, медицина хеҙмәтенең гвардия өлкән лейтенанты, 58-се гвардия кавалерия полкының полк медицина пункты фельдшеры. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы.
Дан орденының тулы кавалерҙары:
- Павленко Михаил Павлович, гвардия старшинаһы, 58-се гвардия кавалерия полкының разведка взводы командиры. СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 31 майындағы указы;
- Паутов Валентин Васильевич, сержант, 32-се танк полкы разведчигы. СССР Юғары Советы Президиумының 1946 йылдың 15 майындағы указы;
- Первин Степан Сергеевич, гвардия өлкән сержанты, 58-се гвардия кавалерия полкының ҡылыс бүлексәһе командиры. СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 31 майындағы указы;
- Сергеев Андрей Фёдорович, гвардия рядовойы, 60-сы гвардия кавалерия полкы разведчигы. СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 6 апрелендәге указы;
- Тютюньков Меркурий Иванович, гвардия кесе сержанты, 62-се гвардия кавалерия полкының сапер-шартлатыу взводы саперы. СССР Юғары Советы Президиумының 1946 йылдың 15 майындағы указы[14][15].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Акманов И. Г., Касимов С. Ф., Кульшарипов М. М., Ахмадеев Т. Х. том 2 // История Башкортостана с древнейших времён до наших дней. — Уфа: Китап, 2006.
- ↑ Сборник приказов РВСР, РВС СССР, НКО и Указов Президиума Верховного Совета СССР о награждении орденами СССР частей, соединений и учреждений ВС СССР. Часть I. 1920—1944 гг. стр.253,254
- ↑ Сборник приказов РВСР, РВС СССР, НКО и Указов Президиума Верховного Совета СССР о награждении орденами СССР частей, соединений и учреждений ВС СССР. Часть I. 1920—1944 гг. стр.444,445
- ↑ Сборник приказов РВСР, РВС СССР, НКО и Указов Президиума Верховного Совета СССР о награждении орденами СССР частей, соединений и учреждений ВС СССР. Часть II. 1945 −1966 гг. стр.230-232
- ↑ Сборник приказов РВСР, РВС СССР, НКО и Указов Президиума Верховного Совета СССР о награждении орденами СССР частей, соединений и учреждений ВС СССР. Часть II. 1945 −1966 гг. стр.280,281
- ↑ Приказ Верховного Главнокомандующего № 027 от 19 февраля 1945 года
- ↑ 1 2 3 4 5 Указ Президиума Верховного Совета СССР от 15 февраля 1945 года — за образцовое выполнение заданий командования в боях с немецкими захватчиками, за овладение городом Калиш и проявленные при этом доблесть и мужество (Сборник приказов РВСР, РВС СССР, НКО и Указов Президиума Верховного Совета СССР о награждении орденами СССР частей, соединений и учреждений ВС СССР. Часть II. 1945 −1966 гг. стр.238,239)
- ↑ 1 2 3 4 5 Указ Президиума Верховного Совета СССР от 26 апреля 1945 года-за образцовое выполнение заданий командования в боях при прорыве обороны немцев восточнее города Штаргард и овладение городами Бервальде, Темпельбург, Фалькенбург, Драмбург, Вангерин, Лабес, Фрайенвальде, Шифельбайн, Регенвальде, Керлин и проявленные при этом доблесть и мужество(Сборник приказов РВСР, РВС СССР, НКО и Указов Президиума Верховного Совета СССР о награждении орденами СССР частей, соединений и учреждений ВС СССР. Часть II. 1945 −1966 гг. стр.122-128)
- ↑ Приказ Верховного Главнокомандующего № 065 от 5 апреля 1945 года
- ↑ 1 2 3 4 Указ Президиума Верховного Совета СССР от 19 февраля 1945 года — за образцовое выполнение заданий командования в боях в немецкими захватчиками, за овладение городами: Лодзь, Кутно, Томашув (Томашов), Гостынин, Ленчица и проявленные при этом доблесть и мужество(Сборник приказов РВСР, РВС СССР, НКО и Указов Президиума Верховного Совета СССР о награждении орденами СССР частей, соединений и учреждений ВС СССР. Часть II. 1945 −1966 гг. стр.232-234)
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР от 28 мая 1945 года — за образцовое выполнение заданий командования в боях с немецкими захватчиками при овладении городом Бранденбург и проявленные при этом доблесть и мужество(Сборник приказов РВСР, РВС СССР, НКО и Указов Президиума Верховного Совета СССР о награждении орденами СССР частей, соединений и учреждений ВС СССР. Часть II. 1945 −1966 гг. стр.280,281)
- ↑ Боевой состав Советской Армии. Части III—V.Министерство обороны СССР.Историко-архивный отдел Генерального штаба — М: Военное издательство,1972,1988,1990
- ↑ Герои Советского Союза. Краткий биографический словарь в двух томах — М.: Воениздат, 1987.
- ↑ Кавалеры ордена Славы трёх степеней. Краткий биографический словарь — М.: Военное издательство,2000.
- ↑ Сайт «Герои страны»
Һылтанмалар
- «Память народа». Боевой путь 16-й гвардейской кавалерийской дивизии
- Сайт «Танковый фронт 1939—1945».16-я гвардейская кавалерийская дивизия
- 32 танковый полк на сайте «Танковый фронт 1939—1945»
- Взятие Чернухино 112-й Башкирской кавалерийской дивизией 14 февраля 1943 г.: Анализ документов вермахта
- Хроника прорыва из окружения 16-й гвардейской кавалерийской дивизии 23-25 февраля 1943 г.
- Дебальцевский рейд 112-й Башкирской кавалерийской дивизии в феврале 1943 г. : хроника боев в документах немецкого вермахта
- Багаутдинов Айрат Маратович, Багаутдинов Руслан Айратович. Дебальцевский рейд 7-го гвардейского кавалерийского корпуса. Хроника боев в документах вермахта. Монография. — Уфа: РИЦ БашГУ, 2020. — 172 с. — ISBN 978-5-7477-5170-5.
- Последний бой гвардии генерал-майора М. М. Шаймуратова: сборник немецких документов
Әҙәбиәт
- Багаутдинов Айрат Маратович, Багаутдинов Руслан Айратович. Дебальцевский рейд 7-го гвардейского кавалерийского корпуса. Хроника боев в документах вермахта. Монография. — Уфа: РИЦ БашГУ, 2020. — 172 с. — ISBN 978-5-7477-5170-5.
