Миңлеғолов Тәфтизән Таһир улы
Тәфтизән Таһир улы Миңлеғолов (рус. Тафтизан Тагирович Миннигулов; 1922 йылдың 29 майы, Күсей, Башҡорт АССР-ы — 1943 йылдың 29 сентябре, Брагин районы[d], Полесье өлкәһе[d]) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының миномёт батареяһы расчёты командиры, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң).
Биографияһы
Миңлеғолов Тәфтизән Таһир улы 1922 йылдың 29 майында АСБР-ҙың Бөрйән-Түңгәүер кантоны (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы) Күсей ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[1].
Милләте башҡорт. Күсей мәктәбенең ете классын тамамлай, тыуған ауылындағы Ворошилов исемендәге колхозда, артабан — алтын приискыларында эшләй[2].
1941 йылдан — Ҡыҙыл Армияла. Кесе командирҙар мәктәбендә уҡый. 1942 йылдың апреленән — Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында[3]. Сталинград һәм Үҙәк фронттарындағы алыштарҙа ҡатнаша[1]. 1943 йылдың 28 февралендә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә[4].
1943 йылдың 20 сентябрендә 62-се гвардия кавалерия полкының миномет расчеты командиры (Үҙәк фронт, 61-се армия, 7-се гвардия кавалерия корпусы, 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы) гвардия сержанты Тәфтизән Миңлеғолов Черныш тораҡ пункты (Украина, Чернигов өлкәһе) тирәһендәге алыштарҙа айырыуса ҡаһарманлыҡ күрһәтә, алыш барышында ул шәхсән үҙе 18 дошманды юҡ итә[3].
Батырлығы
1943 йылдың 29 сентябрендә Усохи ауылы (Белоруссия, Гомель өлкәһе, Брагин районы) өсөн барған алыштарҙа 62-се гвардия кавалерия полкы подразделениелары дошман уты аҫтында ҡала, шул ваҡтта расчет командиры Тәфтизән Миңлеғолов үҙ ирке менән дошман нөктәләрен юҡ итергә теләк белдерә. Автоматтан атып һәм гранаталар ташлап, ул шәхсән үҙе дошман миномет расчетын ҡыйрата, шулай уҡ дошман танкын шартлата, шуға ҡарамаҫтан, заданиены үтәгән саҡта Т. Миңлеғолов һәләк була. Галки ауылының көньяҡ-көнбайыш осонда Туғандар кәберлегендә ерләнә (Белоруссия, Гомель өлкәһе, Брагин районы)[3].
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы Указы менән гвардия сержанты Тәфтизән Таһир улы Миңлеғоловҡа (үлгәндән һуң) «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә, ул шулай уҡ «Алтын Йондоҙ» миҙалы һәм Ленин орденына лайыҡ була[5][4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (15.01.1944)
- Ленин ордены (15.01.1944)
- II дәрәжә Ватан Һуғышы ордены (03.11.1943)[4]
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943)
Хәтер
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2020 йылдың 2 октябрендәге 585-се Ҡарары менән Советтар Союзы Геройы Тәфтизән Таһир улы Миңлеғоловтың исеме Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль (рус.)баш. районының Күсей ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһына бирелгән[6];
- Т. Т. Миңлеғоловтың исеме алтын хәрефтәр менән 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының башҡа 78 Советтар Союзы Геройы исемдәре менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының Милли музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14) мәңгеләштерелгән, шулай уҡ уның исеме 112-се кавалерия дивизияһы музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27) уйылып яҙылған.[3];
- Тәфтизан Миңлеғоловтың тыуған ауылы Күсейҙә Герой хөрмәтенә бюст ҡуйылған һәм мәктәп бинаһында мемориаль таҡтаташ урынлаштырылған. Баймаҡ ҡалаһында урамдарҙың береһе уның исемен йөрөтә[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 И. Ғ. Кәримова. Миңлеғолов Тәфтизән Таһир улы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (21 декабрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 февраль 2026. (баш.)
- ↑ Миндигулов Тафтизан Тагирович // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2. (рус.)
- ↑ 1 2 3 4 5 Н. В. Уфаркин. Миннигулов Тафтизан Тагирович. Международный патриотический интернет проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 февраль 2026. (рус.)
- ↑ 1 2 3 Миннигулов Тафтизан Тагирович. Проект Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 февраль 2026. (рус.)
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1. (Тикшерелеү көнө: 9 февраль 2026)
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 2 октября 2020 года № 585 «О присвоении общеобразовательным организациям Республики Башкортостан имен Героев Советского Союза, Героев Российской Федерации и выдающихся деятелей Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (2 октябрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 февраль 2026. (рус.)
Әҙәбиәт
- Ахмадиев Т. Х. Башкирская гвардейская кавалерийская. — Уфа: Китап, 1999. — 362 с. — 3000 экз. — ISBN 5-295-01973-X.
- Подвиги их — бессмертны: Справочник о Героях Советского Союза и полных кавалерах ордена Славы из Республики Башкортостан / сост.: Р. А. Валишин, Г. Д. Иргалин, Н. П. Каменев [и др.]. — Уфа: Китап, 2000. — 393 с. — 3000 экз. — ISBN 5-295-02784-8.
- Халыҡ йөрәгендә мәңгегә / Редкол.: И. П. Шамякин (гл. ред.) и др. — 3-е изд., доп. и испр. — Мн.: Белорусская советская энциклопедия, 1984. — 607 с. — 65 000 экз.
- Славные сыны Башкирии: Очерки о Героях Советского Союза: [в 5 кн.] / сост.: А. Е. Ерошин, С. С. Саитов. — Уфа : Башкирское книжное издательство, 1965. — Кн. 1. — 514 с. — 15 000 экз.
- Слава башкирских конников / авт. сост.: Ф. Н. Вахитов, Н. И. Камалова. — Уфа: Китап, 2005. — 276 с. — 3000 экз. — ISBN 5-295-03573-5.
- Баймакская энциклопедия / гл. ред. И. Х. Ситдиков. — Уфа: Башк. энцикл, 2013. — 640 с. — 3100 экз. — ISBN 978-5-88185-084-5. (Тикшерелеү көнө: 9 февраль 2026)
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Миңлеғолов Тәфтизән Таһир улы (баш.) (Тикшерелеү көнө: 9 февраль 2026)
- Международный патриотический интернет проект «Герои страны». Миннигулов Тафтизан Тагирович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 февраль 2026)
- Проект Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Миннигулов Тафтизан Тагирович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 февраль 2026)
- Республиканский музей Боевой Славы. Официальный сайт Миннигулов Тафтизан Тагирович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 февраль 2026)
- Федеральное государственное бюджетное учреждение культуры «Центральный музей Великой Отечественной войны 1941-1945 гг.» Музей Победы. Миннигулов Тафтизан Тагирович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 февраль 2026)