61-се армия (СССР)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
61-се армия
Дәүләт
Ғәмәлдән сыҡҡан дата август 1945
Нигеҙләү датаһы 15 ноябрь 1941
Һуғыш/алыш
1945 йылдың 5-20 февралендәге Поморье үрен йырып үтеү схемаһы (61-се армия ҡатнашлығында)
Көнсығыш Померанияла һәм Силезияла Совет ғәскәрҙәре ҡатнашлығында һөжүм картаһы (61-се армияһы бҡатнашлығында)
Файл:MM Popov.jpg
Армия командующийы М. М. Попов.

61-се армия — Бөйөк Ватан һуғышы осоронда СССР Ҡораллы көстәре РККА-ның оператив ғәскәри формированиеһы (берекмә, армия)

Ҡыҫҡартылған исеме — 61 А. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа — 61-се резерв армияһы тип атала.

1943 йылдың авгусынан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы (тулыландырылғандан һуң) 7-се гвардия кавалерия корпусы составында 61-се армияға индерелә. 1943 йылдың көҙөндә дивизия Чернигов-Припять операцияһында ҡатнаша. 1943 йылдың 21 сентябрендә Чернигов ҡалаһын азат итеү буйынсан барған алыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары дивизияға е «Чернигов» почетлы исем бирелә. 25 сентябрҙә дивизия частары Днепрға сығалар. Днепр өсөн алышта ҡатнашҡан өсөн 1400-ҙән ашыу яугир һәм командир хөкүмәт наградалары менән бүләкләнә; Советтар Союзы Геройы исеме 54 кешегә бирелә, шул иҫәптән дивизия командиры генерал-майор Г. А. Белов, 58-се гвардия кавполкы полковник Т. Т. Кусимов, Әхмәтшин Ҡ. Х. Т. Ғ. Халиҡов һәм башҡалар. 1943 йылдың ноябрендә дивизия Гомель-Речица операцияһы барышында Белоруссия ҡалаларын һәм ауылдарын азат итеүҙә ҡатнаша.

1944 йылдың 8 — 14 ғинуарында 7-се гвардия кавалерия корпусы составында Мозырь рейдында ҡатнаша, Мозырь һәм Сарны ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша, Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.

Формированиелары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1941 йылдың 15 ноябрендә ВГК Ставкаһының 1941 йылдың 2 ноябрендәге бойороғона ярашлы булдырыла. Берекмә Волга буйы хәрби округында формалаша. Армия составына идаралыҡ, 342, 346, 350, 356, 374, 385, 387 һәм 391-се уҡсылар, 83-сө һәм 91-се кавалерия дивизиялары, бер нисә артиллерия һәм башҡа частар инә

Хәрби юлы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1941 йылдың декабрь башында — Көньяҡ-Көнбайыш, ә 24 декабрҙән — Брянск фронты составында. Мәскәү алышы барышында Болхов һәм Орел һөжүм йүнәлештрендә ҡатнаша. 1942 йылдың яҙынан 1943 йылдыңуртаһына тиклем Брянск һәм Көнбайыш фронттарында Белевтан көньяҡҡараҡ һәм көньяҡ-көнбайышыраҡ обороналау һәм һөжүм алыштарын алып бара, Брянск фронты составында 1943 йылдың июль-авгусында Орел операцияһында ҡатнаша.

1943 йылдың 26 сентябренән алып 1 октябргә тиклем армия берләшмәләре һәм частары Любеч ауылы янында Днепр аша сығалар ауылы янында һәм уң ярында плацдармды яулайҙар. Артабан армия ғәскәрҙәре Гомель-Речица, Калинковичи-Мозырь һөжүм операцияларында ҡатнашалар.

1944 йылғы Белорус операцияһында армия ғәскәрҙәре партизан отрядтары һәм Днепр хәрби флотилияһы менән берлектә Лунинец (10 июль), Пинск Пинск (14 июль), Кобрин (20 июль) һәм 28-се һәм 70-се армиялары частары булышлығында Брест (28 июль) ҡалалрын яулайҙар. Июль аҙағында ВГК Ставкаһы резервына сығарыла, сентябрь уртаһында 3-сө Прибалтика фронтына индерелә һәм уның составында 1944 йылғы Рига операцияһында дошманды эҙәрлекләүҙә һәм Рига ҡалаһын алыуҙа (13 октябрь) ҡатнаша. Октябрҙәң уртаһында 3-сө прибалтика фронты бөтөрөлөүе сәбәпле армия 3-сө Прибалтика фронтына тапшырыла һәм Курляндия төрөкөмөн ҡамауҙа ҡатнаша.

Декабрь аҙағында ВГК Ставкаһы резервына сығарыла, ә һуңынан 1-се Белорус фронтына күсерелә. Уның составына ғинуар — февраль башында — 1945 йылғы Варшава-Познань операцияһында, ә февраль — апрель башында — 1945 йылғы Көнсығыш Померания операцияһында әүҙем хәрби ғәмәлдәр алып бара.

Хәрби юлын 1945 йылғы Берлин операцияһында тамамлай, уның барышында 1-се Поляк ғәскәрҙәре армияһы менән берлектә Берлинды төньяҡтан урап үтә һәм опрерацияның аҙағына Виттенбергтан көньяҡ-көнсығышыраҡ Эльба йылғаһына килеп сыға.

Немец-фашист илбаҫарҙары менән алыштарҙа күрһәткән ҡаһармандығы һәм батырлығы өсөн тиҫтәләрсә мең яугир орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә, ә 316 яугир Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Күп кенә уның берләшмәләре һәм частары ордендар һәм почетлы исемдәр менән бүләкләнә.

Армия 1945 йылдың август айында тарҡатыла[1]

Командующийҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • генерал-полковник Кузнецов Ф. И. (ноябрь-декабрь 1941)
  • генерал-лейтенант Попов М. М. (декабрь 1941 — июнь 1942)
  • генерал-лейтенант, 1944 йылдың июленән -генерал-полковник Белов П. А. . (июнь 1942 — һуғыш аҙағына тиклем).

Штаб начальниктары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Глухов Михаил Иванович, генерал-майор.
  • Корженевич Константинович Феодосий, генерал-майор.
  • Самарский Дмитрий Иванович, генерал-майор.
  • Сальников Михаил Николаевич, полковник.
  • Пулко-Дмитриев Александр Дмитриевич, генерал-майор, 1944 йылдың сентябренән — генерал-лейтенант.

Хәрби Советы ағзалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Колобяков Александр Филаретович, корпускомиссары.
  • Дубровский Дмитрий Георгиевич, дивизия комиссары, һуңынан генерал-майор.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Н. В. Огарков. Шестьдесят первая армия // Советская Военная Энциклопедия. — Москва: воениздат, 1980. — Т. 8. — С. 512—513. — 687 с. — 106 000 экз.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]