"Кутузов" исемендәге Орел стратегик һөжүм операцияһы

"Кутузов" исемендәге Орел стратегик һөжүм  операцияһы "Кутузов"совет һөжүм операцияһы , ул 1943 йылдың 12 июленән 18 авгусҡа тиклем Курск һуғышы ваҡытында Орел янындағы дошмандың күмәк төркөмөн тармар итеү өсөн алып барылды.

"Кутузов" операцияһы планына ярашлы 12 июлдә  Көнбайыш (командующие — генерал-полковник В. Д. Соколовский) һәм Брянск  (командующийы — генерал-полковник м. М. Попов) фронттары  Орел йүнәлешендә һөжүм башлаған. 15 июлдә ( № 00408/оп директиваһы нигеҙендә) немецтәрҙең һөжүме башланғансы үҙе торған сиктәргә сығыу маҡсатында  Үҙәк фронт контр һөжүм башлай һәм 18 июлдә ул үҙенең элекке торошон тергеҙә. 19 июлдең таңында  Үҙәк фронт ғәскәрҙәре "Кутузов" кодлы исем аҫтындағы операцияға тулыһынса инеп, Курск-Кром йүнәлешендә һөжүмгә күсә.

 Орел плацдармында дошмандың  37 дивизияһы (шул иҫәптән 8 танк һәм ике моторлаштырылған  9-сы һәм 2-се танк армияһы) торған. Немец ғәскәрҙәренең төп оборона  һыҙаты  тәрәнлеккә 5-7 км-ға тиклем йыһазландырылған булған. Кешеләр йәшәгән эре ауыл, ҡалалар нығытылған таяныс пункттарына әйләндерелгәндәр.  Бигерәк тә  Орел, Болхов, Мценск һәм Карачев ҡалалары нығытылған ҡалаларға әйләндерелгәндәр. Шуны ла  әйтергә кәрәк, 2-я танк армияһы  фронттан август аҙағында сығарылған  һәм  43 йылдың сентябренән ул  Балҡан тауҙарына ебәрелгән.

 Көнбайыш һәм Брянск фронттары һөжүмдең  тәүге ике көнө эсендә   дошмандың  Орел-Курск дуғаһындағы  тактик оборона зонаһын өҙгән. Һөжүм киң һыҙатта алып барғанлыҡтан, Үҙәк фронт Кром йүнәлешендә дошманға көслө баҫым яһай.  29 июлдә  Болхов, ә 5 августың таңында  — Орел дошмандарҙан азат ителә. 18 августа совет ғәсҡәрҙәре Брянскиҙең көнсығышындағы  дошмандың "Хаген" оборона һыҙығына килеп етә. Орел янындағы немецтәрҙең "Центр" исемле армия төркөмө еңелгәндән һуң  немец командованиеһының Орел плацдармын көнбайышҡа табан һөжүм өсөн  файҙаланыу планы селпәрәмә ватыла. Контр һөжүмдә булған  Ҡыҙыл Армияның хәрәкәте   көнбайышҡа табан һөжүм менән алмашына.

Һуғыш ваҡытында беренсе салют Орелды азат итеү хөрмәтенә бирелде.

Юғалтыуҙар

Совет ғәскәрҙәренең һаны һәм кешеләрҙе юғалтыу Кривошеев Г. Ф.иҫәпләүҙәре буйынса

 Кривошеев Г. Ф.иҫәпләүҙәре буйынса"Кутузов" операцияһында совет ғәскәрҙәренең , һәләк булғандарҙың һаны[4]:

Наименование объединений и сроки их участия в операции Боевой состав и численность войск к началу операции Людские потери в операции
количество соединений численность безвозвратные санитарные всего среднесуточные
Западный фронт (левое крыло) сд — 19, тк — 2, отбр — 5 233300 25585 76856 102441 4241
В том числе:
— 11-я гв. армия (12.07.-30.07.43 г.) сд — 12, тк — 2, 170500 12768 38513 51281 2699
— 50-я армия (12.07.-18.08.43 г.) сд — 7, отбр — 1 62800 5395 17767 23162 610
— 11-я армия (20.07.-18.08.43 г.) 4979 15580 20559 685
— 4-я танковая армия (20.07.-18.08.43 г.) 2443 4996 7439 248
Брянский фронт (3-е формирование — весь период) сд — 21, тк— 2, сбр — 1, отбр — 1 409000 39173 123234 162407 4274
Центральный фронт (весь период) сд — 41, ид — 1, тк — 4, сбр — 3, отбр — 4, УР — 3 645300 47771 117271 165042 4343
Итого Дивизий — 82, корпусов — 8, бригад —14, УР-3 1287600 112529 (8,7 % 317361 429890 11313

См. шулай уҡ

  • Список операций вооружённых сил СССР во Второй мировой войне
  • Список частей-участников Курской битвы

Категориялар