Чайковский Иосиф Ефимович
Чайковский Иосиф Ефимович (19 август 1923 йыл — 15 февраль 1945 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир. 112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһы 60-сы кавалерия полкының батареяһы командиры. Гвардия капитаны. Советтар Союзы Геройы (1945).
Биографияһы
Иосиф Ефимович Чайковский Эшсе ғаиләһендә тыуған. Милләте буйынса йәһүд. 1943 йылдан — ВКП(б) ағзаһы. 10 класты тамамлай. РККА-ла — 1941 йылдың июненән. 1941 йылда Киев артиллерия училищеһын тамамлай.
Ғәмәлдәге армияла — 1942 йылдың ноябренән. 1945 йылдың 15 февралендә Познань ҡалаһы районында (Польша) дошман контратакаһын кире ҡаҡҡан саҡта 3 дошман танкын һәм 4 дошман БТР-ын ҡыйрата. Ошо алышта һәләк була. СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 31 майындағы Указына ярашлы немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн һәм шул ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия капитаны Чайковский Иосиф Ефимович үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була, Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы менән бүләкләнә. Ҡыйыу офицер-артиллерист поляк ҡалаһы Валбжихала ерләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы (1945)
- Ленин ордены
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены,
- ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены,
- миҙалдар.
Хәтер
- Герой исемен Чернигов өлкәһе Менск районы Березна урта мәктәбендә пионер отряды йөрөткән.
- Киевта Герой уҡыған 19-сы һанлы мәктәптә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
- И. Е. Чайковскийҙың исеме алтын хәрефтәр менән 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының башҡа 78 Советтар Союзы Геройы исемдәре менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының Милли музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14) мәңгеләштерелгән, шулай уҡ уның исеме 112-се кавалерия дивизияһы музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27) уйылып яҙылған.
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
Чайковский Иосиф Ефимович. «Герои страны» сайты.
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.