Федотов Пётр Иванович

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Советтар Союзы Геройы
Ленин ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены
Сәйәси фирҡә ағзаһы
Заты ир-ат
Һуғыш/алыш
Ерләнгән урыны
Тыуған көнө 22 февраль 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Вафат булған урыны
Вафат булған көнө 21 ғинуар 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (73 йәш)
Гражданлығы
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Тыуған урыны

Пётр Иванович Федотов (22 февраль 1922 йыл21 ғинуар 1996 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһы 58-сы гвардия кавалерия полкы пулемёт взводы командиры. Гвардия лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1944).

1922 йылдың 22 февралендә Ростов өлкәһе Шолохов районы Сингиновский утарында тыуған.

Ҡыҙыл Армияла — 1941 йылдың майынан. 1943 йылдан — ғәмәлдәгә армияла.

Днепр йылғаһы аша сыҡҡан саҡта айырыуса ҡаһарманлыҡтар күрһәтә. 1943 йылдың 27 сентябренә ҡараған төндә ул беренселәрҙән булып Нивки ауылы тирәһендә (Белоруссия, Гомель өлкәһе, Брагин районы) йылғаның уң ярына сыға.

1943 йылдың 29 сентябрендә Галки ауылы өсөн алышта пулемёты менән окоп төбөнә төшә. Дошман танкыһы уның өҫтөнән үтеп китә. Федотов пулемётын өҫкә сығара һәм танк артынан килгән автоматсыларына ут аса.

СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы Указына ярашлы немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн һәм шул ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия лейтенанты Федотов Петр Иванович Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була һәм уға Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла.[1]

1975 йылдан алып — запаста. Мәскәүҙә йәшәй. 1996 йылдың 21 ғинуарында вафат булды. Мәскәүҙә Троекуров зыяратында ерләнә.

  • Федотов Петр Иванович иҫтәлегенә Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте тарафынан Базков урта мәктәбендә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
  • П. И. Федоровтың исеме алтын хәрефтәр менән 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының башҡа 78 Советтар Союзы Геройы исемдәре менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының Милли музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14) мәңгеләштерелгән, шулай уҡ уның исеме 112-се кавалерия дивизияһы музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27) уйылып яҙылған.
  • Ахмадиев Т. Х. Башкирская гвардейская кавалерийская. — Уфа, 1999.
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Навечно в сердце народном. — 3-е изд., доп. и испр. — Минск, 1984.
  • Они прославили Родину. Книга 2. — Ростов-на-Дону, 1975.

Федотов Пётр Иванович. «Герои страны» сайты.