Лунин Яков Михайлович
Хеҙмәт итеүе | СССР |
---|---|
Хәрби звание | Өлкән сержант и штаб-сержант[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Заты | ир-ат |
Вафат булған урыны | |
Ерләнгән урыны | |
Тыуған көнө | 25 декабрь 1899 |
Һуғыш/алыш | |
Вафат булған көнө | 1948 |
Үлем сәбәбе | ауырыу |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
Тыуған урыны |
Яков Михайлович Лунин (1899—1948) — Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына өлкән сержанты Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1944).
Биографияһы
Яков Лунин 1899 йылда Бутаково (хәҙер — Свердловск өлкәһе Алапаев районы) ауылында тыуған. Башланғыс мәктәпте тамамлағандан һуң, ауыл хужалығында эшләй. 1929 йылдан Ырымбурҙа йәшәй һәм эшләй. 1942 йылдың мартында Лунин Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына хеҙмәткә саҡырыла һәм Бөйөк Ватан һуғышы фронтына ебәрелә[1].
1943 йылдың сентябренән гвардия ҡыҙылармеецы Яков Лунин Үҙәк фронт, 61-се армия, 7-се гвардия кавалерия корпусы, 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы, 58-се кавалерия полкының танкыға ҡаршы мылтыҡ тоҫҡаусыһы булған. Украина ССР-ы Чернигов өлкәһен азат иткәндә һәм Днепр өсөн һуғыштарҙа айырыуса батырлыҡ күрһәткән. Выхвостов ауылы өсөн алышта Лунин дошмандың 1 артиллерия орудиеһы шәхсән, ә Ивашковка ауылы өсөн барған һуғыштарҙа — тағы 2 пулемёт юҡ иткән. 1943 йылдың 26 сентябренән 27 сентябренә ҡаршы төндә Лунин беренселәрҙән булып Белорус ССР-ы Гомель өлкәһе Брагин районы Нивки ауылы районында Днепр йылғаһы аша сыҡҡан һәм көнбайыш ярындағы плацдармды яулап алыуҙа һәм уның өсөн көрәштә әүҙем ҡатнаша. Һуғыштың иң ҡыҙған мәлендә Лунинды немец һалдаттар төркөмө уратып ала, ҡыйыу яугир улар менән атышта яҡынса 20 дошманды юҡ итә һәм үҙебеҙҙекеләргә йырып сыға[1].
СССР Юғары Советы Президиумының алып 1944 йылдың 15 ғинуар Указы менән «немец илбаҫарҙары менән көрәштә командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы» өсөн гвардия красноармеецы Яков Лунин, Ленин ордены һәм 6210-сы һанлы «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырылып, Советтар Союзы Геройы юғары исеменә лайыҡ була[1][2].
Һуғыш бөткәндән һуң Лунин өлкән сержант дәрәжәһендә әйләнеп ҡайта. Ырымбурҙа йәшәй. 1948 йылдың 31 октябрендә Мәскәүҙә ауыр сирҙән кинәт вафат була, Мәскәүҙә ерләнгән[1].
Шулай уҡ бер нисә миҙал менән бүләкләнгән[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 Лунин Яков Михайлович . «Герои страны» сайты.
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1.
Әҙәбиәт
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Ахмадиев Т. Х. Башкирская гвардейская кавалерийская. Уфа, 1999.
- Днепр — река героев. Киев, 1983.
- Золотые Звёзды свердловчан. — Свердловск: Средне-Уральское кн. изд., 1970.
- Навечно в сердце народном. 3-е изд., доп. и испр. Минск, 1984.
- Советтар Союзы Геройҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- 25 декабрҙә тыуғандар
- 1899 йылда тыуғандар
- 1948 йылда вафат булғандар
- Свердловск өлкәһендә тыуғандар
- Днепр өсөн алышта ҡатнашыусылар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 31 октябрҙә вафат булғандар
- Сирҙән вафат булғандар
- Советтар Союзы Геройҙары:112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы