76-сы кавалерия дивизияһы
76-сы кавалерия дивизияһы — СССР Ҡораллы Көстәренең Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыу өсөн төҙөлгән хәрби берләшмәһе. 1941 йылдың август-октябрендә Өфө эргәһендә ойошторола. Калинин фронтында алыштарҙа ҡатнаша (1942). 1942 йылдың майында ҙур юғалтыуҙар арҡаһында тарҡатыла.
Тарихы
1941 йылдың июль-авгусында Юғары Баш командование ставкаһы ҡарары менән еңел кавалерия дивизиялары ойошторола. Штаттар буйынса, кавалерия дивизияһының тыныс ваҡыттағы һаны 8968 (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 9240) кеше һәм 7625 ат булырға тейеш була[1], һуғыш башында еңел кавалерия дивизияларында уртаса 6 мең кеше туплана. Был хәрби берләшмәләрҙе тиҙ арала төҙөү кәрәклегенә бәйле була.
Еңел кавалерия дивизиялары ул саҡта Урал хәрби округына ингән Башҡорт АССР-ында ла формалаша. Бөйөк Ватан һуғышы башында уның территорияһында ойошторолған 74-се һәм 76-сы кавалерия дивизиялары башлыса республиканың кеше һәм матди ресурстары иҫәбенә мобилизациялана. Был дивизияларҙың төҙөлөүе һәм уларҙың фронтта хәрәкәттәре тураһында документтар бик аҙ һаҡланған. 1979 йылдың яҙында Смоленск өлкәһендә төҙөлөш эштәре ваҡытында 76-сы кавалерия дивизияһының документтары табыла.
Дивизия 1941 йылдың 25 авгусынан 1 ноябренә тиклем формалаша[2].
Дивизияның штабы, 198-се, 203-сө кавалерия полктары һәм еңел частар Өфөнән 35 километр төньяҡтараҡ Благовещен ҡалаһында урынлаша. 208-се кавалерия полкы — «Ташлы шишмә» (Николаевка ауылында) һәм «Ағиҙел» (Дмитриевка ауылында) колхоздарында. Дивизияға ВКП(б)-ның Благовещен район комитеты секретары Чумаков, район Советы рәйесе Андрианов һәм ҡала Советы рәйесе Бричкин ҙур ярҙам күрһәтә.
1941 йылдың 30 сентябрендәге беренсе бойороғонда дивизия командиры генерал-майор Я. С. Шарабурко ҡыҫҡа ваҡыт эсендә яугирҙар әҙерләү, дивизияны хәрби һәләтле итеү бурысын ҡуя. Уҡытыу-матди базаһының булмауы уҡыу барышына кире йоғонто яһай.
1941 йылдың 16 ноябрендә дивизия частары менән эшелондар көнбайышҡа йүнәлә һәм 26 ноябрҙә Ярославль өлкәһенең Буй районына килеп етә (хәҙер был район Кострома өлкәһенә инә). Командование Шушкодом станцияһында урынлаша. Дивизия хәрби әҙерлеккә тотона, әммә 1942 йылдың ғинуарында ла кәрәкле ҡорал һәм боеприпастар һаны етешмәй. Мәҫәлән, 1436 дана урынына ни бары 100 карабин, 101 ҡул пулеметы урынына ни бары 3 дана була.
Дивизия 1942 йылдың апреленә тиклем Архангельск хәрби округының 14-се кавалерия корпусы составында резервта була[3].
1942 йылдың ғинуарынан Көнбайыш һәм Калинин фронттарының Ржев-Вязьма сығынтыһы (1942 йылғы Ржев-Вязьма операцияһы) районында немец армияһының «Үҙәк» төркөмө частарына ҡаршы ҡаты алыштар бара.
1942 йылдың апрель-майында дивизия Калинин фронтында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша (Ржев-Вязьма операцияһы (1942)) һәм Нелидово-Белый районында ҡамауға эләгә. Ҡамау шарттарында 76-сы кавалерия дивизияһы 39-сы армияға буйһондорола, дошман тылында әүҙем хәрби хәрәкәттәр алып бара. 1942 йылдың 2 июлендә немец ғәскәрҙәре танктар һәм авиация ярҙамында һөжүмгә күсә. Дивизия ҡамауҙа хәрби хәрәкәттәр алып бара, әммә Ржев-Великие Луки юлы аша үтә ала һәм Белый ҡалаһы районында ҡамауҙан сыға.
Операция тамамланмаһа ла, совет ғәскәрҙәре дошманды 100—200 километр көнбайышҡа алып ташлай ала, Мәскәү һәм Тула өлкәләрен һәм Калинин һәм Смоленск өлкәләренең бер нисә районын азат итә. Дивизия һәләк булғандар һәм яралылар иҫәбенә ҙур юғалтыуҙар кисерә, күптәр әсирлеккә эләгә (был операцияла совет ғәскәрҙәренең дөйөм юғалтыуҙары 776 меңдән ашыу кеше тәшкил итә)[4].
1942 йылдың апрель-майындағы юғалтыуҙар тураһында хәбәр итеүҙәрҙән күренеүенсә, дивизия Башҡорт АССР-ы халҡынан тора. 76-сы кавалерия дивизияһы фронтта оҙаҡ һуғышырға өлгөрмәй, әммә 1942 йылдың яҙында ҡамауҙа килеш дошмандың өҫтөнлөклө көстәре менән батырҙарса алыша һәм Мәскәү һәм Калинин өлкәләрен азат итеүгә үҙ өлөшөн индерә.
76-сы дивизияның хәрби юлы:
Өфө (08-16.11.41) — Киров-Буй (16.11.41- 10.04.42) — Ярославль, Кострома[5] — Бологое-Андреаполь (15.04.42) — Нелидово, Тверь өлкәһе — Белый ҡалаһы (4-се удар армияһы хәрәкәт иткән районда, 22а, 39 а).
1942 йылдың майында ҡамауға эләккәндән һуң дивизия ҙур юғалтыуҙар арҡаһында тарҡатыла, һәм дивизияның ҡалдыҡтары 11-се кавалерия корпусы составына инә (16.04.1942—20.05.1942). Һуңынан уның яугирҙәре 11-се кавалерия корпусы составында һуғышыуын дауам итә.
39-сы армияны һәм 11-се кавалерия корпусын юҡ итеү өсөн немец командованиеһы 10 пехота һәм 4 танк дивизияһы, шулай уҡ махсус ойошторолған һәм әҙерләнгән кавалерия бригадаһы ҡатнашлығында «Зейдлиц» операцияһын тормошҡа ашыра. Дошман төркөмдәренең һөжүме 2 июлдә Белый һәм Оленино ҡалалары райондарынан 22-се, 41-се һәм 39-сы армияның уҡсылар дивизияларына ҡаршы һуғыш менән башлана. 11-се кавалерия корпусы, 24-се кавалерия дивизияһынан башҡа, сығынтының ҡаршы яғында оборона тота. 5 июлдә 39-сы армия һәм 11-се кавалерия корпусы һәм 41-се һәм 22-се армияларҙың ҡайһы бер подразделениелары ҡамауҙа ҡала. 4 июлдә ҡамауҙа ҡалған совет ғәскәрҙәрен шулай уҡ уртаға бүлгән һөжүм яһала («Зейдлиц» операцияһы).
5 июлдә сәғәт 4-тә Пушкари ауылы районында дошмандың 1-се һәм 2-се танк дивизиялары частары ҡамау ҡулсаһын яба. Ҡамауға 39-сы армия һәм 11-се кавалерия корпусы, шулай уҡ 41-се армия частары — 17-се гвардия, 135-се уҡсылар дивизиялары, 21-се танк бригадаһы һәм 22-се армия частары — 355-се, 380-се, 185-се уҡсылар дивизиялары эләгә.
5 июлдә фронт командующийы Конев ҡамауҙан сығырға бойороҡ бирә, әммә айырым частар ғына ҡулсаны йыра ала. Ҡамалған частарҙың дошман менән алыштары 1942 йылдың 22 июленә тиклем дауам итә.
1942 йылдың 1 авгусында 11-се кавалерия корпусы Белый ҡалаһы районында ҙур юғалтыуҙар менән ҡамауҙан сыға[6].
11-се кавалерия корпусы 1942 йылдың авгусында тарҡатыла, ә шәхси составы 2-се гвардия кавалерия корпусына тулыландырыуға тапшырыла. 11-се кавалерия корпусының бөтә берләшмәләренән 24-се кавалерия дивизияһы ғына һаҡланып ҡала. Ҡамауға эләккән 76-сы кавалерия дивизияһы яугирҙәре һәм командирҙары тап уның составында үҙҙәренең хәрби хеҙмәтен дауам итә.
Команда составы
Дивизия командиры
- майор Аксёненко (Аксиненко) Пётр Илларионович
- генерал-майор Шарабурко Яков Сергеевич (01.09.41- 30.04.42) — һуғыштың башында 23-сө механизацияланған корпус командиры була (июлдә 23-сө кавалерия корпусы итеп үҙгәртелә), Киевты обороналау операцияһында ҡатнаша, 1941 йылдың 1 сентябренән — 76-сы кавалерия дивизияһы, 1942 йылдың яҙында Төньяҡ Кавказ өсөн алыштарҙа ҡатнашҡан 116-сы кавалерия дивизияһы командиры итеп тәғәйенләнә.
- майор Аллахвердян Александр Геворгкович — 01.05.42—20.05.42
Дивизия штабы начальнигы
- майор Ковалёв Иосиф Данилович
- подполковник Калошин Алексей Александрович (06.10.1941—16.03.1942)
- майор Вальдман А. Л. (05.1942)
НКВД-ның оператив бүлеге начальнигы
- дәүләт именлеге лейтенанты Киселев Иван Николаевич[7]
Дивизия комиссары батальон комиссары Поляков А. М.
Штаб комиссары
- батальон комиссары Грошев Иван Данилович
198-се кавалерия полкы (командиры — майор Аллахвердян А. Г.)[8]
203-сө кавалерия полкы (командиры — капитан Михеев Семён Ильич)
208-се кавалерия полкы (командиры — майор Колесников Александр Самойлович)
Дивизия составы
198-се кавалерия полкы (Урал хәрби округында төҙөлгән)
203-сө кавалерия полкы (Урал хәрби округында)
208-се кавалерия полкы (Урал хәрби округында)
Радио взводы (Урал хәрби округында)
73 атлы-артиллерия дивизионы
73 артиллерия паркы
56 айырым элемтә ярымэскадроны
45 медицина-санитар эскадроны (Урал хәрби округында)
76 айырым химик һаҡлау эскадроны
57 аҙыҡ-түлек транспорты
280 дивизион ветеринар лазареты
258 ялан почтаһы станцияһы
1003 ялан Дәүләт банкыһы кассаһы
Буйһоноуы
01.09.1941 76-сы кавалерия дивизияһы — төҙөлә / Урал хәрби округы
01.10.1941 76-сы кавалерия дивизияһы — төҙөлә / Урал хәрби округы
01.11.1941 76-сы кавалерия дивизияһы — төҙөлә / Урал хәрби округы
01.12.1941 76-сы кавалерия дивизияһы / 39-сы армия / Ставка резервы
01.01.1942 76-сы кавалерия дивизияһы / Ставка резервы
01.02.1942 76-сы кавалерия дивизияһы / 14-се кавалерия корпусы / Архангельск хәрби округы
01.03.1942 76-сы кавалерия дивизияһы / 14-се кавалерия корпусы / Архангельск хәрби округы
01.04.1942 76-сы кавалерия дивизияһы / 14-се кавалерия корпусы / Архангельск хәрби округы
01.05.1942 76-сы кавалерия дивизияһы / Калинин фронты
Иҫкәрмәләр
- ↑ Организация и состав кавалерийских соединений СССР во время Великой Отечественной войны. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 декабрь 2025. Архивировано 23 июль 2020 года.
- ↑ 76 кавалерийская дивизия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 декабрь 2025. Архивировано 26 август 2021 года.
- ↑ 14 кавалерийский корпус. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 август 2021. Архивировано 26 август 2021 года.
- ↑ Донесение о потерях 76 кд от 12.05.1942 г. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 декабрь 2025. Архивировано 26 август 2021 года.
- ↑ Книга памяти Костромской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 декабрь 2025. Архивировано 26 август 2021 года.
- ↑ 1942 год. Бои за город Белый. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 декабрь 2025. Архивировано 26 август 2021 года.
- ↑ Киселев Иван Николаевич. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 декабрь 2025. Архивировано 26 август 2021 года.
- ↑ Аллахвердян Александр Геворгкович. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 декабрь 2025. Архивировано 26 август 2021 года.
Әҙәбиәт
Бикмеев М. А. Исторический опыт военно-организационной и мобилизационной работы Башкирской АССР периода Второй мировой войны: Монография. — Уфа, 2005.