113-сө кавалерия дивизияһы
113-сө Башҡорт кавалерия дивизияһы — Бөйөк Ватан һуғышында милли-төбәк билдәһе буйынса ҡатнашыу өсөн ойошторолған соединение (берләшмә). Көньяҡ Урал хәрби округына ингән.
Тарихы
1941 йылдың көҙөндә Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында хәл бик ауыр була. Өҫтәмә резервтар булдырыу маҡсатында СССР оборона Дәүләт комитеты 1941 йылдың 13 ноябрендә «Милли ғәскәри соединениелар булдырыу тураһында» 894-се Һанлы ҡарарын ҡабул итә. Башҡорт АССР-ында 112-се һәм 113-сө кавалерия дивизияларын булдырылырға тейеш була. 1941 йылдың 17 ноябрендә БАССР Халыҡ Комиссарҙары Советы ҺӘМ ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты Бюроһының берлектәге «Урындағы милләттәрҙән ике кавалерия дивизияһын ойоштороу тураһында» Постановлениеһы ҡабул ителә, ә 24 ноябрҙә Урал хәрби округының Хәрби советының шуға ярашлы директиваһы сығарыла. Дивизияларҙың дислокация урындары билдәләнә: 112-се дивизия, фронтҡа киткән 74-се кавалерия дивизияһы базаһында, Шишмә районында, 113-сө дивизия — 76-сы кавалерия дивизияһы базаһында, Благовещенда[1].
1942 йылдың ғинуарына дивизияның рядовой составы һаны 3362 кеше тәшкил итә; тулыландырыу өсөн 283 кеше кесе команда, 72 — урта һәм кесе команда, 35 — етәксе состав һәм 7 сәйәси хеҙмәткәр талап ителгән. Февраль уртаһында 113-сө кавалерия дивизияһы составына атлы-артиллерия дивизионы, артиллерия паркы һәм башҡа подразделениелар индерелә. 1942 йылдың 1 мартына дивизияла 4404 кеше иҫәпләнә (штат буйынса 4481 кеше тейеш булған), аттар — 4681 (тейеш булған ат һаны — 4775). 1942 йылдың 6 мартында 112-се һәм 113-сө кавалерия дивизиялары Көньяҡ Урал хәрби округы ғәскәрҙәре составына индерелә. Әммә артабанғы тикшереүҙәр ике тулы дивизия булдырыу мөмкин булмауын күрһәтә, шуға күрә 112-се дивизияны фронтҡа ебәреү өсөн бөтә көстәрҙе берләштерергә ҡарар ителә. 113-сө дивизия тарҡатыла. Уның базаһында Туймазы эшселәр ҡасабаһында 9‑сы запас кавалерия полкы ойошторола, ә шәхси составтың бер өлөшө (яҡынса 1000 кеше) 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына, икенсе өлөшө — марш подразделениелары составында фронтҡа ебәрелә.
Дивизиия составы
- 276‑сы кавалерия полкы (командиры - капитан А. Г. Ғәбитов)
- 295‑се кавалерия полкы (командиры - майор П. Н. Солодилин)
- 314‑се кавалерия полкы (командиры - майор С.Г. Разумовский)
- 113‑сө айырым химик һаҡланыу эскадроны
- 113‑й медик‑санитар взвод
Дивизия командиры
- Каруна Василий Петрович (декабрь 1941 - март 1942), полковник
Әҙәбиәт
- Бикмеев М. А. Дивизии Башкортостана на фронтах Великой Отечественной войны. Уфа, 2005.
