Михайлюк Емельян Иосифович

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Вафат булған урыны
Тыуған урыны
Заты ир-ат
Хәрби звание Лейтенант
Тыуған көнө 11 август 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})
Вафат булған көнө 25 апрель 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (25 йәш)
Ерләнгән урыны
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Советтар Союзы Геройы
Ленин ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены
Гражданлығы
Һуғыш/алыш

Емельян Иосифович Михайлюк (11 август 1919 йыл — 25 апрель 1945 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһы 62-се гвардия кавалерия полкының 1-се эскадроны командиры. Гвардия лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1944).

Емельян Михайлюк 1909 йылдың 11 авгусында Украинала Чернелевка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте буйынса украин.

5 класты тамамлай. Хмельницкий ҡалаһында заводта токарь булып эшләй.

1944 йылдан — ВКП(б) ағзаһы.

Ҡыҙыл армияға 1939 йылда Украин ССР-ы Хмельницкий ҡала военкоматы тарафынан саҡырыла.

1942 йылда кавалерия училищеһын тамамлай. 1943 йылдың февраленән — Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында.

62-се гвардия кавалерия полкының 1-се эскадроны командиры (1-се Белоруссия фронты, 7-се гвардия кавалерия корпусы, 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы) гвардия лейтенанты Емельян Михайлюк 1945 йылдың 18 ғинуарында алыштың хәл иткес мәлендә эскадронды атакаға күтәрә һәм поляҡ ҡалаһы Томашув-Мазовецкийға бәреп инә.

1945 йылдың 29 ғинуарында Сулехув ҡалаһынан (Польша) көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай 7 километр алыҫлыҡта ятҡан Радовиште ауылына һөжүм иткәндә ҡыйыу командир-кавалерист күрше эскадрон менән берлектә атаканы уңышлы тамамлай, уның барышында немец пехота батальоны тар-мар ителә.

1945 йылдың 25 апрелендә гвардия лейтенанты Михайлюк Е. И. яу яланында батырҙарса һәләк була.

Польша ҡалаһы Гожув-Велькопольскиҙа ерләнә.

  • Е. И. Михайлюктың исеме алтын хәрефтәр менән 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының башҡа 78 Советтар Союзы Геройы исемдәре менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының Милли музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14) мәңгеләштерелгән, шулай уҡ уның исеме 112-се кавалерия дивизияһы музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27) уйылып яҙылған.