Чернухин Иван Фомич
Гражданлығы | |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Хәрби звание | Старшина |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | |
Заты | ир-ат |
Һуғыш/алыш | |
Ерләнгән урыны | |
Тыуған көнө | 11 ғинуар 1913 |
Вафат булған көнө | 13 май 1984 (71 йәш) |
Вафат булған урыны | |
Тыуған урыны |
Чернухин Иван Фомич (11 ғинуар 1913 йыл — 13 май 1984 йыл, Ворошиловград) — 1941 йылдың декабрендә Өфөлә 1-се Белоруссия фронтының 7-се гвардия кавалерия корпусының 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы булараҡ төҙөлгән 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының 60-сы гвардия кавалерия полкы взводы командиры ярҙамсыһы, гвардия старшинаһы.
Биографияһы
1913 йылдың 11 ғинуарында Погореловка (хәҙер Белгород өлкәһе Корочан районының Погорелово ауыл биләмәһе үҙәге) ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Урыҫ. 1967 йылдан КПСС ағзаһы. Башланғыс белемле. Колхозда эшләй.
1942 йылдан Ҡыҙыл Армия сафында. 1942 йылдың декабренән хәрәкәт итеүсе армияла. 60-сы гвардия кавалерия полкы взводының командиры ярҙамсыһы гвардия старшинаһы Иван Чернухин, 1945 йылдың 18 ғинуарында баш дозорҙа булып, беренселәрҙән Пилица йылғаһын кисеп сығып, дошман траншеялары аша үтә һәм алға табан хәрәкәт итеп, Польшаның Томашув ҡалаһына барған юл сатын яулай.
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 6 апрелендәге Указы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия старшинаһы Иван Фомич Чернухинға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, Ленин ордены һәм "Алтын Йондоҙ"миҙалы тапшырыла.
Һуғыштан һуң демобилизациялана. Ворошиловград ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. 1984 йылдың 13 майында вафат була. Луганскиҙа ерләнгән.
Наградалары
Ленин, II дәрәжә Ватан һуғышы, ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, миҙалдар менән бүләкләнгән.
Хәтер
- И. Ф. Чернухиндың исеме Башҡортостан Республикаһының Милли һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейҙарында 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының башҡа 78 Советтар Союзы геройы исеме менән бергә иҫтәлекле таҡтаташҡа алтын хәрефтәр менән яҙылған.
- Белгород өлкәһенең Прохоровка ҡала тибындағы ҡасабаһындағы Геройҙар аллеяһына уның бюсы ҡуйылған.
Әҙәбиәт
- Ахмадиев Т. Х. Башкирская гвардейская кавалерийская. — Уфа, 1999.
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
- Герои-белгородцы. — 2-е изд., доп. — Воронеж, 1972.
Һылтанмалар
Иван Фомич Чернухин . «Герои страны» сайты. Дата обращения: 7 июнь 2014.
- Советтар Союзы Геройҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- КПСС ағзалары
- 11 ғинуарҙа тыуғандар
- 1913 йылда тыуғандар
- 13 майҙа вафат булғандар
- 1984 йылда вафат булғандар
- Луганск өлкәһендә вафат булғандар
- Курск губернаһында тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Советтар Союзы Геройҙары:112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы