Дәүләтов Әбдрәүеф Ғәни улы

Дәүләтов Әбдрәүеф (Ғәбдрәүеф) Ғәни улы (рус. Давлетов, Абдрауф Ганеевич; 1916 йылдың 14 [27] марты, Хәлил, Ырымбур губернаһы1943 йылдың 27 октябре, Брагин районы[d], Полесье өлкәһе[d]) — Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы лейтенанты, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, Советтар Союзы Геройы (1944).

Биографияһы

1916 йылдың 27 мартында Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Хәлил ауылында (хәҙер — Башҡортостандың Әбйәлил районы) эшсе ғаиләһендә тыуған. Милләте — башҡорт. Ете класс тамамлай. 1937—1938 йылдарҙа — янғындан һаҡлау начальнигы, һуңынан — шахтер булып эшләй.

1938—1940 йылдарҙа — Ҡыҙыл Армияла. ВКП(б) ағзалығына кандидат була.

РККА-ның поляк походында ҡатнаша. Демобилизациянан һуң всеобуч инструкторы булып эшләй, артабан — Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы хәрби комиссариаты инструкторы. 1942 йылдың октябрендә РККА-ға ҡабаттан саҡыртыла. Өфөлә «Выстрел» курсы филиалын тамамлай. 1943 йылдың мартынан — Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. 1943 йылдың сентябренән гвардия лейтенанты Дәүләтов — Үҙәк фронттың 61-се армияһы 7-се гвардия кавалерия корпусы 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкында пулемёт взводы менән командалыҡ итә. Днепр өсөн алыштарҙа айырыуса ҡаһарманлыҡ күрһәтә[1].

Батырлығы

1943 йылдың 26 сентябренән 27 сентябренә ҡараған төндә Нивки ауылы тирәһендә (Белоруссия, Гомель өлкәһе, Брагин районы) беренселәрҙән булып Днепр аша сыға. Ҡаршы ярға сыҡҡанда пулемёт расчеты сафтан сыға һәм Дәүләтов яңғыҙ ҡалып, дошман һалдаттарына ут аса һәм уларҙы траншеяла йәшенергә мәжбүр итә. Яугирҙар менән артабанғы кәмә килеп еткәс, улар менән бергә дошман траншеяһына бәреп инә һәм шәхсән үҙе 6 немец һалдатын юҡ итә, ә берәүһен әсирлеккә ала[1].

1943 йылдың 27 октябрендә алышта батырҙарса һәләк була. Галки ауылында (Белоруссия, Гомель өлкәһе) Туғандар ҡәберлегендә ерләнә[1].

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указына ярашлы, немец баҫҡынсылары менән көрәштә фронт командованиеһының хәрби заданиеларын өлгөлө башҡарғаны һәм уны үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия лейтенанты Дәүләтов Әбдрәүеф Ғәни улына «Советтар Союзы Геройы» исеме[2] менән бергә Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы бирелә (үлгәндән һуң)[1][3][4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

undefined

Хәтер

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 Дәүләтов Әбдрәүеф Ғәни улы. «Герои страны» сайты.
  2. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043/793756, д. 3/13, л. 26; 13, 14)
  3. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 118, л. 2, 32, 33)
  4. Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 ғинуар (№ 4 (264)). — С. 1. Архивировано 24 сентябрь 2021 года.
  5. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  6. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында

Әҙәбиәт

  • Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). — Уфа: Башкнигоиздат, 1965—1985. — Т. в 5 кн..

Һылтанмалар