Биографияһы

Михаил Новосельцев 1900 йылдың 12 февралендә Покровка ауылында (хәҙерге Рязань өлкәһенең Шацкий районы) тыуа. Башланғыс мәктәпте тамамлай. 1919 йылда Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Граждандар һуғышы алыштарында ҡатнаша, ул тамамланғас, 1922 йылда демобилизациялана. 1929 йылда Тажик ССР-ына күсеп килә, Сталинабад ҡалаһында сауҙа ойошмаһында эшләй.

1941 йылда ҡабаттан армияға саҡырыла. 1943 йылдың сентябренән Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында Үҙәк фронттың 7-се гвардия кавалерия корпусы составындағы 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 62-се гвардия кавалерия полкындағы 3-сө эскадрондың пулемет расчетына командалыҡ итә. Днепр өсөн алышта батырлыҡ күрһәтә.

1943 йылдың 21 сентябрендә Украина ССР-ының Чернигов өлкәһендәге Ивашковка тораҡ пункты янындағы алыштарҙа шәхсән дошман пулемет расчетын юҡ итә. 1943 йылдың 27 сентябренән 28-енә ҡараған төндә уның расчеты Белорус ССР-ының Гомель өлкәһендәге Брагин районының Нивки ауылы янында Днепр аша сыға һәм көнбайыш ярҙа плацдарм баҫып алып, төп көстәр йылға аша сыҡҡанға тиклем оборона тота[1].

Һуғыш тамамланғандан һуң демобилизациялана. Дүшәмбелә йәшәй, янғын һүндереүсе булып эшләй. 1967 йылдың 19 авгусында вафат була, Дүшәмбелә ерләнә[2].

Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре

Хәтер

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ Подвиг. Память народа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2026.
  2. ↑ 1 2 3 Новосельцев Михаил Иванович. warheroes.ru (15 ғинуар 1944). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ғинуар 2026.
  3. ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 ғинуар (№ 4 (264)). — С. 1.
  4. ↑ Новосельцев Михаил Иванович. pamyat-naroda.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ғинуар 2026.
  5. ↑ Богатыри земли Рязанской. Новосельцев Михаил Иванович. info.rounb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ғинуар 2026.

Әҙәбиәт

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Ахмадиев Т. Х. Башкирская гвардейская кавалерийская. 112bkd.ru (1999). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 ғинуар 2026.
  • За честь родной земли. Санкт-Петербург, 2005.
  • Халыҡ йөрәгендә мәңгегә / Редкол.: И. П. Шамякин (гл. ред.) и др. — 3-е изд., доп. и испр. — Мн.: Белорусская советская энциклопедия, 1984. — 607 с. — 65 000 экз.
  • Сечкина Л. П. Твои Герои, Таджикистан. Душанбе, 1985.
  • Новосельцев Михаил Иванович. 112bkd.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 ғинуар 2026.