Үҙәк фронт
Үҙәк фронт — Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ҡыҙыл Армияла булдырылған оператив формирование (берләшмә, фронт). 1941 йылдың 24 июлендә ойошторола, шул уҡ йылдың 26 авгусында таратыла, уның армияһы һәм оборона һыҙаты Брянск фронтына тапшырыла. Икенсе формированиеһы - 1943 йылдың 15 февралендә таратылған Дон фронты нигеҙендә булдырыла. 1943 йылдың 20 октябрендә Үҙәк фронт Белорус фронты тип үҙгәртелә (һуңыраҡ - 1-се Белорус фронты).
Беренсе формирование
1941 йылдың 24 июлендә Совет-Германия фронты үҙәк участкаһының көньяҡ флангында ойошторола, фронт штабын ойоштороуға 4-се армия штабы ебәрелә.
Фронт командующийы итеп генерал-полковник Ф. И. Кузнецов тәғәйенләнә, штаб начальнигы — полковник Л. М. Сандалов, артиллерия начальнигы - генерал-майор М. П. Дмитриев, фронттың Хәрби-һауа көстәре командующийы - дивизия командиры Г. А. Ворожейкин, штабы - Гомелдә урынлаша.
Фронтты ойошторғанда уның Көнбайыш фронты менән сиге - Брянск, Рославль, Шклов, Минск (Көнбайыш фронтты индереп — бөтәһе лә), фронттың төп операция йүнәлеше - Гомель, Бобруйск, Волковыск билдәләнә. Фронт составында башта ике армия була:
- 13-сө армия (командующийы - генерал-лейтенант В. Ф. Герасименко, Могилёвты ҡалдырғандан һуң уны генерал-майор К. Д. Голубев алмаштыра; штабы — Родня янында). Армияның төп соединениелары Могилёв (61-се уҡсылар һәм 20-се механизацияланған корпус) тирәһендә һәм Кричев (45-се һәм 20-се уҡсылар корпустары) йүнәлешендә булғанлыҡтан, армия составына таратылған 4-се армия частары һәм берләшмәләре тапшырылған: 28-се уҡсылар корпусы Сож йылғаһы буйындағы һыҙатты, генерал-майор А. С. Жадов отряды Кричевтан Мстиславлгә тиклем арауыҡты биләй.
- 21-се армия (командующийы - генерал-лейтенант М. Г. Ефремов): 25-се мехкорпус, 66-сы, 63-сө, 21-се һәм 67-се уҡсылар корпустары.
Фронт хәрәкәттәренә Пинск хәрби флотилияһы ярҙам иткән.
1 августа Үҙәк фронт составына 3-сө армия индерелә (Гродноның сигенгән армия идаралығы 28 июлдә Рогачёвтан төньяҡтараҡ ҡамауҙан сыға). 3-сө армия командующийы итеп генерал-лейтенант В. И. Кузнецовты ҡалдырыла, штаб начальнигы итеп генерал-майор А. С. Жадов тәғәйенләнә; штаб Калинковичиҙан көнбайыштараҡ урынлашҡан. Армия буйһоноуына 66-сы уҡсылар корпусы (уның командиры итеп 1-се корпустың ҡамауҙан сыҡҡан командиры генерал-майор Ф. Д. Рубцов тәғәйенләнә), Мозырь нығытылған районы һәм 75-се уҡсылар дивизияһы бирелә.
1941 йылдың 7 авгусында Ф. И. Кузнецов яңы тәғәйенләнеш алыу өсөн Мәскәүгә саҡыртып алына, генерал-лейтенант М. Г. Ефремов фронттың яңы командующийы итеп тәғәйенләнә, генерал-майор В. Н. Гордов 21-се армияның командующийы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнә.
Икенсе көндө 13-сө армия һыҙатына Г. Гудериандың 2-се танк төркөмөнөң һөжүме башланды.
12 августа вермахттың Рогачёв-Гомель операцияһы башлана: генерал-полковник М. фон Вейхстың Үҙәк фронтты тар-мар итеү буйынса 2-се немец ялан армияһының хәрби хәрәкәттәре.
14 августа Мәскәү йүнәлешен һаҡлау өсөн Үҙәк һәм Резерв фронттары сигендә Гудериан танк төркөмөнөң уңышлы һөжүм итеүенә бәйле, Брянск фронты (командующийы - генерал-лейтенант А. И. Еременко) ойошторола: 50-се армия һәм Үҙәк фронт составынан бирелгән 13-сө армия.
Үҙәк фронт составында ике армия ҡала:
3-сө армия Мозырь йүнәлешендә оборона тота, 21-се армия - Гомель йүнәлешендә; уның 63-сө уҡсылар корпусы (командиры - генерал-лейтенант Л. Г. Петровский) Жлобин, Рогачёв райондарында ҡамауҙа һуғыша.
17 августа 63-сө уҡсылар корпусын тар-мар итеү тамамлана, шул уҡ ваҡытта Скепня ауылы (Жлобиндан 20 саҡрым көнсығыштараҡ) янындағы арьергард һуғышында генерал-лейтенант Л. Г. Петровский һәм корпустың артиллерия начальнигы генерал-майор А. Ф. Казаков һәләк була. 63-сө уҡсылар корпусы штабы начальнигы полковник А. Л. Фейгин әсирлеккә эләгә.
19 августа дошмандың 2-се ялан армияһы берләшмәләре Гомелде ала. 3-сө армия, 22 августа әсирлеккә эләгеү ҡурҡынысы янау сәбәпле, Мозырь ҡалаһын ҡалдыра.
1941 йылдың 26 авгусына ҡарата төндә Үҙәк фронт таратыла, уның армиялары һәм оборона һыҙаты Брянск фронтына тапшырыла.
Икенсе формирование
Икенсе формирование 1943 йылдың 15 февралендә таратылған Дон фронты нигеҙендә ойошторола. Командующийы - генерал-полковник К. К. Рокоссовский, хәрби совет ағзаһы - генерал-майор К. Ф. Телегин, штаб начальнигы - генерал-лейтенант М. С. Малинин. Фронт составына тәүҙә түбәндәге армиялар индерелә:
- 21-се армия (командующийы - генерал-лейтенант И. М. Чистяков)
- 65-се армия (генерал-лейтенант П. И. Батов)
- 70-се армия (генерал-майор Г. Ф. Тарасов)
- 2-се танк армияһы (генерал-лейтенант А. Г. Родин)
- 16-сы һауа армияһы (генерал-лейтенант С. И. Руденко).
Фронт штабы Елец ҡалаһынан көнсығыштараҡ 10 саҡрым алыҫлыҡта урынлаша, фронт, Севск, Унеч йүнәлешендә эшләп, Воронеж һәм Брянск фронттарының һөжүменә ярҙам итеү бурысын ала, «Брянск-Гомель тимер юлын киҫеүбурысын ҡуя… Фронт армиялары Брянск, Гомель линияһына сыҡҡас, Смоленск районын баҫып алыу һәм дошмандың Вяземск-Ржев төркөмөнөң сигенеү юлдарын өҙөү маҡсаты менән, Климовичи, Хиславичи аша Смоленск ҡалаһына төп һөжүм яһаясаҡ. Беҙҙең ғәскәрҙәрҙең Брянск, Гомель линияларынан Смоленск ҡалаһына һөжүмгә күсеү менән бер үк ваҡытта түбәндәгеләр һөжүмгә күсә:
- Көнбайыш фронт - Рославль һәм артабан Смоленск ҡалаһына
- Калинин фронты - Витебск, Орша, көстәрҙең бер өлөшө менән Смоленск ҡалаһына, беҙҙең төп һөжүмебеҙгә ҡаршы…»[1].
1943 йылдың 21 мартында Үҙәк фронт оборонаға күсә, баҫып алынған территорияның бер өлөшөн ҡалдыра һәм Курск дуғаһының төньяҡ фасын тәшкил иткән сиктәргә сигенә.
Брянск фронты был ваҡытҡа (15-17 февралдә) дошмандың Орёл төркөмөн тар-мар итеүҙе тамамларға тейеш була.
Әммә Сталинградтан сығарылған ғәскәрҙәр яу районына ваҡытында килеп өлгөрмәгәнлектән, ә 21-се армия, Белгород эргәһендәге ваҡиғаларҙың насар үҫешеүенә бәйле, Воронеж фронты составына тапшырылғанлыҡтан, Үҙәк фронттың Севск операцияһы барышында планлаштырылған һөжүме уңышҡа өлгәшмәй. Немец ғәскәрҙәре контрһөжүм яһай, һәм совет ғәскәрҙәре ауыр хәлдә ҡала. 1943 йылдың 21 мартында Үҙәк фронт оборонаға күсә, биләгән территорияһының бер өлөшөн ҡалдырып, Курск дуғаһының төньяҡ фасын тәшкил иткән сиккә сигенә.
В резерве фронта находились 2-я танковая армия, 9-й и 19-й танковые корпуса и другие части.
1943 йылдың йәйендә Курск алышында Үҙәк фронт составы:
- 48-се армия (генерал-лейтенант П. Л. Романенко)
- 13-сө армия (генерал-лейтенант Н. П. Пухов)
- 70-се армия (генерал-лейтенант И. В. Галанин)
- 65-се армия (генерал-лейтенант П. И. Батов)
- 60-сы армия (генерал-лейтенант И. Д. Черняховский)
- 16-сы һауа армияһы (генерал-лейтенант С. И. Руденко).
Фронт резервында — 2-се танк армияһы, 9-сы һәм 19-сы танк корпустары һәм башҡа частар була.
Курск дуғаһының төньяҡ фасында дошмандың төп һөжүмен 13-сө армия һәм бер ни тиклем 48-се, 70-се армиялар ҡабул итте. 1943 йылдың 15 июлендә немец һөжүмен кире ҡаҡҡандан һуң Үҙәк фронт үҙенең уң флангыһы (48-се, 13-сө һәм 70-се армиялар, 2-се танк армияһы) көсө менән Брянск һәм Көнбайыш фронт ғәскәрҙәре менән берлектә вермахттың Орёл төркөмөн тар-мар итеү өсөн Кромы йүнәлешенә контрһөжүмгә күсә. Тиҙҙән һөжүмде үҫтереү өсөн фронт составына генерал-лейтенант П. С. Рыбалконың 3-сө гвардия танк армияһы индерелә. 18 авгусҡа, «Кутузов» Орел стратегик һөжүм итеү операцияһын тамамлап, совет ғәскәрҙәре дошмандың «Хаген» оборона линияһына сыға.
1943 йылдың 20 октябрендә Үҙәк фронт Белорус (һуңыраҡ 1-се Белорус фронты) тип үҙгәртелә.
1943 йылдың 26 авгусында Днепр өсөн алыш барышында Үҙәк фронттың яңы һөжүме башлана (1943 йылдың 26 авгусында Чернигов-Припять операцияһы), Глухов, Конотоп, Нежин, Чернигов алына. 29 сентябрҙә Киевҡа тартылған 13-сө һәм 60-сы армиялар Воронеж фронтына буйһона. Үҙ сиратында, 1 октябрҙә Брянск фронты составынан 3-сө (командующийы - А.В. Горбатов), 50-се (И. В. Болдин) һәм 63-сө (В. Я. Колпакчи) армиялар Үҙәк фронтҡа тапшырыла. Шулай итеп, фронттарҙың яуаплылыҡ һыҙаттары һәм бурыстары үҙгәртелә.
15 октябрҙә Үҙәк фронт 65-се һәм фронт составына тапшырылған 61-се армияның (командующийы П. А. Белов) көстәре менән Гомель йүнәлешендә яңы һөжүм башлай.
1943 йылдың 20 октябрендә Үҙәк фронт Белорус фронты (һуңыраҡ - 1-се Белорус фронты) тип үҙгәртелә.
Өсөнсө формирование
1968 йылдың 20 авгусында Балтик буйы хәрби округы идаралығы нигеҙендә Үҙәк фронт ойошторола, уның составына Балтик буйы хәрби округы ғәскәрҙәре, Германияла Совет ғәскәрҙәре төркөмө һәм Төньяҡ ғәскәрҙәр төркөмө, шулай уҡ айырым поляк һәм көнсығыш Германия дивизиялары инә. Был фронт ГДР-ҙа һәм ПХР-ҙа йәйелдерелә. Үҙәк фронт составына 11-се һәм 20-се гвардия һәм 37-се һауа армиялары инә.
Составы
1968 йылдың 22 авгусы иртәһенән Үҙәк фронт составы:
идара итеү (штабы)
- 1-се гвардия танк армияһы
- 6-сы гвардия танк дивизияһы
- 7-се гвардия танк дивизияһы
- 9-сы гвардия танк дивизияһы
- 27-се гвардия мотоуҡсылар дивизияһы
- 20-се гвардия армияһының 14-се гвардия мотоуҡсылар дивизияһы
- 20-се танк дивизияһы
- өлөшләтә 90-сы гвардия танк дивизияһы (СГВ)
- ГДР ННА-ның 11-се мотоуҡсылар дивизияһы
- 128-се гвардия мотоуҡсылар дивизияһы (ПрикВО)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Василевский А. М. Дело всей жизни (Мемуары). — 3-е. — М.: Политиздат, 1978. — 552 с.
Әҙәбиәт
- Байрамов, Р. С. Тыловое обеспечение войск Центрального фронта накануне и в ходе Курской битвы: автореферат диссертации на соискание ученой степени кандидата исторических наук: специальность 5.6.1. — Отечественная история / Руслан Сагифович Байрамов; Тамбовский государственный университет им. Г. Р. Державина; Место защиты: Тамбовский государственный университет им. Г. Р. Державина. — Тамбов, 2023.