Хәйҙәров Әмирйән Сөләймән улы

Әмирйән Сөләймән улы Хәйҙәров (рус. Амир Сулейманович Хайдаров; 1911 йылдың 20 ноябре, Үрге Ҡоҙаш, Бөрө өйәҙе, Өфө губернаһы1996 йылдың 25 ноябре, Үрге Ҡоҙаш, Башҡортостан Республикаhы) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, пулемёт взводы командиры ярҙамсыһы, гвардия кесе лейтенанты[1], Советтар Союзы Геройы.

Биографияһы

Әмирйән Сөләймән улы Хәйҙәров[2][3] 1911 йылдың 20 ноябрендә Үрге Ҡоҙаш ауылында (Өфө губернаһының Бөрө өйәҙе, хәҙер Башҡортостандың Тәтешле районы) крәҫтиән (рус.)баш. ғаиләһендә тыуа. Мәктәптә дүрт класс тамамлай. Милләте буйынса башҡорт, КПСС ағзаһы[4].

1932—1934 йылдарҙа — «Урал» колхозы рәйесе, 1937—1941 йылдарҙа ҡулланыусылар кооперативы рәйесе була (1939—1941 йылдарҙа — Ҡоҙаш сельпоһы рәйесе)[3]. 1934—1937 йылдарҙа һәм 1941 йылдан алып Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһында хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында — 1942 йылдың июненән.

Гвардия өлкән сержанты Әмирйән Хәйҙәров 1943 йылдың 27—28 сентябрендәге алыштарҙа батырлыҡ күрһәтә[5].

1944 йылда Тамбов кавалерия училищеһын тамамлай[3] 1945 йылдың авгусынан йәнә тыуған яғында йәшәй һәм эшләй. Ауыл советы, Ҡоҙаш сельпоһы һәм Молотов исемендәге колхоз рәйестәре була, ә 1955 йылдан — Яңауыл районының «Урал» колхозында өлкән лесничий[3].

1996 йылдың 25 ноябрендә вафат була һәм Үрге Ҡоҙаш ауылы зыяратында ерләнә[3].

Батырлығы

16-сы гвардия кавалерия дивизияһының (112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы) 60-сы гвардия кавалерия полкы составында алышта батырлыҡ күрһәтә[2][6].

«Пулемёт взводы командиры ярҙамсыһы гвардия өлкән сержанты Ә. С. Хәйҙәров Гомель өлкәһен азат итеү өсөн барған алыштарҙа батырлыҡ күрһәтә. 1943 йылдың 28 сентябренә ҡарай төндә дошман уты аҫтында 2 станок пулемёт расчёты менән Брагин районының Вялье ауылы эргәһендә Днепр аша сыға, ут нөктәһен һәм 18 гитлерсыны юҡ итә, был плацдармды киңәйтеүгә һәм Вялье ауылын азат итеүгә булышлыҡ итә»[5].

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы «Ҡыҙыл Армия генералдарына, офицерҙар, сержанттар һәм рядовойҙар составына Советтар Союзы Геройы исемен биреү тураһындағы» указы менән «немец илбаҫарҙары менән көрәш фронтында командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы» өсөн Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була[5][7].

Хәтер

Герой хөрмәтенә Үрге Тәтешле ауылында урам аталған. Үрге Ҡоҙаш ауылындағы урта дөйөм белем биреү мәктәбенә Герой исеме бирелгән. Ошо уҡ ауылда Хәйҙәров урамы, 23 адресы буйынса йорт диуарында иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған[8].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Хайдаров Амир-Ян Амир-Сулейманович. 112bkd.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 август 2026.
  2. 1 2 Хәйҙәров Әмирйән Сөләймән улы. «Герои страны» сайты.
  3. 1 2 3 4 5 Хайдаров Амир Сулейманович. Башкирская энциклопедия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 август 2026.
  4. Хайдаров Амир Сулейманович. Подвиг народа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 август 2026.
  5. 1 2 3 4 5 6 Наградные документы в электронном банке документов «Подвиг народа» (архивные материалы ЦАМО. Ф. 33. Оп. 686043/793756. Д. 3/51. Л. 29/31, 32).
  6. Хайдаров Амир Сулейманович. СФУ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 август 2026.
  7. Награждающий Указ. Подвиг народа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 август 2026.
  8. Герой Советского Союза Хайдаров Амир Сулейманович. Герои страны. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 август 2026.
  9. Карточка награждённого к медали «За отвагу». Память народа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 август 2026.

Әҙәбиәт

  • Несокрушимые. — Уфа, 1985. / стр. 174—204.
  • Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1979, кн. 4. / стр. 31—34.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов; т. 7. Ф-Я. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2011. — 624 с.