Давлетжанов Бердымурад
Вафат булған урыны | |
---|---|
Һуғыш/алыш | |
Тыуған көнө | 1 ғинуар 1921 |
Заты | ир-ат |
Хәрби звание | Өлкән сержант |
Ғәскәр төрө | пехота[d] |
Вафат булған көнө | 1998 |
Ерләнгән урыны | |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған урыны |
Бердымурад Давлетжанов (баш. Бирҙеморат Дәүләтйәнов, урыҫ. Бердимурат Довлетджанов) (1 ғинуар 1921 йыл — ноябрь 1998 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһы 62-сы гвардия кавалерия полкы ҡылыссыһы. Гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944). Төркмәнстан Геройы.
Биографияһы
Бердымурад Давлетжанов Мульксыгмоз ауылында (хәҙер — Төркмәнстандың Марый виләйәте Марый этрапы Чкалов исемендәге ауыл) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ете класс тамамлаған, колхоз трактор бригадаһында иҫәпсе-хисапсы булып эшләй. 1941 йылдың ноябрендә Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына хеҙмәткә алына. 1943 йылдың июненән — Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. 1943 йылдың сентябренә гвардия ҡыҙылармеецы Бердымурад Давлетджанов 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының 62-се кавалерия полкы ҡылыссыһы була (Үҙәк фронты, 61-се армия, 7-се гвардия кавалерия корпусы). Днепр өсөн алыштарҙа айырыуса ҡаһарманлыҡ күрһәтә[1].
1943 йылдың 28 сентябрендә Давлетжанов үҙенең подразделениеһында тәүгеләрҙән булып Нивки ауылы эргәһендә (Белоруссия, Гомель өлкәһе, Брагин районы) Днепр аша сыға. Усохи ауылы тирәһендә ул шәхсән үҙе дошман минометын ҡыйрата һәм эскадронға һөжүмде дауам итеүҙә булышлыҡ итә[1].
СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы Указына ярашлы немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн һәм шул ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия өлкән сержанты Бердымурад Давлетжанов Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була һәм уға Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (3041-се һанлы) тапшырыла[1][2].
Һуғыш тамамланғандан һуң өлкән сержант Давлетжанов тыуған яҡтарына ҡайта, Төркмән ССР-ының Компартияһы Үҙәк Комитеты янындағы партия мәктәбен тамамлай. Мары ҡалаһында йәшәй, «Туркменлегторг» базаһы идарасыһы булып эшләй. 1988 йылдың ноябрендә вафат була, тыуған ауылында ерләнә[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
Советтар Союзы Геройы. Төркмән ССР-ы Юғары Советы депутаты. Төркмәнстан Геройы. Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (3041-се һанлы), Октябрь Революцияһы ордены, I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм күп һанлы миҙалдар менән бүләкләнгән[1].
Хәтер
Б. Давлетжановтың исеме алтын хәрефтәр менән 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының башҡа 78 Советтар Союзы Геройы исемдәре менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының Милли музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14) мәңгеләштерелгән, шулай уҡ уның исеме 112-се кавалерия дивизияһы музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27) уйылып яҙылған.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 Давлетжанов Бердымурад . «Герои страны» сайты.
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1.
Әҙәбиәт
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Ахмадиев Т. Х. Башкирская гвардейская кавалерийская. Уфа, 1999.
- Ими гордится Туркменистан. — Ашхабад, 1973.
- Навечно в сердце народном. 3-е изд., доп. и испр. Минск, 1984
- Слава башкирских конников. Уфа: Китап, 2005.1
- Төркмәнстанда вафат булғандар
- 1 ғинуарҙа тыуғандар
- 1921 йылда тыуғандар
- 1998 йылда вафат булғандар
- Советтар Союзы Геройҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Октябрь Революцияһы ордены кавалерҙары
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Днепр өсөн алышта ҡатнашыусылар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 19 ноябрҙә вафат булғандар
- Советтар Союзы Геройҙары:112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы