Хәйбуллин Ҡотләхмәт Ҡотлоғәлләм улы
Ҡотләхмәт Ҡотлоғәлләм улы Хәйбуллин (рус. Кутлуахмет Кутлугалямович Хайбуллин; 1921 йылдың 29 декабре, Сөләймән, Байдәүләт ауыл Советы, Ейәнсура районы, Башҡорт АССР-ы, Совет Рәсәйе — 1943 йылдың 10 ноябре, Лоев районы[d], Гомель өлкәһе) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, танкыға ҡаршы мылтыҡтар бүлексәһе командиры, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы (15.01.1944).
Биографияһы
1921 йылдың 29 декабрендә Башҡорт АССР-ы Ейәнсура районының Сөләймән ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
Башҡорт. Байдәүләт ауылындағы мәктәптең 7 класын тамамлай, «Ҡыҙыл Һүрәм» колхозында эшләй[1][2].
1940 йылда Башҡорт АССР-ының Ейәнсура район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла[2][3], 1941 йылдың октябренән Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының (112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы) 58-се гвардия кавалерия полкында хеҙмәт итә[4].
Ленинград ҡалаһын обороналауҙа ҡатнаша. 1943 йылда «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалына тәҡдим ителә[5]. Гомель өлкәһен азат итеү өсөн барған алыштарҙа батырлыҡ күрһәтә.
1943 йылдың 10 ноябрендә Волкошанка (рус.)баш. ауылы (Белоруссия) янындағы алышта һәләк була[6][7]. Гомель өлкәһендәге Лоевский районының Волкошанка ауылында ерләнә, 1956 йылда кәүҙәһе Уборок ауылындағы туғандар ҡәберлегенә күсерелә[8].
Батырлығы
Танкыға ҡаршы мылтыҡтар бүлексәһе командиры гвардия сержанты Ҡ. Ҡ. Хәйбуллин Гомель өлкәһен азат итеү өсөн барған алыштарҙа 1943 йылдың сентябрендә беренсе подразделение составында Брагин районы тирәһендә Днепрҙы аша сыға, Галки ауылы өсөн ҡул һуғышында ҡатнаша, унда ике танкыны һәм автоматсылар десантын юҡ итә[9].
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы «Ҡыҙыл Армия генералдарына, офицерҙар, сержанттар һәм рядовойҙар составына Советтар Союзы Геройы исемен биреү тураһында»ғы указы менән Днепрҙы аша сығыуы өсөн Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була[10].
Хәтер
- Байдәүләт ауылында ул уҡыған мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[11].
- Тыуған ауылы Сөләймән Герой хөрмәтенә Хәйбулла тип үҙгәртелгән[12], Хәйбуллала[13] һәм район үҙәге Иҫәнғолда уның исеме менән урам аталған[11].
- 2020 йылдың 1 июнендә Иҫәнғол ауылының «Дуҫлыҡ» паркындағы Геройҙар аллеяһында Геройға бюст асылған[14].
- Гомель өлкәһенең Лоев ҡасабаһында Герой иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[11].
- Ҡ. Ҡ. Хәйбуллиндың исеме 112-се Башҡорт (16-сы гвардия) кавалерия дивизияһының 78 Советтар Союзы Геройы исеме менән бергә БР Милли музейында һәм дивизия музейында ҡуйылған мемориаль таҡталарға алтын хәрефтәр менән яҙылған[11].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы (1943)[15].
- Советтар Союзы Геройының «Алтын Йондоҙ» миҙалы (15.01.1944)[16].
- Ленин ордены (15.01.1944)[16].
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (15.01.1944)[17].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Биография Хайбуллина. Башинформ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 август 2026.
- ↑ 1 2 Биография Хайбуллина. Башинформ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 август 2026.
- ↑ Хайбуллин Кутлуахмет Кутлугаллямович. Герои страны. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 август 2026.
- ↑ Хайбуллин Кутлуахмет Кутлугаллямович. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 август 2026.
- ↑ Хайбуллин Кутлуахмет. Память народа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 август 2026.
- ↑ Как сложились судьбы героев Великой Отечественной войны. Башинформ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 август 2026.
- ↑ Живёт память о герое. Лоевский край. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 август 2026.
- ↑ Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында.
- ↑ Хайбуллин Кутлуахмет. Герои страны. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 август 2026.
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 ғинуар (№ 4 (264)). — С. 1. Архивировано 24 сентябрь 2021 года.
- ↑ 1 2 3 4 Хайбуллин Кутлуахмет Кутлугаллямович. 112bkd.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 август 2026.
- ↑ Сегодня — 85 лет со дня рождения Героя Советского Союза Кутлуахмета Хайбуллина. Башинформ (29 декабрь 2006). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 август 2026.
- ↑ Как сложились судьбы героев Великой Отечественной войны – бойцов 112-й Башкавдивизии. bashinform.ru (22 июнь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 август 2026.
- ↑ В Зианчуринском районе Башкирии появилась Аллея Героев. Зианчуринские зори (1 июнь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 август 2026.
- ↑ Хайбуллин Кутлуахмет Кутлугалямович. Память народа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 август 2026.
- ↑ 1 2 Хайбуллин Кутлуахмет. Подвиг народа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 август 2026.
- ↑ Хайбуллин. 112-я Башкирская кавалерийская дивизия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 август 2026.
Әҙәбиәт
- Несокрушимые. — Уфа, 1985. / стр. 174—204.
- Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1979, кн. 4. / стр. 31—34.
- Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов; т. 7. Ф-Я. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2011. — 624 с.