Рудой Анатолий Михайлович
Гражданлығы | |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Хәрби звание | Өлкән лейтенант |
Ғәскәр төрө | кавалерия |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Заты | ир-ат |
Тыуған көнө | 17 ноябрь 1912 |
Вафат булған урыны | |
Тыуған урыны |
|
Вафат булған көнө | 14 ноябрь 1943 (30 йәш) |
Һуғыш/алыш |
Рудой Анатолий Михайлович (17 ноябрь 1912 йыл — 14 ноябрь 1943 йыл) — Советтар Союзы Геройы, гвардия өлкән лейтенанты, 1941 йылдың декабрендә Өфө ҡалаһында Үҙәк фронттың 61-се армияһы, 7-се гвардия корпусының 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы булараҡ ойошторолған 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкының 4-се эскадрон командиры.
Биографияһы
Анатолий Михайлович Рудой 1912 йылдың 17 ноябрендә Курск губернаһының Борисовка (хәҙер ҡала тибындағы ҡасаба, Белгород өлкәһендәге район үҙәге) эшсе ғаиләһендә тыуа. Украин. Профтехмәктәп тамамлап, совхозда слесарь булып эшләй.
1934 йылдан СССР НКВД ғәскәрҙәре сафында хәрби хеҙмәттә була. 1938 йылда тамамлағас, СССР НКВД-һының Харьков хәрби сик буйы училищеһын тамамлай. 1938—1942 йылдарҙа ошо уҡ училищела курсовой офицер булып хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышында 1942 йылдан. 58-се гвардия кавалерия полкының комсомолец, гвардия өлкән лейтенанты Анатолий Рудой командалыҡ иткән 4-се эскадроны 1943 йылдың 28 сентябрь кисендә Белоруссияның Гомель өлкәһе, Брагин районының Нивки ауылы эргәһендә ҡул аҫтындағы материалдар ярҙамында Днепрҙы аша сыға. Дошмандың ҡаршылығын һындырып, эскадрон яугирҙары йылғаның уң яҡ ярында позиция биләй һәм 58-се гвардия кавалерия полкының йылға аша сығыуын тәьмин итә. Полктың башҡа подразделениелары сығып бөткәнгә тиклем А. М. Рудойҙың 4-се эскадроны алғы һыҙыҡта дошмандың ике һөжүмен кире ҡаға, яңы көстәр килгәнсе рубежды тотоп тора.
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы Указы менән фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә командованиеның хәрби заданиеһын өлгөлө үтәгәне, күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Рудой Анатолий Михайловичҡа «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.[1]
1943 йылдың 14 ноябрендәге алышта һәләк була. Чернигов ҡалаһында паркта туғандар ҡәберендә ерләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы
- Ленин ордены
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены ордены.
Хәтер
- Чернигов ҡалаһында бер урамы герой исемен йөрөтә.
- А. М. Рудой исеме Белгород өлкәһе Борисов районының Борисов ҡасабаһындағы урамға бирелгән.
- Шулай уҡ уның исемен 1-се Борисов урта дөйөм белем биреү мәктәбе йөрөтә.
- А. М. Рудой исеме 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 78 Советтар Союзы Геройы исеме менән бергә Башҡортостан Республикаһының Милли музейында һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейындағы иҫтәлекле таҡтаташҡа алтын хәрефтәр менән яҙылған.
Әҙәбиәт
- Ахмадиев Т. Х. Башкирская гвардейская кавалерийская. — Уфа, 1999.
- Герои Отечества. — М., 2004.
- Герои-белгородцы. — 2-е изд., доп. — Воронеж, 1972.
- Сечкина Л. П. Твои Герои, Таджикистан. — Душанбе, 1985.
- Слава башкирских конников. — Уфа: Китап, 2005.
Һылтанмалар
- Анатолий Михайлович Рудой . «Герои страны» сайты. Дата обращения: 8 июнь 2014.
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1.
- Советтар Союзы Геройҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- 17 ноябрҙә тыуғандар
- 1912 йылда тыуғандар
- Украинала вафат булғандар
- Курск губернаһында тыуғандар
- 14 ноябрҙә вафат булғандар
- 1943 йылда вафат булғандар
- 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары
- Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Советтар Союзы Геройҙары:112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы