Нагорный Михаил Петрович

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Тыуған урыны
Заты ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 28 ноябрь 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})
Вафат булған көнө 22 ноябрь 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (54 йәш)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Советтар Союзы Геройы
Ленин ордены III дәрәжә Дан ордены
Вафат булған урыны
Ғәскәр төрө кавалерия
Һуғыш/алыш

Нагорный Михаил Петрович (28 ноябрь 1917 йыл — 22 ноябрь 1972 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының взвод командиры ярҙамсыһы. Гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944).

Михаил Петрович Нагорный 1917 йылдың 28 ноябрендә Фирсовка (хәҙер — Украина, Херсон өлкәһе, Нововоронцовский районы) ауылында тыуған. Алты класс тамамлағандан һуң, колхозда тракторсы булып эшләй.

1941 йылда Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына хеҙмәткә саҡырыла. Шул уҡ йылдың ноябренән — Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. 1943 йылдың сентябренә гвардия өлкән сержант Михаил Нагорный Үҙәк фронт, 7-се гвардия кавалерия корпусы, 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы, 58-се гвардия кавалерия полкының ҡылыссылар взводы командиры ярҙамсыһы була.

Днепр өсөн һуғыштарҙа[1] айырыуса батырлыҡ күрһәтә. 1943 йылдың 28 сентябрендә Белорус ССР-ы Гомель өлкәһе Брагин районы Нивки ауылы районында Днепр аша сыға һәм уның көнбайыш ярында плацдармды алыу һәм ҡулда тотоу өсөн барған һуғыштарҙа әүҙем ҡатнаша, немецтәрҙең ике контратакаһын кире ҡаға. Алыштың киҫкен мәлендә Нагорный взвод командирын алмаштыра һәм подразделение менән уңышлы етәкселек итә. Нивки өсөн барған алышта Нагорный взводы ҡамауҙа ҡала, әммә командир түңәрәкләп оборона тотоуҙы ойоштора, һәм взвод, үҙебеҙҙекеләргә йырып сығып, дошмандың бөтә һөжүмен кире ҡаға[1].

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуар Указы менән «немец илбаҫарҙары менән көрәштә командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы» өсөн гвардия өлкән сержанты Нагорный Михаил Ленин ордены һәм 3252-се «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы»]] юғары исеменә лайыҡ була[1][2].

Һуғыш тамамланғандан һуң, Михаил Нагорный демобилизациялана. Тыуған ауылына ҡайта, һуңыраҡ Запорожьеға күсеп килә. 1972 йылдың 22 ноябрендә[1] вафат була.

Шулай уҡ III дәрәжә Дан ордены һәм бер нисә миҙал менән бүләкләнгән[1].

Нововоронцовский районындағы Осокоровка[1] ауылында бер урам Герой хөрмәтенә Нагорный урамы тип атала.

  1. 1 2 3 4 5 6 Нагорный Михаил Петрович. «Герои страны» сайты.
  2. Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 ғинуар (№ 4 (264)). — С. 1.
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Ахмадиев Т. Х. Башкирская гвардейская кавалерийская. Уфа, 1999.
  • Герои Социалистического Труда: биобиблиогр. слов. Т.2. — Москва, 2008.
  • Подвигом славны твои земляки. — Запорожье, 1962
  • Книга: Шёл парнишке в ту пору.