Ғәбдрәшитов Фазулла Ғабдулла улы

Фазулла Ғабдулла улы Ғәбдрәшитов (рус. Фазулла Габдуллинович Габдраши́тов; 1903 йылдың 12 [25] октябре, Иҫке Ҡандра, Өфө губернаһы, Бәләбәй өйәҙе1975 йылдың 5 апреле, Бүздәк, Башҡорт АССР-ы) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының станоклы пулемёт тоҫҡаусыһы, гвардия рядовойы. Советтар Союзы Геройы (1944).

Биографияһы

Ғәбдрәшитов Фазулла Ғабдулла улы 1903 йылдың 25 октябрендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙенең (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы) Иҫке Ҡандра ауылында тыуған. Башланғыс мәктәпте тамамлай, Туймазы район ҡулланыусылар союзындағы әҙерләүҙәр контораһында әҙерләүсе булып эшләй[1].

1941 йылдың декабрендә ул саҡтағы Ҡандра район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла[2].

1942 йылдың авгусынан алып Брянск, Көньяҡ-Көнбайыш, Сталинград, Үҙәк, Белоруссия, 1-се һәм 2-се Белоруссия фронттарында хеҙмəт итə, Мәскәү алышында (1941—1942), Белёв ҡалаһынан көньяҡ-көнбайыш һәм көньяҡ йүнәлештәрендәге һөжүм алыштарында (1942—1943), Чернигов-Припять, Гомель-Речица (икеһе лә — 1943), Каликовичи-Мозырь, Белорус, Рига (бөтәһе лә — 1944), Варшава-Познань, Көнсығыш-Померания һәм Берлин (бөтәһе лә — 1945) һөжүм операцияларында ҡатнаша[2].

Үҙенең беренсе наградаһы — «Батырлыҡ өсөн» миҙалына 1943 йылдың февралендә лайыҡ була. Фронттағы шәхси батырлыҡтары өсөн III дәрәжә Дан ордены һәм «Германияны 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңгән өсөн» менән бүләкләнә[3].

Алты тапҡыр яралана, әммә фронт медицина хеҙмәткәрҙәре уны бер тапҡыр ҙа тыл госпиталенә ебәрә алмай.

Һуғыш тамамланғандан һуң тыуған яғына ҡайта һәм Башҡорт АССР-ының Бүздәк районында элекке һөнәре буйынса эшләй. 1975 йылдың 5 апрелендә Бүздәк ауылында вафат була[1][2].

Батырлығы

Станоклы пулемёт расчётының беренсе номеры Ф. Ғәбдрәшитов 1943 йылдың 18 сентябрендә Березна һәм Бегач ауылдары (ул ваҡытта Украина ССР-ының Чернигов өлкәһе) өсөн алыштарҙа үҙенең станоклы пулемётын эскадрон флангына сығарып ҡуя һәм, эскадронды ҡаплап, дошманға контратака ойоштороу өсөн мөмкинлек бирмәй, шуның менән ул полк подразделениеларының әлеге ауылдарға уңышлы үтеп инеүҙе һәм тиҙ рәүештә яулауҙы тәьмин итә[2].

1943 йылдың 20 сентябрендә Лопатино ауылы өсөн алышта Ф. Ғәбдрәшитов үҙенең тачанкаһында беренсе булып ауылға бәреп инә, мәргән пулемёт уты менән ун ике дошман һалдатын һәм офицерын юҡ итә һәм полк подразделениеларына юғалтыуһыҙ ауылды биләүҙе тәьмин итә.

1943 йылдың 27 сентябренән 28 сентябренә дошмандың көслө артиллерия һәм пулемёт уты аҫтында Ф. Ғәбдрәшитов штурмлау төркөмө составында полкында беренсе булып Нивки ауылы тирәһендә (Госель өлкәһе, Брагин районы) Днепр йылғаһы аша сыға һәм үҙенең пулемёты уты менән дошманды сигенергә мәжбүр итә һәм шуның менән ҡалған подразделениеларҙың йылға аша уңышлы сығыуына һәм яуланған плацдармда нығынып ҡалыуына булышлыҡ итә[2].

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы Указына ярашлы, немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне, шул ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия рядовойы Ф. Ғ. Ғәбдрәшитов «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була һәм уға Ленин ордены, «Алтын Йондоҙ» миҙалы (1663-сө) тапшырыла[3][4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтер

  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2025 йылдың 12 декабрендәге 613-сө Ҡарары менән Советтар Союзы Геройы Ф. Ғ. Ғәбдрәшитовтың исеме Ҡандра ауылының 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенә бирелә[6];
  • 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының башҡа 78 Советтар Союзы Геройы исемдәре менән бер рәттән Ф. Ғ. Ғәбдрәшитовтың исеме лә Башҡортостан Республикаһының Милли музейы, 112-се кавалерия дивизияһы музейының мемориаль таҡтаташына алтын хәрефтәр менән яҙылған.
  • Бүздәк ауылында бер урамға Герой исеме бирелә, ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйыла.
  • Бүздәк ауылының һәм Туймазы ҡалаһының Геройҙар аллеяһында һәйкәле бар.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Ғәбдрәшитов Фазулла Ғабдулла улы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (2 сентябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 февраль 2026. (баш.)
  2. 1 2 3 4 5 Габдрашитов Фазулла Габдуллинович. Международный патриотический интернет-портал «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 февраль 2026. (рус.)
  3. 1 2 Габдрашитов Фазулла Габдуллинович. Проект Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 февраль 2026.
  4. Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1.
  5. Габдрашитов Фазулла Габдуллинович. Память народа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июнь 2026.
  6. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 12.12.2025 № 613 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (12 декабрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 февраль 2026. (рус.)

Әҙәбиәт

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). — Уфа: Башкнигоиздат, 1965—1985. — Т. в 5 кн..
  • Халыҡ йөрәгендә мәңгегә / Редкол.: И. П. Шамякин (гл. ред.) и др. — 3-е изд., доп. и испр. — Мн.: Белорусская советская энциклопедия, 1984. — 607 с. — 65 000 экз.
  • Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000

Һылтанмалар