Ғиззәтуллин Абдулла Ғөбәйҙулла улы
Абдулла Ғөбәйҙулла улы Ғиззәтуллин (рус. Абдулла Губайдуллович Гизату́ллин; 1904 йылдың 5 майы, Ибраһим, Өфө губернаһы — 1945 йылдың 15 марты, Германия) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған совет һалдаты. Гвардия сержанты. Үҙәк фронттың 61-се армияһы составындағы 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы, 1941 йылдың декабрендә Өфө ҡалаһында формалашҡан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 7-се гвардия кавалерия корпусы 60-сы гвардия кавалерия полкының отделение командиры, Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған 78 яугирының береһе[1].
Биографияһы
Ғиззәтуллин Абдулла Ғөбәйҙулла улы 1904 йылдың 5 майында Шишмә районы Ибраһим ауылында тыуған. Башланғыс белемле. 1938 йылдан ВКП(б) ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышына тиклем Шишмә районы «Өршәк» совхозында трактор бригадаһы бригадиры булып эшләгән[2].
Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына Шишмә район хәрби комиссариаты тарафынан 1942 йылдың майында саҡырыла. 1942 йылдың декабренән башлап Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы[3].
60-сы гвардия кавалерия полкы отделение командиры (Үҙәк фронт, 61-се армия, 7-се гвардия кавалерия корпусы, 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы), гвардия сержанты А. Ғ. Ғиззәтуллин немец илбаҫарҙары менән алышта иҫ киткес батырлыҡ күрһәткән[4].
1943 йылдың 20 сентябрендә Гомель өлкәһе Лопатино ауылы өсөн барған алыштарҙа А. Ғ. Ғиззәтуллин дошмандың ике танкы һәм пехотаһы контратакаһын кире ҡаға, һәм артабанғы яуҙа үҙенең отделениеһы менән беҙҙең частарҙың алға барыуына ҡамасаулаған дошмандың пулемёт нөктәһен баҫа[4].
1943 йылдың 28 сентябрендә дошман артиллерия һәм пулемёт уты аҫтында А. Ғ. Ғиззәтуллин эскадронда беренселәрҙән булып Днепр йылғаһының көнбайыш ярына сыға.йылдары Гомель өлкәһе Брагин районы Галки ауылы янында плацдармды ҡулда тотоу өсөн ьарпған аяуһыҙ һуғыштарҙа ул шәхсән дошмандың 2 пулемётын юҡ итә һәм полктың башҡа подразделениеларына йылға аша уңышлы сығырға[4] мөмкинлек бирә. Ауыр яраланғандан һуң, һуғыш яланын ташлап китмәй. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуары Указы менән командованиеның хәрби заданиеһын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән алышта батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн гвардия сержанты Абдулла Ғөбәйҙулла Ғиззәтуллинға «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[5][6].
А. Ғ. Ғиззәтуллин, госпиталдә дауаланып сыҡҡандан һуң, тағы фронтҡа китә, әммә үҙ часына эләгә алмай, истребитель танкыға ҡаршы артиллерия полкының орудие расчёты командиры була.
1945 йылдың 15 мартында, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелгәнен ишетмәгән көйө, һәләк була. Устфав ҡалаһында (Германия)[4] ерләнгән. Геройҙың ҡәберенең ҡайҙа урынлашыуы һәм нисек һаҡланыуы тураһында бер нимә лә билдәле түгел[1].
Хәтер
Башҡортостанда геройҙың исемен ҡәҙерләп иҫкә алалар. Шишмәлә бер урам уның исемен йөрөтә. Башҡортостан Республикаһының Милли музейында, 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы Музейында ҡуйылған мемориаль таҡтаташҡа 112-се Башҡорт (16-сы Чернигов гвардия) кавалерия дивизияһының 78 Советтар Союзы Геройҙары исеме араһында уның да исеме алтын хәрефтәр менән уйылған. Тыуған ауылындағы мәктәп Герой исемен йөрөтә (Башҡортостан Республикаһы Шишмә районы муниципаль районының Ибраһим ауылының Абдулла Ғиззәтуллин исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены 20.08.1944
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены 19.03.1945
- III дәрәжә Дан ордены 28.05.1944
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы 15.07.1945
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Сегодня исполняется 105 лет со дня рождения Героя Советского Союза Абдуллы Гизатуллина — башинформ.рф — Новости новой Башкирии
- ↑ Ғиззәтуллин Абдулла Ғөбәйҙулла улы. «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 февраль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 апрель 2026. (баш.)
- ↑ Н. В. Уфаркин. Гизатуллин Абдулла Губайдуллович. Международный патриотический интернет-проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 апрель 2026. (рус.)
- ↑ 1 2 3 4 Ғиззәтуллин Абдулла Ғөбәйҙулла улы. «Герои страны» сайты.
- ↑ Гизатуллин Абдулла Гайбадуллинович. Проект Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 апрель 2026.
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1.
Һылтанмалар
- Республиканский музей Боевой Славы: Гизатуллин Абдулла Губайдуллович.
- Государственное бюджетное учреждение культуры Республики Башкортостан Республиканский центр народного творчества. Официальный сайт. Республиканский проект «Гордость Башкортостана» / 2024 / Героев будем помнить вечно. Гизатуллин Абдулла Губайдуллович.
- Учётная карточка с наградами.