Галкин Владимир Александрович
Хеҙмәт итеүе | СССР |
---|---|
Хәрби звание | подполковник |
Ғәскәр төрө | танк ғәскәрҙәре[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Заты | ир-ат |
Ерләнгән урыны | |
Тыуған көнө | 22 май 1908 |
Вафат булған көнө | 27 декабрь 1944 (36 йәш) |
Һуғыш/алыш | |
Вафат булған урыны | |
Тыуған урыны |
Галкин Владимир Александрович (1 май 1908 йыл — 27 декабрь 1944 йыл) — полковник, Советтар Союзы Геройы.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Владимир Александрович Галкин 1908 йылда Түбәнге Новгород өлкәһе Гагинский районы Ушаково ауылында тыуған. 20-се йылдар аҙағында Түбәнге Новгород өлкәһе Дзержинск ҡалаһына күсеп бара. Чернореченский химия заводында эшләй башлай. Коммунистар партияһы сафына инә, артабан ВЛКСМ-дың Дзержинский район комитетында бүлек мөдире булып эшләй.
1932 йылда Владимир танк училищеһына уҡырға инә. Уны тамамлағандан һуң Мәскәү хәрби округы 55-се еңел танк бригадаһы взвод командиры (1934 йылдың декабренән), Байкал аръяғы хәрби округының 20-се броне-бригадаһы взвод командиры (1935 йылдың сентябренән), Монгол Халыҡ Республикаһында (1936 йылдың авгусынан) 9-сы броне-бригадаһы взвод командиры.
1939 йылда япон ғәскәрҙәре Халхин-Голда һуғыш хәрәкәттәре башлай. Яуҙа күрһәткән батырлығы өсөн танкист Галкин Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм Монгол Халыҡ Республикаһы ордены менән бүләкләнә.
1941 йылдың июненән — Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. Тәүҙә 14-се танк дивизияһының 14-се разведка батальоны командир урынбаҫары вазифаһында һуғышҡан. 1941 йылдың йәйендә Тепляки һәм Вороны тораҡ пункттары янында Галкин үҙенең батальоны менән алдынғы немец частарына ҡаршы тора. Яраланған көйө сафта ҡалып, хәрби бурысты үтәй. Был һуғыштарҙа дошман 300 һалдатын һәм офицерын, 8 танкыһын, 4 орудиеһын юғалта. Галкин Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була.
1944 йыллдың йәйенә Галкин 1-се Белорус фронты 7-се гвардия кавалерия корпусы 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 32-се танк полкы командиры була. Польшаны азат иткәндә айырыуса батырлыҡ күрһәтә. 1944 йлдың 21 июлендә Галкин полкы Холм ҡалаһына бәреп инә, аяуһыҙ алыштарҙа ҡаланы яулап ала, һәм шуның менән корпустың төп көстәренең алға үтеүен тәьмин итә. Урам алыштарында уның танкистары дошмандың 10 ут нөктәһен һәм дзоттарын, 2 ауыр танкыһын, более 150-нән артыҡ һалдатын һәм офицерын юҡ итә, 3 келәтен, автомашина һәм мотоциклын ҡулға төшөрә. 1944 йылдың 22 июленә ҡыйыу һәм тәүәккәл хәрәкәт итеп, Галкин төҙөк күперҙән аша сығыуҙы тәьмин итә, артабан һөжүм ойоштороп, Пяски ҡалаһын һәм Травники станцияһын яулай. Бжезице ауылы янында дошман самоходкалары уның полкын тылдан урап үтеүенә ҡарамаҫтан, ул бер үк ваҡытта тылдан да, фронттан да һуғышты алып барыуға ирешә. Был бәрелештә дошман по 3 үҙйөрөшлө орудиеһын, 1 танкка ҡаршы орудие һәм һалдаттар тейәлгән 8 автомашинаһын, 120-гә яҡын һалдат һәм офицерын юҡ итә, 20-һен әсир итә.
1944 йылдың 24 июлендә Галкин полкы Люблин ҡалаһының көньяҡ-көнсығыш сигенә етә һәм өс сәғәт дауам иткән ҡан ҡойошло һуғыштарҙа, 470 һалдат һәм офицерын, 2 үҙйөрөшлө орудиеһын, 2 ауыр танкыһын, 36 ут нөктәһен, 3 танкка ҡаршы орудиеһын юҡ итеп, күп дошманды әсирлеккә алып һәм ҙур трофейға юлығып, ҡаланың көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш районын яулай. Люблин өсөн һуғыштар ҡыҙған мәлдә Галкин, үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, 2 ауыр үҙйөрөшлө орудиены танк менән төрттөрә. Документтарҙа айырып күрһәтелгәнсә, Галкин личный составта аҙ ҡорбанһыҙ һәм хәрби техниканы артыҡ ҡырмай хәрби бурысты үтәй. 1944 йылдың 25 июлендә 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы командиры гвардии генерал-майоры Г. А. Белов Галкинды Советтар Союзы Геройы исеменә күрһәтә. Бынан тыш, тиҙҙән Галкин гвардия полковнигы дәрәжәһен ала[1].
1944 йылдың 21-24 июль һуғышы барышында, польша ҡалалары Хелм һәм Люблинды азат иткәндә, подполковник В. А. Галкин командалығында танкистар 12 танк һәм 2 штурм орудиеһын, бик күп башҡа дошман техникаһын һәм һалдатын юҡ итә.
1944 йылдың декабрендә Владимир Александрович Галкин ҡаты сирләй һәм 36 йәшендә госпиталдә вафат була.
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 24 март Указы менән Владимир Александрович Галкинға үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.
Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тыуған ауылы Ушаково мәктәбе Советтар Союзы Геройы В. А. Галкин исемен йөрөтә, шунда уҡ бюсы урынлаштырылған. Түбәнге Новгород өлкәһе Дзержинск ҡалаһында - мемориаль таҡта ҡуйылған. В. А. Галкиндың исеме Башҡортостан Республикаһының Милли музейында, Өфө ҡалаһындағы 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы Музейында ҡуйылған мемориаль таҡтаташҡа 112-се Башҡорт (16-сы Чернигов гвардия) кавалерия дивизияһының 78 Советтар Союзы Геройҙары исеме араһында алтын хәрефтәр менән уйылып мәңгеләштерелгән
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Горнева Р. Н. / Город Дзержинск:Экскурсионный очерк. — Горький:Волго-Вятское книжное изд.,1985 г. — 127 с.
- Шальнов С. М. / Дзержинск — наш дом. — Н. Новгород: Издательство «Литера», 1999. — 160 с.
- Ахмадиев Т. Х. Башкирская гвардейская кавалерийская. Уфа, 1999.
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- За Отчизну, свободу и честь! Книга 1. Горький, 1961
- Слава башкирских конников. Уфа: Китап, 2005.
- www.warheroes.ru/hero/hero.asp?Hero_id=4353 Советтар Союзы Геройы В. А. Галкин
- Ҡалып:Книга:Тюльников-Басович:Герои Советского Союза - горьковчане
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ https://pamyat-naroda.ru/commander/2813/https://w.histrf.ru/articles/article/show/galkin_vladimir_alieksandrovich(недоступная ссылка) Советтар Союзы Геройы В. А. Галкин
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Галкин, Владимир Александрович . «Герои страны» сайты.
- Герой Советского Союза Владимир Александрович Галкин 2014 йылдың 13 октябрь көнөндә архивланған..
- Советтар Союзы Геройы В. А. Галкин(недоступная ссылка)
- Советтар Союзы Геройҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- 22 майҙа тыуғандар
- 1908 йылда тыуғандар
- 27 декабрҙә вафат булғандар
- 1944 йылда вафат булғандар
- Түбәнге Новгород өлкәһендә тыуғандар
- Бөйөк Ватан һуғышы танкистары
- Совет-фин һуғышында (1939—1940) ҡатнашыусылар
- Халхин-Гол буйындағы алыштарҙа ҡатнашыусылар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Люблинда ерләнгәндәр
- Советтар Союзы Геройҙары:112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы