Бояркин Василий Илларионович

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ерләнгән урыны
Һуғыш/алыш
Заты ир-ат
Хәрби звание Өлкән сержант
Тыуған көнө 24 апрель 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Вафат булған көнө 12 декабрь 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (29 йәш)
Хеҙмәт итеүе СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Советтар Союзы Геройы
Ленин ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]
Тыуған урыны

Василий Илларионович Бояркин (24 апрель 1914 йыл — 12 декабрь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкы 4-се эскадронының пулемёт расчёты командиры. Гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944).

Василий Бояркин 1914 йылдың 24 апрелендә Ольшанка утарында (хәҙер — Ырымбур өлкәһеТөйлөгән районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Башланғыс белем ала, Тажик ССР-ы Ҡурған-Түбә Ҡурған-Түбә өлкәһендә Шаартуз машина-трактор станцияһында таркторсы, улып эшләй. 1941 йылдың ноябрендә Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына хеҙмәткә саҡырыла. 1942 йылдың октябренән — Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында.

1943 йылдың сентябренә ҡарата гвардия өлкән сержанты Василий Бояркин 4-се эскадрондың пулемёт расчеты (Үҙәк фронты, 61-се армияһы, 7-се гвардия кавалерия корпусы, 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы, 60-сы гвардия кавалерия полкы) менән етәкселек итә һәм Днепр өсөн алыштарҙа айырыуса ҡаһарманлыҡ күрһәтә[1].

1943 йылдың 27 сентябрендә Нивки ауылы янында (Белорус ССР-ы, Гомель өлкәһе, Брагин районы) үҙенең подразделениеһында беренселәрҙән булып Днепр аша сыға һәм пулемёт уты менән полк подразделениеларының йылға аша сығыуын тәьмин итә. Тәүге контратака ваҡытында ғына Бояркиндың расчеты утыҙға яҡын һалдатты һәм офицерҙы юҡ итә һәм яралай һәм ҡалғандарын үҙ позицияларына сигенергә мәжбүр итә. Яраланыуына ҡарамаҫтан, Бояркин яу яланын ташламай һәм һуғышты дауам итеп, ҡуйылған хәрби бурысты үтәй, һөҙөмтәлә Вялье ауылы 28 сентябрҙә азат ителә.

Василий Бояркин 1943 йылдың 12 декабрендә алышта һәләк була. Комарин ҡасабаһында ерләнә[1].

СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы Указына ярашлы немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн һәм шул ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия өлкән сержанты Василий Илларионович Бояркин Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була һәм уға Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла[2].

В. И. Бояркиндың исеме алтын хәрефтәр менән 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының башҡа 78 Советтар Союзы Геройы исемдәре менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының Милли музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14) мәңгеләштерелгән, шулай уҡ уның исеме 112-се кавалерия дивизияһы музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27) уйылып яҙылған. Тажикстанда Шаартуз ҡасабаһында урындағы Мәҙәниәт йорто алдына Бояркинға бюст ҡуйылған. бояркин урындағы мәҙәниәт йорто янында һәйкәл ҡуйылған. Комарин ҡасабаһында уның исеме мемориаль таҡтаташҡа яҙылған[1].

  1. 1 2 3 Бояркин Василий Илларионович. «Герои страны» сайты.
  2. Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1.
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Ахмадиев Т. Х. Башкирская гвардейская кавалерийская. Уфа, 1999.
  • Навечно в сердце народном. 3-е изд., доп. и испр. Минск, 1984.
  • Сечкина Л. П. Твои Герои, Таджикистан. Душанбе, 1985.
  • Слава башкирских конников. Уфа: Китап, 2005.