Ниязмамедов Тачмамед
Ниязмамедов Тачмамед (1914 йылдың, Гызыларватский этрап[d], Балканский велаят[d] — 1943 йылдың 14 ноябре, Речица районы[d], Гомель өлкәһе) — Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының өлкән сержанты, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1944), Төркмәнстан Геройы.
Биографияһы
Тачмамед Ниязмамедов 1914 йылда Жежирс ауылында (Төркмәнстандың Балҡан виләйәтенең Гызыларбат этрабында) тыуған. Педагогия училищеһын тамамлағандан һуң башта — уҡытыусы, һуңынан мәктәптәрҙә директор булып эшләй. 1941 йылдың октябрендә Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына хәрби хеҙмәткә саҡырыла. 1942 йылдың ноябрендә Бөйөк Ватан һуғышына китә[1].
1943 йылдың сентябренә гвардия өлкән сержанты Үҙәк фронттың 7-се гвардия кавалерия корпусы составындағы16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 60-сы гвардия кавалерия полкындағы 3-сө эскадрондың пулемет взводы командиры ярҙамсыһы була. Днепр өсөн алышта батырлыҡ күрһәтә. 1943 йылдың 27 сентябренән 28-енә ҡараған төндә уның взводы Белорус ССР-ының Гомель өлкәһендәге Брагин районының Нивки ауылы янында Днепр аша сыға һәм көнбайыш ярҙа плацдарм баҫып ала. 1943 йылдың 30 сентябрендә шул тирәләге Галки ауылы эргәһендә уның пулемет расчеты немецтарҙың контрһөжүмен кире ҡаға, шәхсән үҙе дошмандың 10-ға яҡын һалдатын һәм офицерын юҡ итә. 1943 йылдың 14 ноябрендәге алышта һәләк була. Белоруссияның Гомель өлкәһендәге Речица районының Вышемир ауылында ерләнә[1].
Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре
- Советтар Союзы Геройы (үлгәндән һуң, 15.01.1944)[2];
- Ленин ордены (үлгәндән һуң)[1];
- «Төркмәнстан батыры» (үлгәндән һуң)[1].
Хәтер
- Гызыларбаттағы бер урамға һәм Гызыларбат этрабының Соҡор ауылы мәктәбенә яугир исеме бирелгән, Гызыларбатта уға бюст ҡуйылған[1].
- Тачмамед Ниязмамедовтың исеме Төркмәнстандың Министрҙар кабинеты тарафынан нәшер ителгән биш томлыҡ «Хатыра» китабына индерелгән[3][4].
- Герой ерләнгән Вышемир ауылы мәктәбендә — музей, унда яугирға арналған стенд бар. 1982 йылда унда уның туғандары урындағы уҡыусылар менән осрашыуға килә. Ә һеңлеһе мәктәпкә өлкән сержант һүрәте төшөрөлгән ҡулдан һуғылған келәм бүләк итә[5].
- Белорус Бөйөк Ватан һуғышы тарихы дәүләт музейының Еңеү залындағы стендта,[6], Башҡортостан Республикаһының Милли музейында, 112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһы музейында[1], Өфө ҡалаһы Совет майҙанында урынлашҡан Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле комплексындағы мемориаль таҡтаташтарҙа дивизияның 78 Советтар Союзы Геройы исеме менән бер рәттән Тачмамед Ниязмамедовтың исеме лә алтын хәрефтәр менән яҙылған[7].
Ғаиләһе
Ҡатыны — Тачмамедова Аннабиби[8].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Ниязмамедов Тачмамед. warheroes.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ғинуар 2026.
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 ғинуар (№ 4 (264)). — С. 1.
- ↑ Игдирова О., Амангылыҗов Б, С. А. Векслер. Хатыра = Память. search.rsl.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ғинуар 2026.
- ↑ Оразов А. Б. Память о подвиге. repo.vsavm.by. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ғинуар 2026.
- ↑ Павел Жуков. Герой из Туркменистана Тачмамед Ниязмамедов. webkamerton.ru (30 апрель 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ғинуар 2026.
- ↑ В музее делегация Туркменистана. warmuseum.by (13 май 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ғинуар 2026.
- ↑ В Уфе открыли мемориал в честь Героя России Минигали Шаймуратова (рус.), Российская газета (11 октябрь 2022). 26 ғинуар 2026 тикшерелгән.
- ↑ Наградной лист. podvignaroda.ru (10 октябрь 1943). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ғинуар 2026.
Әҙәбиәт
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
- Ахмадиев Т. Х. Башкирская гвардейская кавалерийская. 112bkd.ru (1999). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 ғинуар 2026.
- Ими гордится Туркменистан. — Ашхабад, 1973.
- Халыҡ йөрәгендә мәңгегә / Редкол.: И. П. Шамякин (гл. ред.) и др. — 3-е изд., доп. и испр. — Мн.: Белорусская советская энциклопедия, 1984. — 607 с. — 65 000 экз.
- Ниязмамедов Тачмамед. 112bkd.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 ғинуар 2026.
Һылтанмалар
- Ниязмамедов Тачмамед. «Герои страны» сайты.
- Герой из Туркменистана Тачмамед Ниязмамедов
- Ниязмамедов Тачмамед