Әминов Халлаҡ
Хеҙмәт итеүе | СССР |
---|---|
Хәрби звание | Ҡыҙылармеец[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
Заты | ир-ат |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | |
Тыуған көнө | 20 апрель (3 май) 1915 |
Һуғыш/алыш | |
Вафат булған урыны | |
Вафат булған көнө | 7 июнь 1993 (78 йәш) |
Гражданлығы | |
Тыуған урыны |
Халлаҡ Әминов (3 май 1915 йыл — 7 июнь 1993 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 112-се башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкы отделениеһы командиры. Советтар Союзы Геройы (15.01.1944), гвардия ҡыҙылармеецы.
Биографияһы
1915 йылдың 20 апрелендә (3 май) Искогар ҡышлағында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте — үзбәк. 1946 йылдан — ВКП(б)/КПСС ағзаһы. Тулы булмаған урта мәктәпте тамамлағас, Колхозда бригадир булып эшләй.
Ҡыҙыл Армияла — 1941 йылдың декабренән, ә 1942 йылдың ноябренән — ғәмәлдәге армияла. Үҙәк фронты 61-се армия 7-се гвардия кавалерия полкы 16-сы гвардия Чернигов дивизияһының 60-сы гвардия кавалерия полкы отделениеһы командиры Халлаҡ Әминов, Комарин ҡала тибындағы ҡасабаһы тирәһендә (Белоруссия, Гомель өлкәһе) беренселәрҙән булып Днепр йылғаһы аша үткән саҡта, 1943 йылдың 27 сентябрендә айырыуса ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Уның отделениеһы баҫып алған плацдармда нығына һәм эскадрондың йылға аша сығыуына булышлыҡ итә[1].
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указына ярашлы немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне өсөн гвардия ҡыҙылармеецы Халлаҡ Әминовҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә һәм уға Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (4038-се һанлы) тапшырыла[2].
Демобилизацияланғандан һуң тыуған иленә ҡайта һәм Искогар ҡышлағында эшләй. 1993 йылдың 7 июнендә вафат була.
Наградалары
- Советтар Союзы Геройының «Алтын Йондоҙ» миҙалы, (4038-се һанлы) (15.01.1944)[1]
- Ленин ордены (15.01.1944)
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены
- «Почёт Билдәһе» ордены
- Миҙалдар.
Хәтер
- Х. Әминовтың исеме алтын хәрефтәр менән 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының башҡа 78 Советтар Союзы Геройы исемдәре менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының Милли музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14) мәңгеләштерелгән, шулай уҡ уның исеме 112-се кавалерия дивизияһы музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27) уйылып яҙылған.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043/793756, д. 3/2, л. 25/143, 144)
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1.
Әҙәбиәт
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
Һылтанмалар
Әминов Халлаҡ . «Герои страны» сайты. (Тикшерелеү көнө: 17 ноябрь 2010)
- Советтар Союзы Геройҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 40 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- КПСС ағзалары
- 3 майҙа тыуғандар
- 1915 йылда тыуғандар
- Үзбәкстанда вафат булғандар
- 7 июндә вафат булғандар
- 1993 йылда вафат булғандар
- Днепр өсөн алышта ҡатнашыусылар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Советтар Союзы Геройҙары:112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы