Платонов Георгий Фёдорович
Хеҙмәт итеүе | Рәсәй |
---|---|
Хәрби звание | Полковник |
Ғәскәр төрө | кавалерия |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Заты | ир-ат |
Тыуған көнө | 4 апрель 1923 |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | |
Һуғыш/алыш | |
Вафат булған көнө | 16 октябрь 2022 (99 йәш) |
Тыуған урыны |
Платонов Георгий Фёдорович (4 апрель 1923 йыл — 16 октябрь 2022 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 62-се гвардия кавалерия полкының эскадрон командиры. Советтар Союзы Геройы (1945). Полковник (2000).
Биографияһы
Георгий Фёдорович Платонов 1923 йылдың 4 апрелендә хәҙерге Һарытау өлкәһенең Хвалынск ҡалаһында тыуған.
Ҡыҙыл Армия сафтарында 1941 йылдан. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Көнбайыш һәм 1-се Белорус фронттарында һуғыша; 1942 һәм 1943 йылдарҙа яралана. Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Чернигов исемендәге 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 62-се гвардия кавалерия полкының эскадроны командиры.
СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 24 мартындағы Указына ярашлы командованиеның немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне өсөн һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Георгий Федорович Платоновҡа «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә, Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла.
Капитан дәрәжәһендә 1946 йылда запасҡа сығарыла. Хвалынск сауҙа селтәрендә эшләй, Центросоюздың юғары сауҙа мәктәбен тамамлай. 1951 йылда КПСС-ҡа инә[1].
1952—1968 йылдарҙа Совет Армияһында, урындағы хәрби идара органдарында хеҙмәт итә; подполковник дәрәжәһендә отставкаға сыға.
Һарытауҙа йәшәй. 2000 йылда "полковник" хәрби дәрәжәһе бирелә. 2022 йылдың 16 октябрендә вафат булды[2][3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (25.12.1943)
- Ҡыҙыл Йондоҙ Ордены (28.05.1944)
- Советтар Союзы Геройы (24.3.1945):
- «Алтын йондоҙ» миҙалы
- Ленин ордены
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (6.4.1985)[4]
Иҫкәрмәләр
- ↑ Сайт «Герои Страны»
- ↑ Ушёл из жизни Герой Советского Союза Георгий Платонов | Новости Саратова и области — Информационное агентство «Взгляд-инфо» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 октябрь 2022)
- ↑ В Башкирии ушел из жизни последний герой кавдивизии Шаймуратова Георгий Платонов. ИА «Башинформ», 17 октября 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 октябрь 2022)
- ↑ Платонов Георгий Федорович . Подвиг народа. Дата обращения: 10 февраль 2016. 2017 йылдың 11 май көнөндә архивланған.
Әҙәбиәт
- Ахмадиев Т. Х. Башкирская гвардейская кавалерийская. — Уфа, 1999.
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
- Румянцев Н. М. Люди легендарного подвига. — Саратов, 1968.
- Слава башкирских конников. — Уфа: Китап, 2005.
- Чуниха. А. Я помню...Платонов Георгий ФёдоровичМ., 2015. — № 4. — С. 60-64. // Арсенал-Коллекция. —
Һылтанмалар
- Георгий Федорович Платонов . «Герои страны» сайты. Дата обращения: 4 ғинуар 2014.
- Платонов Георгий Федорович: Интервью и лит. обработка: А. Чунихин . Я помню (12 март 2015). Дата обращения: 10 февраль 2016.
- Советтар Союзы Геройҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- 4 апрелдә тыуғандар
- 1923 йылда тыуғандар
- КПСС ағзалары
- 16 октябрҙә вафат булғандар
- 2022 йылда вафат булғандар
- СССР-ҙа тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр