Азалов Ҡлычнияз

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Хеҙмәт итеүе СССР
Хәрби звание Ҡыҙылармеец[d]
Ғәскәр төрө кавалерия
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Советтар Союзы Геройы
Ленин ордены
Төркмәнстан Геройы
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Заты ир-ат
Вафат булған көнө 27 декабрь 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (22 йәш)
Ерләнгән урыны
Тыуған көнө 10 март 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны
Рәсем
Вафат булған урыны
Гражданлығы
Һуғыш/алыш
Светлогорскиҙағы Азалов ерләнгән Туғандар ҡәберлеге

Ҡлычнияз Азалов (10 март 1921 йыл — 27 декабрь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкы ҡылыссыһы, Советтар Союзы Геройы (1944), гвардия ҡыҙылармеецы.

1921 йылдың 10 мартында Төркмәнстандың хәҙерге Марый районы Меджаур Баба Һары ауылында тыуған. Милләте буйынса төркмән. Колхозда эшләгән.

Ҡыҙыл Армияла — 1941 йылдан. 1943 йылдың майынан фронтта.

1943 йылдың 27 сентябрендә 58-се гвардия кавалерия полкы ҡылыссыһы комсомолец гвардия ҡыҙылармеецы Ҡлычнияз Азалов дошман уты аҫтында Нивки ауылы янында (Белоруссия, Гомель өлкәһе, Брагин районы) Днепр йылғаһы аша уң ярға сыға, плацдармды тотоп ҡалыу буйынса алыштарҙа ҡаһарманлыҡ күрһәтә: өс тапҡыр яралана, әммә сафта ҡала. 1943 йылдың 27 декабрендә һуғышта алған яраларҙан вафат була. Белоруссиялағы Гомель өлкәһе Светлогорск ҡалаһында ерләнә.

СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы Указына ярашлы немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн һәм шул ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия ҡыҙылармеецы Азалов Ҡлычнияз Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була[1].

Азалов Ҡлычнияз. «Герои страны» сайты.

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.