Гречушкин Дмитрий Фёдорович

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Гражданлығы
Хеҙмәт итеүе СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Советтар Союзы Геройы
Ленин ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Заты ир-ат
Ерләнгән урыны
Тыуған көнө 10 апрель 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Вафат булған көнө 30 сентябрь 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (22 йәш)
Һуғыш/алыш
Вафат булған урыны
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]
Тыуған урыны
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Дмитрий Федорович Гречушкин (10 апрель 1921 йыл30 сентябрь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкы 4-се эскадронының танкыларға ҡаршы мылтыҡтар взводы командиры. Гвардия лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1944).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дмитрий Гречушкин 1921 йылдың 10 апрелендә Толкаевка ауылында (хәҙер — Ырымбур өлкәһе Сорочинск районы) крәҫтиән ҡаиләһендә тыуған. Ташкентта Элемтә техникумын тамамлай. 1940 йылда Гречушкин Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына хеҙмәткә саҡырыла. 1942 йылда ул Тамбов кавалерия училищеһын тамамлай. 1943 йылдың апреленән — Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында һуғыша. Гвардия лейтенанты Дмитрий Гречушкин командиры дәрәжәһендә взвод танкыға ҡаршы мылтыҡ 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 60-сы гвардия кавалерия полкы 4-се эскадроны составындағы танкыларға ҡаршы мылтыҡтар взводына (Үҙәк фронт, 61-се армия, 7-се гвардия кавалерия корпусы) етәкселек итә. Днепр өсөн алыштарҙа айырыусса ҡаһарманлыҡ күрһәтә[1].

1943 йылдың 27 сентябрендә Гречушкин Нивки ауылы тирәһендә (Белоруссия, Гомель өлкәһе, Брагин районы) Днепр аша сыға. Уның взводы шунда уҡ дошман танк взводы һөжүменә дусар була һәм, ошо һөжүмде кире ҡаҡҡан саҡта, бер нисә танкыны юҡҡа сығара һәм башҡа подразделениеларға юл аша сығырға булышылыҡ итә. 1943 йылдың 30 сентябрендә Галки ауылы өсөн алыш барышында Гречушкин шәхсән үҙе 5 немец танкын ҡыйрата, әммә үҙе лә ошо алышта һәләк була. Комарин ҡасабаһында ерләнә[1].

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы Указына ярашлы немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн һәм шул ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия лейтенанты Гречушкин Дмитрий Фёдорович «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була, уға Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Д. Ф. Гречушкин хөрмәтенә Ташкенттағы Элемтә техникумы һәм Комаринда урам исемләнгән[1].
  • Д. Ф. Гречушкиндың исеме алтын хәрефтәр менән 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының башҡа 78 Советтар Союзы Геройы исемдәре менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының Милли музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14) мәңгеләштерелгән, шулай уҡ уның исеме 112-се кавалерия дивизияһы музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27) уйылып яҙылған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Гречушкин Дмитрий Фёдорович. «Герои страны» сайты.
  2. Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Ахмадиев Т. Х. Башкирская гвардейская кавалерийская. Уфа, 1999.
  • Березняк Н. Г. Герои Советского Союза — узбекистанцы. Ташкент, 1984.
  • Навечно в сердце народном. 3-е изд., доп. и испр. Минск, 1984.
  • Слава башкирских конников. Уфа: Китап, 2005.