Петлюк Иосиф Матвеевич

Петлюк Иосиф Матвеевич (1897 йылдың 20 феврале, Немировка[d], Дубен өйәҙе[d], Волын губернаһы[d], Рәсәй империяһы — 1968 йылдың 26 сентябре, Мәскәү) — Үҙәк фронттың 61-се армия составындағы 7-се гвардия кавалерия корпусының 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы 62-се гвардия кавалерия полкы кавалерия эскадронының санитар инструкторы, медицина хеҙмәтенең гвардия старшинаһы[1], Советтар Союзы Геройы[2].

Биографияһы

Иосиф Матвеевич Петлюк 1897 йылдың 20 февралендә крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Башланғыс мәктәпте тамамлай.

Октябрь революцияһынан һуң үҙ теләге менән Ҡыҙыл Армия сафына баҫа, Граждандар һуғышында һуғыша. Ул тамамланғас, Төркмәнстандың Красноводский өлкәһендәге Ҡыҙыл-Арват ҡалаһында балта оҫтаһы, Кавказ станцияһында төҙөлөш бригадаһында эшселәр төркөмө етәксеһе булып эшләй.

1941 йылда армияға ҡабат саҡырыла. 1942 йылда Бөйөк Ватан һуғышына алынып, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында немец илбаҫарҙары менән алыша[3][4].

Кавалерия эскадронының санитар инструкторы, медицина хеҙмәтенең гвардия старшинаһы 1943 йылдың 28 сентябренә ҡарай төндә взвод составында Белоруссияның Гомель өлкәһендәге Брагин районының Нивки ауылы янында Днепр йылғаһын аша сыға. 15 көн эсендә һуғыш яланынан 50 яралы яугирҙы ҡотҡара — уларҙы һул яҡ ярға ташый[5].

1944 йылда ауыр яраланғандан һуң оҙаҡ госпиталдә дауалана. Һауыҡҡас, Горький өлкәһенең[6] Горбатов ҡалаһындағы санитар инструкторҙар мәктәбенә взвод командиры итеп тәғәйенләнә.

Һуғыштан һуң медицина хеҙмәтенең кесе лейтенанты запаста була, ә һуңынан отставкаға ебәрелә. Мәскәүҙә йәшәй. Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү юғары техник училищеһында өлкән лаборант булып эшләй. 1968 йылдың 26 сентябрендә вафат була. Мәскәүҙә Николо-Архангел зыяратында (52-се участка) ерләнә[7].

Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре

Хәтер

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ На дату представления к присвоению звания Героя Советского Союза.
  2. ↑ Петлюк Иосиф Матвеевич. pamyat-naroda.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ғинуар 2026.
  3. ↑ Позднее была преобразована в 16-ю гвардейскую и получила почётное наименование «Черниговская»
  4. ↑ 16 гвардейская кавалерийская дивизия. pamyat-naroda.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ғинуар 2026.
  5. ↑ Петлюк Иосиф Матвеевич Архивные документы о данном награждении. podvignaroda.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ғинуар 2026.
  6. ↑ Ныне Нижегородская область
  7. ↑ Николо-Архангельское кладбище Москва. poxoronka.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ғинуар 2026.
  8. ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 ғинуар (№ 4 (264)). — С. 1.
  9. ↑ Документы о награждении. Память народа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2026.
  10. ↑ Петлюк Иосиф Матвеевич. 112bkd.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ғинуар 2026.
  11. ↑ Никита Тархов. Незабытые герои университетов, или Как московские вузы хранят память о Защитниках Отечества. caoinform.moscow (27 ғинуар 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ғинуар 2026.
  12. ↑ Петлюк Иосиф Матвеевич. warheroes.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ғинуар 2026.

Әҙәбиәт

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Ими гордится Туркменистан. Ашхабад, 1973.
  • Их подвиг бессмертен. Львов, 1983.
  • Кузьмин М. К. Медики—Герои Советского Союза. — 2-е изд., испр. и доп. — М.: Медицина, 1970. — 233 с.
  • Халыҡ йөрәгендә мәңгегә / Редкол.: И. П. Шамякин (гл. ред.) и др. — 3-е изд., доп. и испр. — Мн.: Белорусская советская энциклопедия, 1984. — 607 с. — 65 000 экз.
  • Петлюк Иосиф Матвеевич. 112bkd.ru.