Афиногенов Денис Александрович

Дени́с Алекса́ндрович Афиноге́нов (1974 йылдың 15 марты, Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР) — Рәсәй хоккейсыһы һәм тренеры, халыҡ-ара класлы спорт мастеры[1]. «Белые медведицы» ҡатын-ҡыҙҙар хоккей клубының баш тренеры.

Биографияһы

Дени́с Алекса́ндрович Афиноге́нов 1974 йылдың 15 мартында Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуа. Өфө хоккейы, «Салауат Юлаев» СДЮСШОР-ы тәрбиәләнеүсеһе[2]. 1992 йылдан 1997 йылға тиклем «Салауат Юлаев» өсөн сығыш яһай. 1997 йылда Рәсәй йыйылма командаһы өсөн донъя чемпионатында 9 матч уйнай, 1 гол индерә һәм 1 һөҙөмтәле пас бирә. 2004 йылда Омскиҙың "Авангард"ы составында ил чемпионы була. Карьераһын 2007/2008 йылдар миҙгелендә Нефтекаманың «Торос» клубында тамамлай. 2016 йылдың яҙында тыуған Өфөһөнөң «Ағиҙел» ҡатын-ҡыҙҙар хоккей клубын етәкләй, уның менән өс тапҡыр ҠҠХЛ кубогын яулай[3]. 2021/2022 йылдар миҙгелендә «Ағиҙел» плей-офтан төшөп ҡалғас, команданан «Белые медведицы» клубына күсә[3].

Хоккейсы ҡаҙаныштары
  • Халыҡ-ара хоккей федерацияһы кубогы еңеүсеһе (1994);
  • Халыҡ-ара хоккей федерацияһы кубогы бронза призеры (1995);
  • МХЛ чемпионатының бронза призеры (1994/95 һәм 1995/96 миҙгелдәре);
  • Рәсәй чемпионатының бронза призеры (1996/97);
  • «Известия» гәзите призы турниры еңеүсеһе (1995);
  • Көмөш миҙал яулаусы (1996);
  • Донъя чемпионатында ҡатнашыусы, 4-се урынды яулай (1997);
  • Рәсәй чемпионы (2003/04 миҙгел).
Тренер карьераһы
  • 2016 йылдың ғинуарынан алып 2021/22 йылдар миҙгеле аҙағына тиклем «Ағиҙел» (Өфө) клубында тренерлыҡ итә.

Тренерлыҡ ҡаҙаныштары:

  • Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы чемпионатының көмөш призеры (2015/16, 2016/17);
  • «EURO WOMEN'S HOCKEY CHALLENGE» халыҡ-ара турниры еңеүсеһе (2017);
  • Өс тапҡыр Рәсәй чемпионы һәм БДХЛ кубогы еңеүсеһе (2017/18, 2018/19, 2020/21);
  • Рәсәй чемпионы һәм ВХЛ кубогы финалсыһы (2019/20)[4].

Иҫкәрмәләр

  1. Денис Афиногенов и Сергей Трудаков продолжат работу в «Агидели». hcsalavat.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ғинуар 2024. Архивировано 19 ғинуар 2024 года.
  2. Афиногенов Денис Александрович. bashenc.online. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 август 2025. Архивировано 19 ғинуар 2024 года.
  3. 1 2 Денис Афиногенов: «Для меня чем хуже – тем лучше. Это повод ещё раз доказать, что ты хороший специалист». whl.khl.ru (9 февраль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 август 2025. Архивировано 19 ғинуар 2024 года.
  4. ЖХЛ. Денис Афиногенов – главный тренер «Белых Медведиц». Новости ХК Белые Медведицы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 октябрь 2025.

Һылтанмалар

Афиногенов Денис Александрович. bashenc.online. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 август 2025. Архивировано 19 ғинуар 2024 года.

Категориялар