Ғимаев Сергей Наил улы

Ғимаев Сергей Наил улы (1 ғинуар 1955 йыл, БССР‑ҙың Брест өлкәһе Пружаны ҡалаһы — 18 март 2017, Рәсәй, Тула) — совет хоккейсыһы һәм тренеры, комментатор.

Биографияһы

Ғимаев Сергей Наил улы — шайбалы хоккей буйынса атҡаҙанғаң спорт мастеры, күп тапҡырҙар СССР чемпионы, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, спорт комментаторы. «Салауат Юлаев» СДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе. Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы, ЦСКА (1976—1985) һәм СКА Ленинград (1985-86) командаларында уйнай. Күп тапҡыр СССР чемпионы (1978—1985), СССР Кубогын яулаусы (1977, 1979), Европа Кубогы (1979, 1980, 1983), «Известия» («Хәбәрҙәр») гәзит приздарына халыҡ‑ара турнирҙар еңеүсеһе (1982) һәм күп тапҡыр Европа чемпиондары Кубогын яулаусы (1976, 1978—1985). Спорт комментатор телеканалда Рәсәй-2. Почёт ордены менән бүләкләнгән (2003). Улы: Ғимаев Сергей Сергеевич — хоккейсы.

Сергей Ғимаев 2017 йылдың 18 мартында Тула ҡалаһында ветерандар матчы барғанда кинәт вафат булды[2][3] .

Карьера

Хоккейсы булғанда

Тренер булғанда

Спорт ҡаҙаныштары

  • Gold medal icon.svg СССР чемпионаты (1978—1985)
  • Gold medal icon.svg СССР Кубогын яулаусы (1977, 1979)
  • Gold medal icon.svg Европа чемпиондары Кубогын яулаусы (1976, 1978—1985)
  • Gold medal icon.svg Европа Кубогы (1979, 1980, 1983)
  • Gold medal icon.svg «Известия» («Хәбәрҙәр») гәзит приздарына халыҡ‑ара турнирҙар еңеүсеһе (1982)

Награда һәм премиялары

  • Почёт ордены (2003).

Хәтер

  • 2017 йылдың 30 май көнөндә Сергей Ғимаевтың исеме Туймазылағы боҙло комплексҡа бирелә.
  • 2017 йылдың 15 сентябрендә КХЛ директорҙары кәңәшмәһендә Сергей Ғимаевтың исеме Иң яҡшы уйнаған ветеран хоккейсыға биреләсәк бүләккә тапшырыла[4].