Блатяк Мирослав

Блатяк Мирослав (1982 йылдың 25 майы, Злин[d]) — карьераһын тамамлаған чех хоккейсыһы, һаҡсы. «Злин» клубы тәрбиәләнеүсеһе[1].

Карьераһы

Мирослав Блатяк үҙенең профессиональ карьераһын 2000 йылда башлай. Киләһе йылда МХЛ драфтында 4-се раундта дөйөм 129 һан менән «Детройт Ред Уингз» клубы тарафынан һайлап алына[2].

2006 йылға тиклем тыуған «Злин» хоккей клубы составында сығыш яһай, 2004 йылда Чехия чемпионы була. 2006/07 йылдар миҙгеле алдынан «Мура» швед клубына күсә.

2007 йылда Өфөнөң «Салауат Юлаев» клубы менән килешеү төҙөй, шул уҡ миҙгелдә уның составында Рәсәй чемпионы була. 2010 йылдың 27 июлендә Өфө командаһы менән килешеүен тағы ла ике йылға оҙайта[3]. Һуңынан Гагарин кубогын яулаған 2010/11 йылдар миҙгелендә «Салауат Юлаев» командаһы өсөн 72 матчта уйнай, бөтәһе 35 (13+22) мәрәй йыя, клубтың иң һөҙөмтәле һаҡсыһы була.

Артабан Омск ҡалаһының «Авангард» клубы менән ике йыллыҡ килешеүгә ҡул ҡуя[4]. 2015/16 йылдар миҙгелен Череповец ҡалаһының «Северсталь» командаһында үткәрә[5]. 2016 йылдың 30 апрелендә Рәсәйҙән киткәндән һуң, Чехияның «Злин» клубы менән килешеү төҙөй[6]. 2017 йылдың мартында карьераһын тамамлай.

Халыҡ-ара

Чехия йыйылма командаһы составында 2000 йылда үҫмерҙәр араһындағы донъя чемпионатында һәм 2002 йылда йәштәр араһындағы донъя чемпионатында ҡатнаша. Илдең төп йыйылма командаһы составында 2006, 2009, 2010 һәм 2012 йылдарҙағы донъя чемпионаттарында ҡатнаша, уларҙа (2009 йылдан тыш) алтын, көмөш, бронза миҙалдар яулай. 2010 йылғы Олимпия уйындарында Чехия йыйылма командаһы составында сығыш яһай. Шулай уҡ 2004 йылдан Еврохоккейтур матчтарында ҡатнашыу өсөн йыйылма команда составына даими саҡырыу ала.

Ҡаҙаныштары

  • Донъя чемпионы (2010).
  • Донъя чемпионатының көмөш призёры (2006).
  • Донъя чемпионатының бронза призёры (2012).
  • Чехия чемпионы (2004).
  • Чехия чемпионатының көмөш призёры (2005).
  • Рәсәй чемпионы (2008).
  • Гагарин кубогын яулаусы (2011).
  • Рәсәйҙең асыҡ чемпионаты КХЛ-дың бронза призёры (2010).
  • Чемпиондар лигаһында иң яҡшы +/- күрһәткесе (2008/09).
  • Йәштәр араһындағы донъя чемпионатында голдар, пас биреүҙәр һәм мәрәйҙәр йыйыу буйынса һаҡсылар араһында иң яҡшы күрһәткес (2002).

Статистикаһы

Клубтағы карьераһы

Регуляр миҙгел Плей-офф
Миҙгел Команда Лига У Г П М +/− Штр У Г П М +/− Штр
2000/01 Злин ХК Экстралига 8 0 2 2 -3 0 6 0 0 0 -1 0
2001/02 Злин ХК Экстралига 39 4 7 11 10 18 11 1 2 3 8 8
2002/03 Злин ХК Экстралига 49 4 12 16 -4 34
2003/04 Злин ХК Экстралига 55 5 10 15 +10 34 17 3 3 6 8 10
2004/05 Злин ХК Экстралига 52 4 8 12 +7 30 17 2 4 6 4 18
2005 Злин ХК ЕЧК 2 0 1 1 -1 0
2005/06 Злин ХК Экстралига 47 8 13 21 8 34 6 1 2 3 -1 8
2006/07 Мура Элиталы серия 53 6 15 21 +4 30 4 1 1 2 -1 6
2007/08 Салауат Юлаев Суперлига 57 2 12 14 +8 34 16 1 2 3 4 10
2008/09 Салауат Юлаев КХЛ 54 4 11 15 +19 41 4 0 0 0 1 0
2009/10 Салауат Юлаев КХЛ 55 5 12 17 +33 18 16 3 2 5 -1 6
2010/11 Салауат Юлаев КХЛ 51 9 20 29 +20 10 21 4 2 6 5 14
2011/12 Салауат Юлаев КХЛ 46 9 8 17 -5 8 6 1 0 1 -2 0
2012/13 Салауат Юлаев КХЛ 41 6 6 12 4 12 14 0 7 7 -1 2
2013/14a Авангард КХЛ 54 3 14 17 11 20 11 0 5 5 3 0
2014/15 Авангард КХЛ 45 2 6 8 10 10 8 0 0 0 1 0
2015/16 Северсталь КХЛ 18 1 2 3 3 2
2016/17 Злин ХК Экстралига 46 3 12 15 -14 10
Бөтәһе КХЛ-да 364 39 79 118 95 121 69 8 11 19 2 22
Бөтәһе Экстралигала 293 28 64 92 14 160 58 7 11 18 17 44
  • a Был миҙгелдә плей-офта уйынсының Өмөт кубогындағы статистикаһы иҫәпкә алына.

Халыҡ-ара ярыштар

Йыл Йыйылма команда Турнир Урын У Г П М Штр
2000 Чехия (үҫмерҙәр) ҮДЧ (18 йәшкә тиклем) 6 6 0 1 1 4
2002 Чехия (йәштәр) ЙДЧ (20 йәшкә тиклем) 7 7 3 4 7 2
2009 Чехия ДЧ 6 7 3 1 4 8
2010 Чехия ОУ 5 5 0 2 2 2
2010 Чехия ДЧ 1 9 2 1 3 4
2012 Чехия ДЧ 1 10 1 1 2 0
Бөтәһе (үҫмерҙәр һәм йәштәр) 11 3 5 8 6
Бөтәһе (төп йыйылма команда) 31 6 5 11 14

Иҫкәрмәләр

  1. Константин Фёдоров. На хоккей в Чехии - Злин. europa-stars.eu. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2026.
  2. 2001 NHL Draft History - Round 4, mynhldraft.com (24 июнь 2001). 26 ғинуар 2026 тикшерелгән.
  3. Блатяк подписал новый контракт с «Салаватом» на два года, championat.ru (27 июль 2009). 26 ғинуар 2026 тикшерелгән.
  4. Блатяк – в «Авангарде». khl.ru (4 май 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2026.
  5. Мирослав Блатяк пополнил состав «Северстали». severstalclub.ru (1 июль 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2026.
  6. Zlín posiluje obranné řady, po 10 letech se do extraligy vrací Blaťák (чеш.). www.hokej.cz (29 апрель 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2026.

Тема буйынса өҫтәмә