Ишмәтов Рафаил Ғәзиз улы
Рафаил Ғәзиз улы Ишмәтов (2 август 1952 йыл) — СССР хоккейсыһы Һәм Рәсәй тренеры, ғалим-педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (2003), доцент. Шайбалы хоккей буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1996) һәм СССР‑ҙың спорт мастеры (1977). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1994). Дуҫлыҡ ордены кавалеры (1996)[1].
Биографияһы
Рафаил Ғәзиз улы Ишмәтов 1952 йылдың 6 авгусында Силәбе ҡалаһында тыуған.
П. Ф. Лесгафт исемендәге Ленинград физик культура институтын (1980), Рәсәй физик культура академияһы Юғары тренерҙар мәктәбен (Мәскәү, 1985) тамамлаған.
2006 йылдан П.Ф. Лесгафт исемендәге милли дәүләт физик культура, спорт һәм һаулыҡ университетында уҡыта (профессор)[2].
2022-2023 йылдарҙа ска (Санкт-Петербург) хоккей клубының спорт директоры вазифаһын биләй[2].
2024-2026 йылдарҙа киң мәғлүмәт сараларында хоккей эксперты сифатында әүҙем сығыш яһай[3][4].
Карьераһы
Хоккейсы булғанда
- 1971—1972
Салауат Юлаев - 1972—1973
|СКА Куйбышев - 1973—1974
СКА - 1973—1985
Салауат Юлаев
Тренер булғанда
- 1985—1991
Авангард Өфө - 1992—1999
Салауат Юлаев - 1999—2002
СКА - 2004—2005
Салауат Юлаев - 2003 Рәсәй йәштәр йыйылма командаһы
Спорт ҡаҙаныштары
Иҫкәрмәләр
- ↑ Ишматов Рафаил Газизович :: НГУ им. П. Ф. Лесгафта, Санкт-Петербург. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 май 2011. Архивировано из оригинала 23 июнь 2012 года.
- ↑ 1 2 Встреча с наставником: Ишматов Рафаил Газизович. НГУ им. П.Ф. Лесгафта (25 октябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 апрель 2026.
- ↑ Ишматов — о решении «Салавата Юлаева» расторгнуть контракт с Ливо: «Так устроена жизнь, порядок бьет класс». Матч ТВ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 апрель 2026.
- ↑ Ишматов: «Не стоит обращать внимание на место СКА в регулярном чемпионате КХЛ». Спорт День за Днем. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 апрель 2026.
Һылтанмалар
- Салауат Юлаев рәсми сайт
- Ишмәтов Рафаил Ғәзиз улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.