Ирәндек (боҙ һарайы)
«Ирәндек» БҺ | |
---|---|
Урынлашыуы |
Башҡортостан Сибай |
Төҙөлгән | 2010 |
Асылған | 30 декабрь 2010 |
Төҙөлөш хаҡы | 180 млн һум[1] |
Һыйҙырышлылығы | 540 |
Ялан үлсәме | 60х30 м. |
Япмаһы | боҙ |
«Ирәндек» боҙ һарайы — Башҡортостандың Сибай ҡалаһында тәүге яһалма боҙло һәм тамашасылар өсөн трибуналары булған боҙ һарайы. Һыйҙырышлығы — 500 урын, 2010 йылдың 30 декабрендә асыла. Төп функцияһы — шайбалы хоккей буйынса уйындар, фигуралы шыуыу, шорт-трек һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса ярыштар үткәреү.
Тарихы һәм характеристикалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2010 йылдың 30 декабрендә тантаналы шарттарҙа «Ирәндек» боҙ һарайы үҙенең ишектәрен асып, тәүге тамашасыларҙы һәм спорт һөйөүселәрҙе ҡабул итте. Махсуслаштырылған спорт аренаһы сменаһына хоккей һәм фигуралы шыуыу менән шөғөлләнгән 50 кешене һыйҙыра ала. Шорт-трек спорт төрөн үҫтереү өҫтөндә лә эшләйҙәр бында. Махсус тренажер залдарында шейпинг, көс талап итә торған спорт төрҙәре менән шөғөлләнергә уңайлы шарттар тыуҙырылған. Спорт һарайының дөйөм майҙаны 4773,6 м², боҙ майҙанының ҙурлығы 60-ҡа 30 м тәшкил итә. Трибуналар 540 кешене һыйҙыра[2].
Бында шулай уҡ сисенеү бүлмәһе, душ, конькины үткерләү һәм ремонтлау бүлмәһе, медицина пункты, буфет та бар. Боҙҙоң сифатын кәрәкле кимәлдә тотоу өсөн һыуытыу станцияһы һәм махсус боҙ машинаһы ҡулланыла. «Ирәндек» боҙ һарайында үҙенең уйындарын Сибай ҡалаһының «Горняк» хоккей командаһы үткәрә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Өфө-Арена
- Стәрлетамаҡ-Арена
- Салауат Юлаев спорт һарайы
- Горняк (боҙло арена)
- Салауат (спорт-концерт комплексы)
- Нефтекама боҙ һарайы
- Туймазы-Арена
- Саҡмағош-Арена
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рәсми сайт 2017 йылдың 7 май көнөндә архивланған.