Дубровский Егор Андреевич
Дубровский Егор Андреевич(1989 йылдың 18 ғинуары, Өфө, РСФСР, СССР) — Рәсәй хоккейсыһы, һөжүм итеүсе. Нефтекама ҡалаһының Юғары хоккей лигала сығыш яһаусы «Торос» командаһы уйынсыһы.
Биографияһы
Егор Андреевич Дубровский 1989 йылдың 18 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуа. Өфө хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе.
Спорт карьераһы
Карьераһын 2008 йылда «Салауат Юлаев» клубы составында башлай. Дебют миҙгелендә бер мәрәй ҙә йыймайынса биш матч үткәрә. Һуңынан 2009 йылдан 2011 йылға тиклем «Толпар» йәштәр командаһы өсөн 95 матчта уйнай һәм 33 шайба индерә. 2010 йылдан 2013 йылға тиклем ЮХЛ-дан фарм-клуб, Нефтекаманың «Торос» клубы уйынсыһы була. 2013 һәм 2015 йылдарҙа «Салауат Юлаев» командаһында уйнай. 2015 йылдың 21 сентябрендә Екатеринбург ҡалаһының «Автомобилист» командаһына Александр Логиновҡа алмаштырыла[1]. 2016 йылдың 4 октябрендә Нефтекаманың «Торос»ына ҡайта. 2018 йылдың ноябренән «Салауат Юлаев» өсөн сығыш яһай.
Ҡаҙаныштары
Иҫкәрмәләр
- ↑ Александр Логинов вернулся в «Салават». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 сентябрь 2025. Архивировано из оригинала 24 сентябрь 2015 года.