Бәширов Ринат Рәшит улы
Ринат Рәшит улы Баширов (рус. Баширов Ринат Рашитович, 1968 йылдың 19 июне, Өфө) — Рәсәй дәүләт эшмәкәре. 2024 йылдан алып — Өфө ҡалаһындағы Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһаған «Салауат Юлаев» хоккей клубының генераль директоры.
Биографияһы
1968 йылдың 19 июнендә Өфөлә тыуған. Ҡазан дәүләт финанс-иҡтисад институты «Финанстар һәм кредит» белгеслеге буйынса тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1987 йылда Өфө ҡалаһының Октябрь районы буйынса Госстрахтың участка инспекцияһында инспектор булып башлай.
1992–2001 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының һалым органдарында эшләй: дәүләт һалым инспекторы, өлкән инспектор, баш һалым инспекторы, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының Һалымдар һәм йыйымдар министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында бүлек начальнигы урынбаҫары вазифаларын биләй.
2001–2006 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Финанс министрлығының финанс ресурстары һәм һалымдарҙы фаразлау бүлеге начальнигы.
2006–2007 йылдарҙа — Федераль Һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһенең вазифаһын башҡарыусы.
2007–2008 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы финанс министры урынбаҫары.
Артабан Рәсәй Президентының эске сәйәсәт идаралығында эшләй, унда шулай уҡ киләсәктә Башҡортостан Республикаһы Башлығы булған Радий Хәбиров хеҙмәт иткән.
2018 йылда Радий Хәбиров республикаға әйләнеп ҡайтҡас, Ринат Баширов Башҡортостан Республикаһы Башлығы администрацияһы етәксеһенең урынбаҫары итеп тәғәйенләнә[1].
2024 йылда Ринат Бәширов Өфөнең «Салаeат Юлаев» хоккей клубының генераль директоры итеп тәғәйенләнә[2].
Шәхси тормошо
Килемдәре тураһында декларацияға ярашлы, Ринат Башировтың 52,5 м² майҙанлы фатиры һәм машина ҡуйыу урыны бар. Уның ҡатыны исемендә 2015 йылғы Land Rover Range Rover Sport һәм 2012 йылғы Toyota Corolla автомобилдәре теркәлгән. Шул ваҡытҡа торошло ҡатыны һәм балаһының 165 квадрат метр майҙанлы фатиры булы. 2018 йылда Бәшировтар ғаиләһенең дөйөм килеме 1,5 миллион һумдан саҡ ҡына кәмерәк тәшкил итә. 2020 йылда Ринат Рәшит улы хакимиәттән сыҡҡан мәлдә уның ҡатыны 6,7 сотка майҙанлы ер участкаһы һатып ала, ә ғаиләнең дөйөм килеме 4,3 миллион һумға тиклем арта[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Первым заместителем Руководителя Администрации Главы Республики Башкортостан назначен Ринат Баширов. Глава Республики Башкортостан (24 октябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июнь 2025.
- ↑ 1 2 Потемки «Салавата»: как чиновник из команды Хабирова рулит хоккеем Башкирии и к чему это привело. Ufa1.ru (20 март 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июнь 2025.
Һылтанмалар
- Руководство Хоккейного клуба «Салават Юлаев». ХК «Салават Юлаев». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июнь 2025.