Емелин Анатолий Анатольевич

Емелин Анатолий Анатольевич (3 октябрь 1964 йыл) — хоккейсы, тренер. Шайбалы хоккей буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1993). Дуҫлыҡ ордены кавалеры (1996).

Биографияһы

Анатолий Анатольевич Емелин 1964 йылдың 3 октябрендә Өфө ҡалаһында тыуған. Шайбалы хоккей буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1993). А. Н. Емелиндың улы. Урал физик культура академияһы тамамлаған (1997). «Салауат Юлаев» СДЮШОР-ы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары В. Н. Денисов, В. П. Чариков). Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы (1981—87, 1988—90), «Лада» (1990—98) командалары, Швеция клубы (1992—93) өсөн уйнай. Европа Кубогын яулаусы (1997), Бөтә донъя универсиадаһы чемп. (1989), Милләт-ара хоккей лигаһы чемпионаты (1994, 1996) һәм уның Кубогын яулаусы (1994), Европа Суперкубогының (1997), Европа Кубогының ( 1995), Бөтә донъя универсиадаһының (1991), Милләт-ара хоккей лигаһы (1993, 1995) һәм Рәсәй (1997) чемпионаттарының көмөш призёры. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1992—96). Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләнгән (1996). 1998 йылда алып тренерлыҡ эшендә.

Карьераһы

Хоккейсы

Тренер

Спорт ҡаҙаныштары

  • Gold medal icon.svg Рәсәй чемпионы 1994 һәм 1996 йй.
  • Gold medal icon.svg Милләт-ара хоккей лигаһы кубогы 1994,
  • Gold medal icon.svg Европа Кубогын яулаусы 1996/1997,
  • Silver medal icon.svg Милләт-ара хоккей лигаһы көмөш призёры 1993 һәм 1995 йй.,
  • Silver medal icon.svg Рәсәй чемпионаттарының көмөш призёры 1997 й.,
  • Silver medal icon.svg «Известия» гәзит приздарына турнирҙар көмөш призёры
  • Gold medal icon.svg Универсиада-89,
  • Silver medal icon.svg Универсиада-91,
  • Silver medal icon.svg Европа Суперкубогының көмөш призёры 1997

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Дуҫлыҡ ордены (1996).

Иҫкәрмәләр

  1. Eurohockey.com (ингл.)

Һылтанмалар